Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һуңлаған бүләк” һөйөндөрҙө
“Һуңлаған бүләк” һөйөндөрҙө
“Ағиҙел” журналының һәр һаны үҙенең уҡыусыларын яңынан-яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырып тора. Һәр әҫәр — үҙе үк фәлcәфәгә ҡоролған бер донъя. Әмир Әминевтең “Һуңлаған бүләк” (2013 йыл, №10) повесын бик ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Автор уны ағаһы рәссам Рәшит Зәйнетдиновҡа бағышлаған.


Быға тиклем дә Әмир Әминевтең әҫәрҙәрен үҙ итә инем. “Ҡытай-город” исемле повесын мәктәптә бөтә уҡыусылар менән бергәләп өйрәнеп, конференциялар ҙа үткәреп йөрөгәйнек. “Һуңлаған бүләк”тә иһә тормош мәғәнәһе, донъяны танып белеү, ирек, яуаплылыҡ, кеше һәм йәмғиәт, кеше һәм мәҙәниәт, рух ныҡлығы, әхлаҡ, сәнғәтте, матурлыҡты тоя белеү, күреү, зауыҡты үҫтереү кеүек эстетик проблемалар күтәрелә. Минеңсә, әҫәрҙең тәүге юлында уҡ яңғыраған “Ҡайҙан башланды һуң әле барыһы ла?” тигән һорау — алда күҙалланасаҡ барлыҡ проблемаларға илтеүсе ишек. Үҙ һорауына яуап эҙләгәндәй, автор рәссамдың балалыҡ, үҫмер, йәшлек йылдарын, мәктәптә белем алыуын, ғаиләһендә туғандары менән татыу мөнәсәбәтен һүрәтләй.
Буласаҡ рәссам Левитандың “Март” исемле һүрәтенең репродукцияһын тап бәләкәй саҡта, мәктәптең башланғыс класында уҡығанда күргән. Бәләкәй Рәшиткә һүрәтте бүләк итеп, уҡытыусыһы, үҙе лә һиҙмәйенсә, эҙләнеүсән күңеленә илһам орлоғо һалған, тора-бара ул шытып, геройҙы рәссамлыҡ юлына баҫтырған.
Авторҙың Рәшит ағаһы, йәғни әҫәрҙең төп геройы, ҙур рәссам булып киткәнсе бик ауыр, ҡатмарлы, оҙайлы тормош юлын үткән: сит ауылға Әсмә апаһы менән төрлө михнәттәр күреп йөрөп уҡыуҙар, үгәй атаһының, ялған белешмә тоттороп, өйҙән сығарып ебәреүе, балалар йортонда ыҙалап йәшәүе, Салауат ҡалаһының һөнәрселек училищеһында белем алыуы, аҙаҡ заводта эшләүе, Ватан алдында хәрби бурыс үтәүе, Өфө сәнғәт училищеһында һәм институтында уҡыуы... Ҡырҡ йәшендә Рәшит институтты тамамлай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡайҙа ғына уҡымаһын, эшләмәһен, һәр ваҡыт юғары кимәлгә өлгәшә, оҫталыҡ һәм тырышлыҡ менән алдыра.
Намыҫлылыҡ, әҙәплелек, кешелеклелек, тоғролоҡ — әҫәр геройының төп характер һыҙаттары. Быға миҫалдар повеста күп килтерелгән. Мәҫәлән, әҫәрҙә Иван Иванович менән Варвара Николаевна Рәшитте үҙҙәренең улы итеп яҙып, бөтә донъяларын, йыйған мөлкәтен уға мираҫ итеп ҡалдырырға теләгәндә, герой ризалашмай. Уныңса, был — ҙур әхлаҡһыҙлыҡ. Нисек инде, үҙ әсәһе иҫән саҡта сит кешенең балаһы булһын, ти? Ул бит үҙ әсәйеңдән баш тартыу буласаҡ. Һөйгән ҡыҙы, аҙаҡ буласаҡ хәләл ефете Лиммаға булған тоғролоғона ул бер ҡасан да тап төшөрмәй. Ижад эшендә лә автор үҙ геройын бик ныҡышмал, талапсан, төпсөр итеп һүрәтләй. Үҙенең алдына алған һәр һүрәтен оҙаҡ ваҡыт күңелендә йөрөтә, аҙаҡтан ҡағыҙға йә киндергә төшөрә, артабан уны камиллаштыра. Көндәлектәрендә ул урыҫ рәссамы Ивановтың “Явление Христа народу” тигән һүрәтен егерме йыл яҙыуы тураһында илһамланып һөйләй, студенттарға бурысыңа бик яуаплы ҡарарға, тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ менән генә оҫталыҡҡа өлгәшеп була икәнлеген аңлата.
Әмир Әминев үҙенең геройын төрлө кешеләр менән осраштыра, аралаштыра. Шулай итеп ул рәссамдың ғүмер буйы кешеләрҙән, тормош күренештәренән аҡыл-зиһен йыйыуын күрһәтергә теләй. Герой күп уҡый, өйрәнә, һүрәт төшөрөү серенә эйә була, камиллаша. Шул тынғыһыҙ, ныҡышмалы, ауыр хеҙмәт емештәре булып төрлө картиналары тыуа. Тыуған ауылы, уның кешеләре тураһында ижад итеү теләге рәссамға тынғылыҡ бирмәй. Ул шул хыялын тормошҡа ашыра. Эшенең нәтижәһе, үҙ ауылы кешеләренә отчет булырҙай “Ауылым” исемле картинаһын бик оҙаҡ йылдар яҙа. Ниһайәт, һуңғы штрих та һалына. Әҫәрҙең аҙағында һүрәтен кешеләргә бүләк итәйем тип килһә, ауыл урынында юҡ, “ул бөткән, тирә-яҡта шомло тынлыҡ”. Рәссам картинаһын берҙән-бер һерәйеп тороп ҡалған имән бағанаға ҡағып ҡуя. Бына шулай бик аяныслы була бүләктең, йәғни картинаның яҙмышы.
Повестың исеме үк уны уҡый башламаҫ борон күңелдә ниндәйҙер шик-шөбһә уята, әҫәрҙе уҡып бөткәс тә бер нисә көн дауамында шул үкенесле тойғолар йоғонтоһонда йәшәйһең әле. Ни өсөнмө? Сөнки шул бүләк-картинаны тыуҙырыу өсөн, геройға өс йәшенән алып әлеге рәссам бейеклегенә күтәрелгәнсе күпме тормош юлын үтергә, ауырлыҡтарын, михнәттәрен, шатлыҡтарын татырға тура килә. Ниһайәт, бына ул бүләк, ләкин уны кемгә бирергә һуң? Ауыл юҡ, кешеләре юҡ!
Шулай ҙа повесть оптимистик рухта тамамланған. Киләсәккә ышаныс бар. Әҫәр аҙағында рәссамды иң ауыр минуттарҙа оҙатып йөрөүсе нур көлтәһе килеп төшә, оҙаҡ ҡына ауыл өҫтөн яҡтыртып тора. Ауылдар тергеҙелер, халыҡ ергә ҡайтыр, телебеҙ, милләтебеҙ юғалмаҫ әле тигәнгә ишара ул.
“Һуңлаған бүләк” — бик уҡымлы, мауыҡтырғыс, образлы тел менән яҙылған художестволы әҫәр. Унда хикәйәләү ике яҡлы алып барыла: яҙыусы үҙе һөйләй һәм рәссамдың көндәлектәре аша. Уның яҙмаларынан уҡыусы үҙенә һынлы сәнғәт донъяһы серҙәрен аса, бөйөк рәссамдарҙың эштәре менән таныша, геройҙың сәнғәткә ҡарашын, уй-фекерҙәрен белә ала. Әҙиптең хикәйәләүе иһә рәссамдың тормошо, эштәре, ғүмер этаптары тураһында образлы итеп бәйән итеүгә ҡайтып ҡала.
Әҫәрҙе уҡымлы итеү маҡсатында автор символик образдарға мөрәжәғәт итә. Минең уйымса, тыуған йорт алдындағы имән бағана геройҙың үҙен кәүҙәләндерә. Ул да, рәссам шикелле, ыжғыр елдәр, көйҙөргөс эҫелек, күҙ асҡыһыҙ буран, ҡаты һыуыҡтарҙы кисергән. Бүтән бағаналарҙы һурып алғандар, ә быға көстәре етмәгән, сөнки тәрән ултыртылған. Әҫәрҙең төп геройы ла, ниндәй генә ауырлыҡтар, михнәт-яфалар кисерһә лә, бөгөлөп төшмәгән, имән бағана кеүек туған халҡына ныҡлы терәк булып хеҙмәт итә, ижад менән шөғөлләнә, студенттарға һынлы сәнғәт серҙәрен өйрәтә. Ә теге ауыр саҡта рәссамды ярҙамһыҙ ҡалдырмаған күктән төшкән һөт кеүек аҡһыл көлтә-нур әҙиптең әйтергә теләгән уй-фекерен йөпләй: геройға рәссам булыу — ул Хоҙай тарафынан бирелгән бүләк, тик ялҡауланма, тырыш, камиллаш. Ысынлап та, нимәгәлер таланттары булып та, уны аса, үҫтерә алмаған кешеләр бихисап бит был донъяла.
Повесть рәссам тормошо, уның донъяға фәлсәфәүи ҡарашы тураһында яҙылғас, һынлы сәнғәткә ҡараған тематик һүҙҙәр бик күп: мольберт, киндер, портрет, мазок-штрихтар, буяу-тюбиктар һ.б. Бындай һүҙҙәрҙе икенсе төрлө профессионализм тип тә әйтәләр, улар геройҙың эшен, шуның эсендә ҡайнап йәшәгән тормош рәүешен асырға ярҙам итә. Телдең образлылығын булдырыу өсөн автор халыҡ әйтемдәрен дә оҫта файҙалана. Мәҫәлән, “Һәр кемдең үҙ күрәһеләре”, “Нисек тыуған — шулай тыуған инде”. Шулай уҡ фразеологик әйтемдәр ҙә (“үлем менән яғалашып”, “донъя дилбегәһе”, “ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй”, “баш һуҡҡан яҡҡа”) әҫәрҙе халыҡсан итә. Ғөмүмән, повестың баштан аҙаҡҡа тиклем эпитеттарға, метафораларға, сағыштырыуҙарға, йәнләндереүҙәргә бай булыуын да билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, “нур-көлтә”, “нур-энә”, “балаларың ситтә йөрөгәнсе, эргәңдә булыуы яҡшы”, “күпте күргән имән бағана” һ.б. Әҫәрҙең телен синонимдар ҙа биҙәй (“һыныҡ та ҡырҡыҡ”, “ваҡ, тәпәш” һ.б.).
Парлау юлы менән яһалған бихисап ҡушма һүҙҙәр (“кәртә-ҡура”, “һарай-лапаҫ”, “план-һыҙма”, “тирә-яҡ”, “көс-ҡеүәт” һ.б.) повесты халыҡсан яһай, уҡымлы итә. Сағыштырыуҙар ҙа күп, мәҫәлән, “таҫма кеүек һуҙылып сыҡҡан арба юлы”, “мөрйәнән сыҡҡан төтөн һымаҡ” һ.б. Әҫәрҙең һуңғы битендәге антитеза (...“ауыл урамы ниндәй шау-шыу, шат һәм күңелле ауаздар, көлөү, ҡысҡырыу менән тула торғайны... Хәҙер — ҡәбер тынлығы”) ауылдарҙы бөтөрөү сәйәсәтенең ниндәй көйөнөслө булыуын тәрәнәйтеп ебәрә. Яҙыусының үҙ әҫәрен бөтә йөрәктән, ҙур хис-тойғо менән яҙғанлығын ундағы риторик һорау, өндәш һөйләмдәр күрһәтеп тора: “Ә теге яҡты? Илаһ атҡарған мөғжизәлер?” йәки “Бер йыл эсендә ниндәй ҡот осҡос үҙгәреш!” һ.б. Абзацтың бер-береһенән күп нөктәләр менән айырымланыуы автор фекеренең тәрән мәғәнәлелеген бирә, уҡыусыларға иһә уйланырға урын ҡалдыра.
Һүҙемдең аҙағында шуны ла әйткем килә: Ә. Әминевтең “Һуңлаған бүләк” повесы, ағаһына бағышланып, бик ваҡытлы баҫылып сығып, рәссамға ғына түгел, ә барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәргә лә ҙур бүләк булды. Бөйөк кешеләр тураһында улар иҫән саҡта яҙырға, һөйләргә кәрәк. Һуң булып ҡуймаһын.
Шулай итеп, яҙыусы көнүҙәк мәсьәләләрҙе әҫәрендә күтәреп сығып, бик мәртәбәле эш башҡарған. Уға артабан да ижади уңыштар теләп, ҙур рәхмәт әйтке килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 045

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566