Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Исемле йыл үҙен аҡлармы?
Исемле йыл үҙен аҡлармы? Һиндостанда башҡорт киноһы күрһәтеләсәк, тиҙәр
“Һинд киноһы килә” тигән һөйөнөслө яңылыҡ ҙур ауылыбыҙға йәшен тиҙлегендә таралды. Ғәжәп, әле афиша эленмәгән дә, ә барса халыҡ был турала хәбәрҙар. Магазинда йә клубта тиһеңме, көтөү ҡаршылағанда булһынмы, олоһоноң да, кесеһенең дә телендә – әле күрһәтелмәгән ошо фильм. Айырыуса бисә-сәсә ныҡ сурыта, арттырып та ебәрә. Исемен дә белгәндәр – “Бейе, бейе”. Ә быға тиклем “Диско бейеүсе”, “Етем”, “Ялҡау”, “Зита менән Гита” һәм башҡа шуның ише тетрәндергес киноларҙы ҡарағас, алда торған тамашаның да ифрат шәп булырына өмөт итәбеҙ. Ниһайәт, белдереүҙәр таҡтаһына ат башындай эре хәрефтәр яҙылған афиша эленде, ҡыҫҡаһы, дүрт күҙ менән көткән бәхетле минуттар яҡынлашты. Әгәр бүтән саҡта ҡайһы бер эштәрҙе яйыраҡ башҡарһаҡ, кино күрһәтеләһе көндө картуф утау, йәшелсәгә һыу ташып ҡойоу, кис быҙауҙы туғайҙан эҙләп алып ҡайтыу, ҡош-ҡортто бикләү кеүек тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек мәшәҡәттәр йәһәт һәм ваҡытынан алда үтәлде. Ни тиһәң дә, алдағы урындарҙы биләргә кәрәк, һуңларға ярамай, унан бигерәк билет бөтөп ҡуймаһын...

Бейеү-йырҙан кем туйған...

Һиндостан тиһәк, хуш еҫле сәй, киң урамға һыймай йөрөгән буралай филдәр (ҡыҙыҡ, башҡорт атта һыбай елдереп йөрөгәндә һинд филдә яй ғына “сайҡала”) һәм, әлбиттә, илатҡыс кинофильмдар күҙ алдына баҫа. Аптырауымдың сиге юҡ: бөтәһе лә һинд кинофильмдарын шул тиклем ныҡ яратты, көтөп алды, геройҙар менән бергә янды-көйҙө, уларҙы теленән төшөрмәне, ғөмүмән, бер нисә сәғәттә алған бай тәьҫораттар солғанышында оҙаҡ рәхәт сикте. Хатта ки ҡайһы берәүҙәр сабыйҙарына Индира, Рамеш, Зита һәм бүтән үҙенсәлекле ят исемдәрҙе ҡушырға ла тартынманы. Ысынлап та, Бөйөк Британияның колонияһы һаналған, тимәк, һәр ваҡыт сикләү тойоп, ҡыҫым аҫтында ғүмер иткән Һиндостан кино сәнғәтендә нисек юғарылыҡҡа күтәрелгән, донъя кимәлендә танылған? Иҫ-аҡылың китерлек! Уңыштың сере ниҙә? Моғайын да, уның өсөн бюджеттан улаҡтан ҡойолған һыу һымаҡ бер туҡтауһыҙ аҡса аҡмайҙыр бит.
Серле һинд киноһының тарихы 1899 йылда ҡыҫҡа метражлы документаль фильмдар төшөрә башлауға барып тоташа. Күп тә үтмәгән, тулы метражлы “Раджа Харишчандра” тигән кинокартинаны ҡарау бәхетен кисергән һиндтар. 1931 йылда иһә “Донъя яҡтылығы” тигән беренсе тауышлы кинофильм күрһәтелгән. Бынан ары, диалогтарҙы уҡырға кәрәк булмағас, хәреф танымағандар ҙа кинотеатрҙарға эркелеп йөрөгән. Ардешир Ирани, “Крәҫтиән ҡыҙы” тигән ижад емешен тамашасы хөкөмөнә сығарып, был тәңгәлдә “революцион аҙым яһаған”.
Икенсе донъя һуғышы кинематографтың бәкәленә ныҡ һуҡҡан. Колониаль власть инглиздәрҙең һәм уларҙың союздаштарының хәрби уңышын күрһәтеүгә ҡоролған документаль фильмдарҙы ғына төшөрөргә ҡушҡан. Уның менән әллә ни алдырып булмаҫын аңлаған режиссерҙар яйлап ҡына нәфис фильмдарға күскән. Сәйәси цензура көсәйгәндән-көсәйгәс, ҡайһы бер темалар ҡәтғи тыйылғас, кино төшөрөүселәр башлыса йыр-бейеүҙән торған еңелдәре һәм күңел аса торғандары менән сикләнгән.
Һоҡланмаҫлыҡмы ни – Һиндостанда кино индустрияһы йылдам үҫеш кисерә. Ул хатта Голливудты ла уҙып киткән. Бөгөн һинд фильм­дарын донъяның 90-дан ашыу илендә ҡарайҙар (әйткәндәй, СССР-ҙа “Ер балалары” исемле тәүге кино 1949 йылда урыҫ теленә тәржемә итеп күрһәтелгән), халыҡ-ара фестивалдәрҙә даими ҡатнашыуын, ҙур еңеүҙәр яулауын телгә алыу артыҡ. Быларҙың барыһы ла Көньяҡ Азиялағы мөғжизәүи илдең кино сәнғәтенә олоһоноң да, кесеһенең дә мөхәббәте кәмемәүе, киреһенсә, арта барыуы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй. “Далалағы ҡала” тигән һинд фильмының тәүге Канн фестивалендә гран-при яулағаны, үткән быуаттың 70-се йылдарынан алып уларҙың был юҫыҡта 1-се урында килгәне мәғлүм. 1990 йылда ғына 948 кинофильм төшөрөп, Һиндостандың кино сәнғәте Гиннестың рекордтар китабына индерелгән!
Тарихсылар 1940–1960 йылдарҙы һинд киноһының “алтын быуаты” тип атай. Күптәр яратҡан “Ҡонға сарсау”, “Берәҙәк”, “Ҡағыҙ сәс­кәләр”, “420-се әфәнде” һәм башҡалар – шу­ның асыҡ миҫалы. “Кашмирҙағы мөхәббәт”, “Һө­йөүҙең бөйөк көсө”, “Ашнаҡсы”, “Мөхәб­бәт­тән сирләү” ише классик фильмдарҙы ла өҫтәһәң... Ни өсөн Болливуд йондоҙҙары донъяны яулаған, улар төшкән фильмдар һәр ваҡыт ылыҡтырғыс? Митхун Чакраборти, Шакрукх Кхан, Амриш Пури, Хема Малини, Айшвария Рай, Амрита Рао, Радж Капур кеүек таланттарҙы кем белмәй?! Аңлатыуҙарынса, ябайлыҡта – бөйөклөк. Беренсенән, бүтән илдәрҙеке менән сағыштырғанда, уларҙа бейеү һәм йыр ифрат күп. Эйе, фильмдарҙа моңло һәм тәрән мөхәббәткә сорналған йәнле сәхнәне йыш күрәбеҙ. “Әгәр һинд киноһы башланғанда диуарҙа мылтыҡ эленеп торһа, ул аҙаҡ атмаһа ла, мотлаҡ йырлаясаҡ һәм бейейәсәк”, – тип тә шаярталар. Ә бейеү ярҙамында һүҙ менән аңлатып бөткөһөҙ әллә күпме хис-тойғоноң тамашасы йөрәгенә инеп ятыуы хаҡында уйланғанығыҙ бармы? Йүгерек күҙ ҡараштары, алмаш-тилмәш һикергән ҡаштар, бейегән эйәк, һелкенгән баш, шулай уҡ аяҡ-ҡул, кәүҙә менән яһалған төрлө ым-ишара, хәрәкәттәр аша сюжет линияһы еңел һүтелә.
Икенсенән, тәнҡитселәр иҫбатлауынса, кино төшөргәндә илдең ярлы ҡатламы тормошон күрһәтеү йәһәтенән бик күп нәмә иҫәпкә алынған, шул уҡ ҡала эшселәренең еңел булмаған хәле ысынбарлыҡҡа яҡын итеп сағылдырылған. Халыҡ күрергә теләгән, ихтыяж тыуҙырған темалар һайланған. Мәҫәлән, үҙәктә – фәҡәт үҙенең ихтыяр көсө арҡаһында ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәш майҙанына сыҡҡан һәм ниәтен бойомға ашырған ябай ныҡышмал кеше. Ғөмүмән, һәр фильмда тиерлек социаль мәсьәләләр күтәрелеүе һиндтарға еңеү артынан еңеү килтергән.
Бөтә иғтибар актерҙарҙың уйнау оҫталы­ғына, геройҙың эске донъяһын асып биреү һәләтенә йүнәлтелгән. Үрмәксе ауы шикелле сырмалсыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы ҡарағанда күңелгә ихласлыҡ бөркөлә, йәлләткес, көлдөргөс урындарҙың күплеге хис-тойғоларҙы ҡуҙғыта. Һиндостан мәҙәниәте, әйткәндәй, төрлөлөгө менән яулай йөрәкте. Кинолары аша был милләттең үҙенсәлекле көнкүреше менән танышабыҙ, хатта сит донъяла “йәшәп алабыҙ”.
Донъя кимәлендәге һылыулыҡ конкурс­тарында еңгән бөтә һинд ҡыҙҙарының да тиерлек артабанғы яҙмышын кино ин­дустрияһы менән бәйләүе лә – уңыш сер­ҙәренең береһе. Күмәкләшеп йырлау, бейеү, шиғыр һөйләү бөтә ерҙә модаға инеп бара хәҙер. Ә һиндтар үҙ киноларында флэшмобты әллә ҡасандан бирле оҫта ҡуллана түгелме?
Сари бөркәнгән һылыуҡай кемгә оҡша­маһын?! Өҫтөнән мәңге халат йәки уңайһыҙ күлдәк төшмәгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы уларҙың затлы кейеме таң ҡалдырыуына бер ҙә шикләнмәйем. Кемдең ялтырауыҡлы сариҙы ябынып ҡарағыһы килмәһен, ти? Ике ҡаш уртаһына баҫылған “миң”, нәзәкәтле ҡулдар, тал сыбығылай нәҙек бил – бер һүҙ менән әйткәндә, барыһы ла урынында.

Башҡортса мелодрама көтәбеҙ

Илебеҙҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда 2016 Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителде. Тотош йылды шулай исемләгәс, моғайын да, был тәңгәлдә әҙме-күпме алға китеш булыр тигән өмөт бар. “Башҡорт киноһы ҡасан да булһа донъя кимәленә күтәрелә алырмы?” тигән һорау ҙа күңел ҡылдарын сиртмәй түгел...
Халыҡ һаны буйынса донъяла икенсе урында торған Һиндостанда (1 миллиард 280 миллиондан ашыу кеше иҫәпләнә) башҡорт режиссерҙарының киноларын күрһәтәләр икән, тигән имеш-мимештәр ишетелеп ҡалды. Улай икән, бик хуп! Һинд продюсеры һәм режиссеры Сарфараз Алам “Ҡул ҡыҫыш” тип аталған халыҡ-ара кино форумында белдергән был турала. Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡ беҙҙә кино төшөрөү мөмкинлеге тураһында ла ҡыҙыҡһынған.
Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров төшөргән “Пилорама” исемле нәфис фильмдың “Вяткалағы осрашыуҙар” Бөтә Рәсәй фестивалендә II урынды алыуын ишетеп һөйөндөк. Республикабыҙҙа йәнә III халыҡ-ара “Көмөш Аҡбуҙат” милли һәм этник кино фестивале ойоштороласаҡ, әле конкурсанттарҙан ғариза ҡабул ителә. Башҡорт киноһын пропагандалауҙың ошондай алымдары ла кәрәктер, бәхәсләшмәйем. Сара, әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында үткәрелә. Финанс тигәндән, башҡортса фильмдар өсөн төшөбөҙгә лә инмәгән күләмдә ярҙам бүленә – миллионлаған һумдар... Кино операторы, режиссер булыу маҡсатында бер төркөм егет һәм ҡыҙ ситтә уҡып та ҡайтты.
Ҡайһы бер режиссерҙарҙың берәй арҙаҡлы шәхесебеҙ йәки бал, ҡымыҙ, ҡурай һәм башҡа милли брендтарыбыҙ тураһында кино төшөрөүен ишетеү, әлбиттә, шатландыра. Бындай осраҡта геройыңды тулыһынса асып биреү еңел икән. Кем әйтмешләй, шпаргалка – ҡулыңда, тик уны оҫта итеп файҙалан ғына. Ә бына башҡортса шаҡ ҡатырырлыҡ мелодрама төшөрөп ҡара! Режиссерҙар ошондай йүнәлештәрҙән, көнүҙәк темаларҙан ситтә йөрөмәһен һәм йыраҡлашмаһын ине.
“Айсыуаҡ Йомағоловтың “Ел аулаусы”, Айнур Асҡаровтың “Еңмеш”, Булат Йосо­повтың “Сөмбөлдөң етенсе йәйе”, Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Икенсегә тыуған”, Рияз Исхаҡовтың “Етегән”, Таңсулпан Бура­ҡа­е­ваның “Минең йондоҙом”, Әнүәр Райбаевтың “Рәхмәт” фильмдарын һәм бүтәндәрҙе ҡайҙа ҡуйҙығыҙ?” – тиерһегеҙ. Күптәре халыҡ-ара фестивалдәрҙә төп бүләкте яулаған әле. Хатта Айнур Асҡаровтың “Әсе бал”ын шведтар “ауыҙ иткән”. Булат Йосопов, Айҙар Аҡманов, Рияз Исхаҡов һәм Владислав Байрамғоловҡа “Быяла юлсы” тигән ижад емештәре өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Дәртләндереү тигәс, атаҡлы режиссер Әмир Абдразаҡовҡа милли батырыбыҙ Салауат Юлаев тураһындағы “Һынмаҫ рух” киноһы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырылыуын да онотмайыҡ. Заманында башҡорт теленә тәржемә ителгән “Алтын атлы һыбайлы”ны (режиссеры – Василий Журавлев) ҡарарға һинд киноһына барған шикелле тулҡынланып атлағаным хәтерҙә.
Килешәм, был йәһәттән бихисап маҡсаттар билдәләнә, күп уй-ниәттәр бойомға ашырыла, ләкин барыбер ҙә бер урында тапанған һымаҡтар. Юғарылыҡҡа ҡыҫҡа ғына арауыҡта күтәрелеү мөмкин түгеллеген дә аңлайым. Һинд вариантындағы “Муму” фильмында Герасим өс йыр башҡарған, тип мәрәкәләйҙәр бит. Өс түгел, береһе лә кәрәкмәй, әммә малайҙы “һөйләштерерлек” кино ҡарағы килә...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Хабибулла
    Хабибулла от 16.05.2016, 23:15
    Авторҙың фекерен хуплайым,уға теләктәшмен."Финанс тигәндән, башҡортса фильмдар өсөн төшөбөҙгә лә инмәгән күләмдә ярҙам бүленә – миллионлаған һумдар..." тигән. Нәҡ өҫтөнә баҫҡан бит. "Еңмеш"те, минеңсә, әгәр уны ҡыҫҡартһаң, фильм хәтәр шәп Ералашҡа әйләнәсәк.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 045

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566