Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Юмореска

— Үҙегеҙ менән таныштырығыҙ.
Судьяның тауышынан Хәкимйән һиҫкәнеп китте. Ике яғында ике әзмәүер — полиция хеҙмәткәрҙәре — тора, ҡаршы яҡ өҫтәлдә судья урын алған һәм быға һорау бирә ине.
— Мин Хашимов Хәкимйән Вахит улы булам.
— Ниндәй эш менән шөғөлләнәһегеҙ?
— Ваҡ-төйәк һатам. 2000 йылда Ҡыҙыл Ярты ауылында райпоның ташландыҡ магазинын ҡуртымға алып, “Гөльямал” исемле шәхси магазинымды астым, халыҡҡа аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары тәҡдим итәм, 120 төрлөһөн.
— Хашимов, һеҙҙең өҫтән судҡа ялыу килде, ауылдың өс кешеһе —Хәлим Һалмышев, Николай Ҡаҡмышев, Шәкүр Төшөргәнов — кинәт үлеп киткән. Уларҙың үлемендә төп ғәйепте һеҙҙә күрәләр. Ҡатындары һеҙҙе хөкөмгә тарттырыуҙы һораған. Бының менән килешәһегеҙме?
— Иптәш судья!..
— Миңә иптәш тип өндәшмәгеҙ, нисек иптәш булайым, гражданин тиһәгеҙ, дөрөҫөрәк була.
— Иптәш, әй, гражданин судья, мин нисек ғәйепле булайым, ҡаҡманым, һуҡманым, Хоҙай әмере менән үлгәндәрҙер.
— Хоҙайҙы судҡа килтереп булмай, тәүбә-тәүбә, ә бына магазинығыҙҙа ялған араҡы һатҡанһығыҙ, тәнгә һөртә торған шыйыҡсаны кешеләргә таратҡанһығыҙ, улар шунан йән биргән. Ярты зыярат һеҙҙең өҫтә тиҙәр. Ялыуҙа шулай яҙылған.
— Гражданин судья, улар кешеме ни? Алкаш Хәлим, Һуҡбай Николай, берәҙәк Шәкүр... Мин спиртлы эсемлек һатмаһам да уларҙы ниндәй яҙмыш көткәне билдәле ине.
— Кем булһалар ҙа, Рәсәй граждандары бит, етмәһә, һеҙ теге ағыулы матдәләрҙе уларға бурысҡа биреп торғанһығыҙ. Улай ғына ла түгел, хатта көсләп таҡҡанһығыҙ. Мәҫәлән, араҡыға өҫтәп Һалмышевҡа — 400 килограмм колбаса, Ҡаҡмышевҡа — 200 килограмм алма, Төшөргәновҡа ярты мискә балыҡ “һатҡанһығыҙ”. Закускаға фуфайка еңе еҫкәп ҡуя торған был кешеләрҙең әлеге ризыҡтарҙы алыуы шик тыуҙыра, алмағандарҙыр, өҫтәренә генә яҙып ҡуйғанһығыҙҙыр.
— Гражданин судья, Һалмышевтың — 120 мең һум, Ҡаҡмышевтың — 92 мең һум 12 тин, Төшөргәновтың 210 мең һум 3 тин бурысы бар миңә.
— Хашимов, шуға күрә һеҙ беренсеһенең автомобилен, икенсеһенең — быҙауын, өсөнсөһөнөң мотоциклын алып, үҙ ихатағыҙға яптығыҙмы инде? Был бит закон боҙоу, самосуд була, һеҙ бит судья ла, суд приставы ла түгел.
— Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, гражданин судья: өс сәрхүштең генә 422 мең 15 тин бурысы бар, ә башҡаларҙың миңә күпме бирәһе ҡалған — расхутым бигерәк тә күп.
— Ә ни өсөн Төшөргәновҡа, төнгө өстә магазинығыҙҙан алып сығып, бурысҡа араҡы бирҙегеҙ? Ул, етмәһә, эсеүен ташлаған булған.
— Үлтермә, ти бит, араҡы һорай, йәлләнем.
— Вобщем, Хашимов, һинең был ҡылыҡтарың енәйәт тип ҡарала, Енәйәт кодексы буйынса һиңә оҙаҡ ваҡытҡа төрмә янай. Йә, үҙеңде аҡлап нимә әйтә алаһың?
— Халыҡ өсөн эшләйем бит, гражданин судья, халыҡҡа изгелек күрһәтәм. Мәҫәлән, быйыл мәсеткә 150 һум 50 тин аҡса бирҙем. Балалар баҡсаһына бер йәшник кәнфит илттем. Дөрөҫ, өсөнсө йыл ятҡан кәнфит булғас, биш баланың теше һынған тинеләр, ғәйебем юҡ, ебетеп ашаһындар ине. Ҡарттар йортона ун кило колбаса тапшырҙым, уны ашаған өс бәндә эсе китеп ыҙа сиккән тинеләр, сөнки бер аҙ срогы сыҡҡайны шул. Бешереп ашатһындар ине, минең бер ғәйебем дә юҡ. Халыҡ һорағанды үтәйем, шул эскеселәр ҙә “үлтермә, һиндә генә ышаныс” тип йөрөй.
— Гражданин Хашимов, был әле предварительный слушание ғына, ғәйебегеҙҙең бер өлөшө аҡланһа ла, һеҙгә төрмәнән не миновать!
Хәкимйән шул ваҡытта йоҡонан уянып китте. Күҙҙәрен асҡас, үҙен өйөндә күрҙе. Тәҙрәнән ҡояш нуры һибелә, бер ниндәй суд та, судья ла, полиция ла юҡ. Эшҡыуар рәхәтләнеп кирелеп ҡуйҙы.
Шул ваҡыт йоҡо бүлмәһенә ҡатыны килеп керҙе.
— Хәким, Һалмышев, Ҡаҡмышев, Төшөргәнов үлеп киткән ти бит. Отравление тип һөйләйҙәр.
Хәкимйәндең ауыҙынан: “Их, 422 мең һум елгә осто, бурыслы үлмәй тигән булалар тағы” тигән һүҙ генә сыҡты. Уны “Ашығыс ярҙам” менән алып киттеләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 555

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 362

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 532

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 329

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 523

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 923

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 359

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 680

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 306