Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Моңға манған ғүмер айыштарын, Көйгә һалған йөрәк һағышын...
Моң

Иң әүәлдә
Булған тиҙәр
Һүҙҙе.
Ҡалғандары
Аҙаҡ ялғанған:
Имеш, им-том,
Арбау,
Һамаҡ,
Таҡмаҡ...
Ә артығы
(Иҫтә ҡалмаҫтайы)
Артҡа ташланған.
Бәлки, шулай...
Әммә,
Миңә ҡалһа,
Иң тәү —
Көй булған ул,
Моң булған.
Һүҙ әйтмәй ҙә
Башҡорт
Мөңгөрләгән,
Мөңрәүендә
Бер йәм,
Көй булған.
Мөңрәүенә һалған
Ғәмен,
Сәмен,
Әрен,
Наҙын,
Зарын,
Һағышын...
Моңға манған
Ғүмер айыштарын,
Көйгә һалған
Йөрәк ҡағышын.
Алыштары,
Күргән михнәттәре,
Ғазаптары,
Юғалтыуҙары
Йыры менән
Илгә-көнгә сыҡҡан,
Тапҡан күңел
Уңалтыуҙарын.
Һүҙгә һыймағаны
Көйгә һыйған,
Ҡурайында һыҙған,
Бар зарын.
Һүҙһеҙ генә
Барыһын
“Һөйләп” биргән —
Асылында уйын
Көйләп биргән.
Моңло шуға
Халҡым йырҙары...

Ҡояш монологы

Һалдат ейәнем Ильясҡа

Бөгөн мине тәүгә күреп ҡалдың,
Тәүге тапҡыр — дала түшендә.
Һоҡланыуың күреп күҙҙәреңдә,
Һиҙгер йөрәгеңде төшөндөм.

Күрҙем һине йәнә ҡырыҫ дала
Ябынғанда ап-аҡ юрғанын.
Ҡарайым мин һиңә һағындырып,
Һыпырып ҡай саҡ буран
ҡорғанын.

Ҡарашымдан ҡарҙар, боҙҙар ирер,
Ярһып-шашып һыуҙар ағырҙар.
Йәшлек йырың иркен далаларға
Һағыш булып ҡанат ҡағырҙар.

Ҡаршылармын һине һил
таңдарҙа,
Һайрағанда һары һандуғас.
Иркәләрмен һине һабантурғай,
Ерҙе данлап, күккә талпынғас.

Мин ҡалҡырмын ҡырҙа,
һыйпай-һыйпай
Ҡылғандарҙың көмөш сәстәрен.
Тыуған яҡтан ағыр аҡ болоттар
Түгә-түгә һағыныу йәштәрен.
Батыр егет, әрме хеҙмәтеңдә
Айырылғыһыҙ, тоғро мин —
юлдаш,
Көн дә күрешер өсөн ерегеҙгә
Матур булып ҡалҡам мин —
Ҡояш!


Мәмбәт риүәйәттәре

Яҡташым Дауыт Ҡыуандыҡовҡа


Бабабыҙ Мәмбәт бай1 йәш саҡтан
Белгәнгә йәшәүҙең ҡәҙерен,
Йоттарҙа бер атҡа атланып,
Көтмәгән Хоҙайҙан әҙерен.

Иткән дә сәбәбен, йүн тапҡан,
Эҙләгән көн итеү сараһын.
Мал әйҙәп, даланы айҡаған:
Быҙаулыҡ — Таналыҡ араһын.

Хәләл өс ҡатыны оҙатҡан
Мәмбәтте ғүмере юлында:
Һағындыҡ — Йомаштан (Бөрйәндән),
Һыйлыҡай — Үр-Урал (Нуғайҙан),
Йомаһултан — Самаҙы (Үҫәргән).
Өс һылыу — өс холоҡ...
Донъя бит —
Булғандыр зыулашҡан саҡтар ҙа.
Уларҙы берҙәмлек, татыулыҡ
Һәм иргә тоғролоҡ ҡотҡарған...

Бүләккә: һигеҙ ул, алты ҡыҙ —
Мәмбәттең маһайыр бәҫелер.
Мулланың доғаһы юш килгән:
Ике йөҙ өйлөлөр нәҫеле!
Ҡалдырмай байлығын мираҫҡа
Ул беҙгә изге ер ҡалдырған.
Быуындан быуынға маяҡҡа
Иман һәм ҡот утын яндырған.

Тимер уҡ тапһаң да еҙ һымаҡ,
Ни генә яҙһаң да аҙ һымаҡ.
Хәтерҙә ул тере сағында
Ғүмере — яңырыр яҙ һымаҡ.

Яҡшы һүҙ, гел яҡты риүәйәт
Ҡалған бит бабабыҙ турында.
Шат рухы быуаттар юлында
Йылҡылдай толпарҙар ялында...

Илсегә юҡ үлем...

Айҙар Тойғоновтың2 яҡты иҫтәлегенә

Нисәмә көн киҫкен елдәр иҫә
Алыҫ-алыҫ диңгеҙ яғынан,
Ирәндектә хатта ҡарт имәндәр
Бөгөлөп төшкән ауыр ҡайғынан.

Ҡурғаш кеүек ҡара болоттарҙан
Туйраларҙың йәне йәнселә...
Әллә ниңә улдар күкрәгенә
Диңгеҙ еле ҡаты сәнселә.

Айҙар туған! Утыҙ ғына йәштә
Утлы заман йөгөн йөкмәнең,
Илдәр араһында именлеккә
Йәшлек дәртең ектең, өркмәнең.

Һыу шикелле эстең ғәрәп телен,
Башҡорт телен илттең ғәрәпкә.
Тылмаслыҡты асҡыс итеп алғас,
Ҡалғайны бит күптәр ғәжәпкә.

Илселектә һин иң йәше инең —
Кәрим Хәкимовтың вариҫы.
Йәмәндәрҙән ҡайтты яман хәбәр,
Атаң-әсәң ҡалды зар кисеп.

Тарих менән Заман алышында
Күңелең булды бөтөн, бүлемһеҙ.
“Илсегә юҡ үлем” —
хаҡ һүҙ йәшәй,
Һин үлемһеҙ, Айҙар, үлемһеҙ!..

_____________
1Мәмбәт Мырҙабәк улы Ҡәйүпов 1715—1792 йылдарҙа йәшәгән.
2Рәсәйҙең Йәмән Республикаһындағы илселегенең III секретары һәм матбуғат атташеһы.

Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...

Тотош уҡырға 1 151

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...

Тотош уҡырға 1 224

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 1 085

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...

Тотош уҡырға 1 177

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...

Тотош уҡырға 984

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...

Тотош уҡырға 1 268

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...

Тотош уҡырға 1 172

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...

Тотош уҡырға 1 186

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...

Тотош уҡырға 1 103

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...

Тотош уҡырға 1 090