Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сабыйҙарҙың сираты кәмей
Өфөнөң Сипайлово-2 биҫтәһендә 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды.

69-сы баҡса — “2008–2013 йылдарҙа Башҡортостанда мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү” айырым маҡсатлы республика программаһын һәм 2010–2012 йылдарға иҫәпләнгән ошондай уҡ айырым маҡсатлы ҡала программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы баш ҡалала сафҡа ингән алтынсы учреждение.
Яңы бинала, спорт һәм музыка залдарынан тыш, бассейн, медицина һәм процедура кабинеттары, шәфҡәт туташы бүлмәһе, ике изолятор бар. Шулай уҡ логопед, психолог кабинеттары, һынлы сәнғәт студияһы, методика кабинеты, өҫтәмә белем биреү бүлмәһе яҡшы йыһазландырылған, автоматлаштырылған янғын һүндереү системаһы, балаларҙың именлеген тәьмин итеү өсөн “хәүеф төймәһе” бар.
Балалар баҡсаһында 12 төркөм эшләйәсәк, шуларҙың дүртәүһе — ике-өс, һигеҙ төркөм өс-ете йәшлек балаларға тәғәйенләнгән.
Мәғариф учреждениеһы биләмәһендә 12 уйын, ике спорт майҙансығы бар.


Автор: Р. ЯЙҠАРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған

Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған 31.01.2026 // ---

Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә 30.01.2026 // ---

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған 23.01.2026 // ---

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә