Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Еребеҙҙе аяйыҡ
Еребеҙҙе аяйыҡАхырызаман етте! Ығы-зығы яратыусылар шулай тип ҡурҡытҡанда, тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡараусылар ҡәҙимгесә йәшәй. Шулай ҙа экологик хәл йылдан-йыл ҡатмарлаша бит әле. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов киләһе йылды Тирә-яҡ мәхитте һаҡлауға юҡҡа ғына арнаманы.

Эсәр һыуһыҙ ҡалһаҡ...

Сәбәбе ябай – кешелек тәбиғәтте һаҡлау проблемаларын хәл итеүҙе иң аҙаҡҡы планға ҡуя. Өфө Рәсәйҙең экологик йәһәттән иң бысраҡ 33 ҡалаһы иҫәбендә, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары ла – насар исемлектә. Республикалағы ҙур сәнәғәт предприятиеларының ҡалдыҡтары һыу ятҡылыҡтарына ағыҙыла, әммә халыҡҡа барыбер. "Баш ауырта, һауа насар, һыу эсерлек түгел", – тип үҙ-ара зарланышалар ҙа шуның менән оноталар. Йәмғиәттә әүҙемлек етешмәй.
Рәсәйҙә лә, республикала ла экология мәсьәләләрен яйға һалыу, тәбиғәтте һаҡлау буйынса закондар, программалар ҡабул ителһә лә, әлеге көндә уларҙы берләштереүсе, эшен йоғонтолораҡ итеүсе комплекслы система юҡ. Шуға күрә был өлкәләге ҡануниәт, күҙәтеүсе органдар экологик хәлде яҡшыртыу өҫтөндә эшләмәй, ә уның артабан насарайыуын бер аҙ яйлата ғына килә, тиергә була.
Заманыбыҙҙың иң киҫкен проблемаларының береһе – эсәр һыуҙың кәмеүе. Йылға-күлдәрҙең һайығыуы, ауыл-ҡасабаларыбыҙҙың һыуһыҙлыҡтан интегеүе хаҡында гәзиттә күп тапҡыр яҙҙыҡ, был проблема буйынса экологтар ҙа күптән саң ҡаға. Мәгәр әлегә уны хәл итеү юлдарын эҙләүгә дәүләт тарафынан иғтибар бик аҙ, ә беҙгә киләһе аяныслы яңылыҡты ғына ишетергә тура килә. Мәҫәлән, Бөрө районында данлыҡлы Шәмсетдин күле ҡороп бөтөп бара. Ә бит ул – йыл һайын балалар ял итергә барған, хозурлығы менән хайран иткән, тирә-йүнендә йәшәүселәрҙе балығы менән туйындырған, ярында һирәк үҫемлектәр осраған комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Һуңғы ике йылда бында һыу кимәле 2 – 3 метрға тиклем кәмегән, балыҡтар һәләк булған, йәшеллек ҡороған. Экологтар саң ҡаҡҡас, ниһайәт, проблеманы хәл итеү юлы табылған кеүек: әле ҡала янында Ағиҙелгә һурҙырғыс станция ҡуйылған, Шәмсетдингә тәүлегенә 100 мең кубометр самаһы һыу ҡойола. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Елена Щекина әйтеүенсә, проблеманы хәл итеүҙең башҡа юлы юҡ:
– Шәмсетдин күленең кимәле Ағиҙелдән бейегерәк, шуға күрә яҙғы ташҡында уға һыу тулырына өмөт юҡ. Ә күлдең хәлен яҡшыртыу өсөн яҡынса дүрт миллион кубометр һыу талап ителә.
Һурҙырғыс станция йыл аҙағына тиклем эшләйәсәк, артабан күл ләмдән һәм һыу үҫемлектәренән таҙартыласаҡ. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән.
Ярҙамһыҙ булмай

Бөрө районының Үрге Ласынтау ауылында йәшәүселәр иһә Ағиҙелдән йыраҡ түгел урында ике аҡҡошто шәйләгән. Ҡоштарҙың хәле үтә мөшкөл булған: аслыҡтан һәм һалҡындан йонсоп, йылы яҡҡа осоп китә алмағандар.
Изге күңелле кешеләр бар бит донъяла! Сергей Кулаков менән Илгиз Гәрәевтең ярҙамында аҡҡоштар тәбиғәтте һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәренә эләккән. Шулай итеп, Бөрө зоология заказнигында ҡышлағандан һуң, яҙын улар иреккә ебәреләсәк.
Әйткәндәй, ошондай уҡ хәл Илеш районында ла теркәлгән. Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Нефтекама филиалы белгестәре урындағы янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Базы йылғаһында ике йәш аҡҡошто тотҡан. Баҡһаң, береһенең ҡанаты һынған, икенсеһе иптәшен ташламаған... Ә өлкән аҡҡоштар балалары менән йылы яҡҡа осоп киткән икән. Табылдыҡтар Түбәнге Йәркәй ауылында, Заһретдиновтарҙа ҡышлаясаҡ. Изгелекле ғаилә аҡҡоштарҙы ҡарарға, йәшәү өсөн айырым урын әҙерләргә вәғәҙә иткән.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында төрлө ведомство белгестәре менән берлектә ойошторолған, хайуандар донъяһы мәсьәләләренә арналған матбуғат конференцияһында Айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе Салауат Мортазин ошо хаҡта һәм 2005 йылда булдырылған ойошманың эшмәкәрлеге тураһында әйтеп үтте. Улар республиканың экологик системаларындағы биологик төрлөлөктө, айырым тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау, тирә-яҡ мөхиттең хәлен яҡшыртыу, ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү кеүек эш менән шөғөлләнә.
– Кушнаренко районында махсус үҙәк булдырғанбыҙ, унда ауыр хәлгә тарыған йәнлектәрҙе һәм ҡоштарҙы дауалайбыҙ, ҡарайбыҙ. Мәҫәлән, быйыл йәй Башҡорт дәүләт университетының зоология музейында көн иткән, "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән һирәк ҡоштарҙы тәрбиәләнек, – тине Салауат Риза улы.

Һунарға барҙым,
айыу ауланым...

2012 йылдың 2 июленән берҙәм федераль өлгөлө яңы һунарсылыҡ билеттары ғәмәлгә инде. Уларҙы республикала 24 меңгә яҡын кеше алған да инде.
Ә ҡырағай йәнлектәрҙең һаны нисек иҫәпләнә? Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин әйтеүенсә, йәнлектәрҙең һанын ҡышҡы маршруттары буйынса иҫәпкә алалар, был эште һунарсылыҡ хужалыҡтары һәм тәбиғәт заказниктары егерҙары башҡара. Унан тыш, иҫәпләү эштәрендә авиатехника ла ҡулланыла.
Һунарсылыҡ биләмәләренә килгәндә, улар республиканың барлыҡ райондарында тиерлек бар, шуларҙың 42-һе – дөйөм ҡулланылышта. Ҡырағай йәнлектәрҙе аулаусыларға бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылһа ла, рөхсәт алыу мәшәҡәттәренең күплегенә һылтанып, браконьерлыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә аҙ түгел.
Улар, штраф арттырылһа ла, барыбер һунарға йөрөй, тәбиғәткә ҙур зыян килтерә. Проблеманың икенсе яғы ла бар: Башҡортостанда ҡотороу ауырыуын йоҡтороу осраҡтары теркәлеп тора, үткән айҙарҙа Учалы, Бөрйән, Белорет, Борай райондарында ошоға бәйле карантин да иғлан ителде. Был сир уғата хәүефле: ғәҙәттә, ҡотороу инфекцияһынан кеше һәләк була. Иң хәүефлеһе – ауырыуҙы дауалау мөмкин түгел, иҫкәртеү саралары ғына ҡотҡара ала. Йыл башынан Башҡортостанда ҡотороуҙың 11 осрағы теркәлгән. Ғәҙәттә, уға ҡырағай хайуандар дусар була. Шуға күрә браконьерҙар үҙҙәренең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Хайуандар донъяһын һаҡлау идаралығы начальнигы Глеб Егоров йәнлектәрҙең үҙ-үҙен тотошона бәйле үҙенсәлектәрҙе билдәләп үтте:
– Әгәр улар кеше эргәһенә ҡурҡыуһыҙ килә икән, тимәк, хәүефләнергә урын бар. Быйыл Сибай ҡалаһы урамында йөрөгән айыуҙы үлтереүҙәре хаҡында матбуғатта яҙылды, хайуанды яҡлаусылар, уны атҡандарҙы ҡанһыҙлыҡта ғәйепләүселәр ҙә табылды. Бәғзеләр йыртҡысты "айыу балаһы" тип тә һүрәтләне. Беренсенән, йәш ярымлыҡ айыу бала түгел, ул кешеләр өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра! Икенсенән, ҡала урамына юҡҡа килмәгән: ҡурҡыу белмәгәс, ниндәйҙер сиргә дусар булған. Шуға күрә атыуҙан башҡа юлдың булыуы мөмкин түгел. Әйткәндәй, ошоға оҡшаш хәл Йылайыр районында ла теркәлгән: айыу ауылға килеп, һарыҡтарҙы тамаҡлаған, уны осратҡан һәр кемгә ҡурҡыу тойғоһо кисерергә тура килгән. Бында ла йәнлекте атмайынса сара ҡалмаған: бер сирҡаныс алғас, ул тағы ла ошо аҙымға барасаҡ.
Ғөмүмән, һунарға үҙ белдеге менән, рөхсәтһеҙ һәм әҙерлекһеҙ барыусылар ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя: ҡотороу сиренән тыш, ҡырағай хайуандың һөжүм итеүе лә ихтимал бит әле! Ошондай хәл Архангел, Нуриман райондарында теркәлгән.
Күптән түгел ҡайһы бер мәғлүмәт сараларында сағылыш тапҡан "чупакабра" мәсьәләһен дә телгә алдылар. Башҡортостандағы Ветеринария идаралығының бүлек начальнигы Дамир Хужин шау-шыу ҡуптарыусыларҙың әҙәм ышанмаҫлыҡ фараздарын инҡар итте, йорт хайуандарын ҡырағай эттәр талағанына тамсы ла шикләнмәүен белдерҙе.
– "Чупакабра"нан түгел, ә ҡотороу сиренән, башҡа төрлө инфекцияларҙан ҡурҡырға кәрәк. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә сусҡа малын Африка тағуны юҡҡа сығара, насар яңылыҡтар Краснодар крайынан, Тверь, Мәскәү өлкәләренән килә. Айырым осраҡтар беҙҙең ут күршеләрҙә – Ырымбур өлкәһендә, Татарстанда ла теркәлгән. Был сир, кешеләргә туранан-тура янамаһа ла, иҫ киткес ҙур иҡтисади зыян килтерә. Шуға күрә йорт малының ғына түгел, ҡырағай ҡабандарҙың да хәл-торошон иғтибарҙа тотоу фарыз, – тине Дамир Әбүғәли улы.
...Тәбиғәт иҫ киткес гармониялы итеп яратылған: уның бер ғәмәле юҡҡа сыҡһа, башҡалары ла бер-бер артлы һәләкәткә дусар буласаҡ. Ошо тәбиғи эҙмә-эҙлелектә кешелектең дә ни бары бер күренеш икәнен онотмайыҡ.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...

Тотош уҡырға 1 150

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...

Тотош уҡырға 1 223

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 1 085

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...

Тотош уҡырға 1 177

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...

Тотош уҡырға 984

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...

Тотош уҡырға 1 267

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...

Тотош уҡырға 1 170

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...

Тотош уҡырға 1 185

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...

Тотош уҡырға 1 103

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...

Тотош уҡырға 1 090