Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ — саммитта
Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала ҡатын-ҡыҙҙарҙың III Евразия саммитында Рәсәй, Беларусь, Украина, Катар, Израиль, Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстандан 350-нән ашыу кеше, шул иҫәптән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкселегендәге делегация ҡатнашты. Был башланғысты Евразия күләмендә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә айырым иғтибар биргән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та хуплағайны.
— Валдай форумында Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡаҙағстан һәм Беларусь республикаларын Рәсәйҙең төп стратегик партнерҙары тип билдәләгәйне, — тине Лилиә Ғүмәрова үҙ сығышында. — Өс дәүләттең программаларын һәм башланғыстарын тормошҡа ашырыу, Таможня союзы ағзаларының уңышлы хеҙмәттәшлеге өсөн беҙҙең республика — иң уңайлы майҙансыҡ. Уҙған йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы сауҙа күләме 683,2 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Беҙҙең тышҡы сауҙа әйләнешендә әлеге дәүләт етенсе урынды биләй. Республикала Ҡаҙағстан эшҡыуарҙары ҡатнашлығындағы 23 предприятие уңышлы эшләп килә.
Сәйәсәттә һәм эшҡыуарлыҡта ҡатын-ҡыҙҙың мөмкинлектәрен арттырыу, йәмғиәтте социаль йәһәттән яңыртыу, дәүләт менән эшҡыуарлыҡ араһындағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре саммитта тикшерелгән төп темалар булды.
— ХХI быуатта ҡатын-ҡыҙ тормоштоң бөтә өлкәләрендә төп урындарҙы биләйәсәк. Йәмғиәтте социаль яңыртыу бурыстарын тормошҡа ашырыуҙа ла тап ул ҙур әһәмиәткә эйә, — тине сараға махсус ҡунаҡ сифатында килгән Ҡаҙағстан парламенты депутаты Дәриғә Нурсолтан ҡыҙы Назарбаева. — Иң бай һәм алға киткән дәүләттә лә социаль тәьминәт өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән ҡатын-ҡыҙға ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. Гүзәл зат — ғаилә усағына йән өрөүсе лә, хәстәрлекле әсә лә.
Сара программаһы тематик секцияларға бүленде. Улар Евразия интеграцияһының иҡтисади йүнәлештәренә, ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығын үҫтереү, дәүләт менән эшҡыуарлыҡтың хеҙмәттәшлеге, социаль яңырыу, үҫеш мәсьәләләренә арналды. Лилиә Ғүмәрова “Евразия интеграцияһы — һөҙөмтәле иҡтисади үҫеш стратегияһы” тигән секцияла сығыш яһаны. Халыҡ-ара форумда шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар етештергән продукцияның күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо. Башҡортостан стенды ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы, Өфө трикотаж фабрикаһы, Туймазының “Тәмлекәстәр яланы” предприятиеһы, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты иғтибар үҙәгендә булды. Уларҙың тауары тиҙ арала һатылып бөттө.
Һөйләшеүҙәр өсөн майҙансыҡта Аллергология һәм педиатрия клиникаһының һәм “Профилактик медицина” йәмғиәтенең баш табиптары Рәсәйҙә шәхси һаулыҡ һаҡлау системаһын ғәмәлгә индереү үҙенсәлектәре менән уртаҡлашты. Был система социаль үҫештең һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ил халҡының һаулығын һаҡлау сараларына арнала.
“ТАУ Нефтехим” идарасы компанияһының етештереү буйынса директоры Ирина Шаһимәрҙәнова сит илдәрҙә ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығын үҫтереү, Рәсәйҙең ошо өлкәләге тәжрибәһе хаҡында һөйләне.
Лилиә Ғүмәрова Ҡаҙағстан парламенты депутаты, Социаль һәм мәҙәни үҫеш буйынса комиссия ағзаһы Надежда Петухова, Ҡаҙағстан Президенты ҡарамағындағы Ҡатын-ҡыҙ эштәре һәм ғаилә-демография сәйәсәте буйынса милли комиссия консультанты Камал Алпейсова менән берлектә Астаналағы Республика балалар реабилитация үҙәгендә булды. Бынан тыш, ул “SOS — Ҡаҙағстандың балалар ауылдары” халыҡ-ара проекты менән танышты. Проектҡа ярашлы, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға социаль учреждениелар селтәрендә тәрбиә бирелә. Бөгөн бындай йорттар 65 мең балаға һәм үҫмергә төйәк булған. “SOS — Балалар ауылдары” проектының педагогик, медицина һәм социаль программаларына, ашығыс ярҙам акцияларына ярашлы бөтә донъяла меңдәрсә сабыйға ярҙам күрһәтелә. Ҡаҙағстандағы балалар ауылдары нигеҙендә ғаилә тәрбиәһенең алдынғы технологиялары ҡулланыла, кескәйҙәрҙең мәнфәғәте, хоҡуғы яҡлана.
Евразия саммиты социаль өлкәне, һаулыҡ һаҡлауҙы, шәхси эшҡыуарлыҡты, дәүләт менән партнерлыҡты үҫтереү йәһәтенән яңы мөмкинлектәр асты.

Айрат ХӘЛИЛОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...

Тотош уҡырға 1 151

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...

Тотош уҡырға 1 224

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 1 085

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...

Тотош уҡырға 1 177

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...

Тотош уҡырға 984

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...

Тотош уҡырға 1 268

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...

Тотош уҡырға 1 172

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...

Тотош уҡырға 1 186

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...

Тотош уҡырға 1 103

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...

Тотош уҡырға 1 090