Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---
Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш ......
Тотош уҡырға 1 431
Райпо — совет осоронан ҡалған таныш һүҙ. Ҡулланыусылар кооперацияһы бөгөн дә йәшәй, үҫешә. Бының төп күрһәткестәренең береһе — кооперативтарҙы үҙе аҫтына алған Башпотребсоюз ҡаҙнаға миллиард һумдан ашыу һалым индерә. Ойошма эшселәренең фиҙакәрлеге һәм һөнәри оҫталығы ярҙамында алға бара.

Бөтә ил буйынса ҡулланыусылар кооперативтары төрлө һынауҙар алдында тора. Тәүҙә уларҙы пандемия йонсотһа, унан санкциялар, махсус операция. Әммә тышҡы хәүефтәргә ҡарамаҫтан, Башҡортостандың ҡулланыусылар кооперацияһы йәшәүен дауам, хатта алға бара, үҫешә, тиергә мөмкин. Башпотребсоюз (Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы) яңы сауҙа нөктәләре һәм етештереү майҙансыҡтары асып, ауылдарҙы йәнләндерә. Союз ил һәм халыҡ-ара форумдарҙа һәм йәрминкәләрҙә республиканы таныта. Уның Архангелдә үткән халыҡ-ара ҡулланыусылар кооперацияһы форумындағы еңеү — быға асыҡ миҫал. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башпотребсоюз Рәсәйҙәге 70-тән ашыу төбәк союзы рейтингында алтынсы урынға күтәрелде.
Бөгөн Башҡортостандың ҡулланыусылар кооперативтары нисек йәшәй? Улар социаль миссияһын нисек үтәй? Эре сауҙа селтәрҙәре менән нисек көрәшә? Был һорауҙарға Башпотребсоюз етәксеһе Венер Ильясов «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында яуап бирҙе.

— Ысынлап та, ауыр осор ине, беҙгә кооперация системаһының эшен тамырынан үҙгәртеп ҡорорға тура килде. Күп кенә кооператиция ағзалары үҙҙәренән нимә талап ителгәнен аңламай ине. Мин был өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләйем, шуға күрә бөтә проблемаларҙы ла белеп килдем. Беҙҙең өсөн иң мөһиме кооперация мөлкәтен һаҡлап ҡалыу ине. Эште оҙаҡ йылдар ремонт күрмәгән биналарҙы йүнәтеүҙән, документацияны рәтләүҙән башланыҡ. Бер районда күп кредиттар арҡаһында банкка залогка һалынған мөлкәтте кире һатып алырға тура килде. Артабан «Башпотребсоюз»дың бөтә эшҡыуарлыҡ майҙандарын һаҡлап ҡалдыҡ һәм киңәйттек.
— Ә бөгөн ниндәй йүнәлештәр мул табыш бирә?
— Беҙҙең кафе-ашханалар бар, бынан тыш, ауыл хужалығы продукцияһы етештерәбеҙ, сауҙа итәбеҙ. Йәмәғәт туҡланыуы — ҡатмарлы, әммә бик отошло бизнес. Бөгөн беҙ республикала бер юлы 5 мең кешене хеҙмәтләндерә алабыҙ. Әммә ашханаларҙы яңыртыу, замансалаштырыу кәрәк. Артабан был сауҙа тармағына ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Бынан тыш, хәҙер иҡтисади шарттарҙа етештереү иң отошлоһо. Етмәһә, беҙҙең продукция үҙенең юғары сифаты менән алдыра. Беҙ уны шул уҡ халыҡтан һатып алған картуфтан, кишерҙән эшләйбеҙ. Киләсәктә ҡабул итеү пункты булған ҙур магазин төҙөргә ниәтләйбеҙ, кешеләр үҙ тауарын аҡсаға ала йәки беҙҙең продукцияға алмаштыра аласаҡ. Ә беҙҙең продукция ассортименты киң. Ҡырмыҫҡалы, Ҡандры икмәге, Баҡалы колбасаһы һәм ҡаҙылығы тәҡдим итәбеҙ. Әлшәй, Баҡалы, Бишбүләк райондарында тәмле сифатлы лимонад әҙерләйҙәр. Балтас районында балан ҡатығы тигән үҙенсәлекле милли эсемлек етештерелә. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, ил кимәлендә йәки халыҡ-ара форумдарҙа булһынмы, республикабыҙҙа етештерелгән продукцияны рекламалайбыҙ, популярлаштырабыҙ. Бөтәһе 141 тауар «Башҡортостан продукты» сифат билдәһе менән билдәләнгән.
— Венер Зәки улы, етештереү һатыу итеүҙән ысынлап та отошлораҡмы ни?
— Әлбиттә, сауҙа итеү ҙә беҙҙең өсөн мөһим йүнәлеш булып тора. Беҙ Рәсәйҙә беренсе булып «КООП Около» франшизаһын (кооперация) башлап ебәрҙек. Был беҙҙең «Пятерочка» менән берлектәге проектыбыҙ. Иң түбән ставка менән компания һатыу ҡорамалдары һәм тауарҙар менән тәьмин итә. Был франшизаның өҫтөнлөгө шунда: беҙ X5 Group тәжрибәһен ҡуллана алабыҙ, уларҙың нигеҙендә ҙур һатыу базаһын булдырабыҙ.
Күптән түгел Стәрлетамаҡта ҙур «КООП Около» магазины асылды һәм шунда уҡ халыҡ иғтибарын яуланы. Әле республикала 239 магазин иҫәпләнә. Иң күбе - Бишбүләк районында (24). Был күрһәткес буйынса Бишбүләк районы ҡулланыусылар йәмғиәте республикала ғына түгел, илдә лидер булып тора. Мәскәүҙә үткән Рәсәй Үҙәк союзының киңәйтелгән кәңәшмәһендә кооператив етәксеһе Ринат Гәрәевтың уңышлы эшен билдәләп үттеләр. Илдең башҡа төбәктәре хәҙер «КООП Около» селтәрен булдырыуҙа кәңәш һәм ярҙам һорап беҙгә мөрәжәғәт итә.

— Һеҙҙең системала миллиардер — «Баҡалы» ҡулланыусылар йәмғиәте бар. Ҡырмыҫҡалылар ҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Уларҙың уңыштарының сере нимәлә?
— Уңыш сер кешеләрҙә. Был предприятиеларға БР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәрҙәре, Салауат Юлаев ордены кавалерҙары Александр Николаевич Дырнаев («Баҡалы» ҡулланыусылар йәмғиәте) һәм Рәүис Әбүзәр улы Хәзиев (Ҡырмыҫҡалы районы ҡулланыусылар йәмғиәте) етәкселек итә. Улар был ойошмаларҙы тиҙ арала бөлгөнлөктән сығарып, Рәсәйҙең флагманына әйләндерҙе. Уларҙың уңыштарының сере - үҫеште күҙҙалап эш итеүҙә. Сөнки Рәсәйҙә ни бары 11 миллиардер (йыллыҡ әйләнеше 1 миллиард һум тәшкил иткән кооператив ойошмалар) иҫәпләнә, ә «Баҡалы» ҡулланыусылар йәмғиәте — шуларҙың береһе. Ҡырмыҫҡалы район ҡулланыусылар йәмғиәте лә миллиард һумлыҡ сиккә яҡынлаша. Республикала һәм илдә күптәр легендар Ҡырмыҫҡалы икмәге менән таныш. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районы ҡулланыусылар кооперативы көнөнә 12 тонна икмәк һәм 500 килограмм кондитер тауарҙары етештерә. Икмәк продукцияһы Рәсәйҙең һәм республиканың иң яҡшы 100 тауарҙары иҫәбенә инә. Баҡалы районында ла икмәк етештереү үҫешә. Ике кооператив та үҙ продукцияһына хәләл сертификат алған. Бындай ризыҡҡа әлеге ваҡытта ихтыяж ҙур. Әйткәндәй, яҡын арала сауҙа баҙарын киңәйтеү өсөн башҡа продукцияға ла был хәләл сертификатын алырға уйлайбыҙ.
— Әйткәндәй, икмәк тураһында. Әле һаман төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә продукция ташыған автолавкалар бар.
— Ҡулланыусылар кооперативы эшләгән бөтә райондарҙа ла күсмә магазиндар эшләүен дауам итә. Эйе, был отошһоҙ. Әммә беҙ быны үҙебеҙҙең социаль миссия тип күрәбеҙ. Мәҫәлән, Ейәнсура районының төпкөл ауылынан оло йәштәге инәй шылтыратып икмәк һораһа, ҡулланыусылар кооперативы уны әҙерләп, автолавканы ебәрә. Район хакимиәттәрендә лә ғаризалар ҡабул ителә, бергәләп кешеләргә ярҙам итәбеҙ.
Башҡортостанда 261 ауылды 22 автолавка хеҙмәтләндерә. Былтыр тәүге ярты йыллыҡта сауҙа әйләнеше 35,8 миллион һум тәшкил итһә, быйыл ул 36,6 миллионға еткән. Был йәһәттән Ауырғазы, Бишбүләк, Баҡалы, Благовар, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Ейәнсура райондарындағы кооперативтар айырыуса уңышлы эшләй.

КИЛӘСӘККӘ ЫШАНЫС МЕНӘН
— Белеүемсә, һеҙ кадрҙар әҙерләүҙә лә һөҙөмтәле генә эшләйһегеҙ. Был киләсәккә нигеҙме?
— Беҙҙә ике техникум бар — Өфөләге Башҡорт кооператив техникумы һәм Бөрө кооператив техникумы. Әйткәндәй, икеһенең дә тарихы ҡыҙыҡлы. Был уҡыу йорттарына Советтар Союзының ауыр осоронда нигеҙ һалына. 20-се йылдар аҙағында илдә аслыҡ башлана, белем алыу икенсе планға күсә. Әммә наҙалыҡҡа ҡаршы көрәш иғлан ителә һәм ошо техникумдар булдырыла. Улар үҙҙәренең миссияһын бөгөн дә үтәй: квалификациялы белгестәр әҙерләй, матди-техник базаһы яҡшы. Беҙҙең техникумда иҡтисадсылар, юристар, башҡа өлкәләр буйынса белгестәр әҙерләнә. Төп өҫтөнлөк — беҙҙең студенттар райондарҙа стажировка үтә. Йәйге осорҙа улар аҡса эшләп, ата-әсәһенә ярҙам итә ала. Был өлкәне артабан да үҫтерергә уйлайбыҙ. Балалар өсөн бик мөһим. Хәҙер Берҙәм дәүләт имтиханы (БДИ) талаптары ҡәтғиләштерелде, 9-сы кластан һуң беҙҙең техникумдарға уҡырға инергә мөмкин. 9-сы кластан һуң белем алыу — ике йыл, ә 11-се кластан һуң бер йыл.
Беҙ шулай уҡ Рәсәйҙә беренсе булып Бишбүләк районында Башҡорт кооператив техникумы һәм Башпотребсоюз ярҙамында кооператив класс булдырҙыҡ. Төп белемдән тыш, балалар иҡтисадты, етештереү өлкәһен дә үҙләштерә. Әйткәндәй, тәүге сығарылыш класы хәҙер техникумдың икенсе курсында уҡый. Бишбүләк районының ҡулланыусылар йәмғиәте уларҙың уҡыу хаҡын тулыһынса түләй, дипломдарын алғас, был белгестәр районға ҡайтып, кооперативтарҙа эшләргә тейеш. Башпотребсоюз алдынғы уҡыусылар өсөн ай һайын стипендия түләй. Өҫтәүенә, беҙ уларҙы йыл һайын бер тапҡыр бирелә торған 50, 30 мең, 20 мең һум түләүҙәр менән дәртләндерәбеҙ.
— Әйткәндәй, буласаҡ кооперация хеҙмәткәрҙәре өсөн оҫталыҡ дәресе бирегеҙсе. Уңышлы етәксе булыр өсөн ниндәй булырға кәрәк?
— Ысынлап та, ҡайһы саҡта ҡатыраҡ та, ә ҡайһы саҡта теҙгенде бушата белергә лә кәрәк. Ни тиһәң дә, кешеләр робот түгел, һәр кеше айырым ҡараш талап итә. Мәктәптәге кеүек үк, кемдең нимәгә һәләтле икәнен шунда уҡ күреп була. Тәүге көндән үк беҙҙең төп принцип — урындағы башланғыстарға ҡамасауламау булды. Алтын урталыҡ кәрәк: аңлы контроль булырға һәм үҙаллылыҡты сикләмәҫкә тейеш. Артыҡ идара итеү һәм даими рәүештә ҡыҫылыу ойошманың һөҙөмтәлелеген бөтөнләй кәметә. Һәр етәксе үҙ тәжрибәһенә, белеменә, үҫешкә ынтылышына таянып, предприятиеһын алға алып бара. Ҡулланыусылар кооперацияһының төп принциптарының береһе — етәкселәр тәғәйенләнмәй, уларҙы пайсылар тауыш биреү юлы менән һайлай. Йыл һайын йыйылыштар үткәрелә, һәр пайсы тауыш бирә, үҙ фекерен белдерә ала, етәксенең һәм кооперативтың үткән йылдағы эшмәкәрлеген баһаларға мөмкин. Тәжрибә күрһәтеүенсә, тап үҙ пайсыларының ышанысын яулаған етәксе иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә, сөнки улар үҙҙәре алдындағы яуаплылыҡты аңлай һәм бөтә кооператив файҙаһына эшләргә ынтыла.
Бөгөн бөтә етәкселәр ҙә әүҙемлек, яуаплылыҡ, ныҡышмалылыҡ күрһәтә, ойошмаларының үҫешенә күп көс һала. Әммә уларҙың эш һөҙөмтәһе мираҫҡа ниндәй ойошма ҡалыуына ла бәйле. Ҡайһы берҙәр бөлгөнлөккә төшкән компанияларҙы үҫтереп, юғары һөҙөмтә күрһәтә. Бәғзеләр етәксе итеп тәғәйенләнгәндән һуң етди ауырлыҡтарға осраны, һәм беҙ уларға хәҙер ярҙам итәбеҙ. Йылына яҡынса бер миллиард һум һалым түләйбеҙ, миңә ҡалһа, һәйбәт һөҙөмтә. Ҡулланыусылар йәмғиәте алға атлауын дауам итә, күпселек уңыштарыбыҙ өсөн тоғро етәкселәргә һәм ябай эшселәргә рәхмәтлебеҙ.
Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---
Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш ......
Тотош уҡырға 1 431
Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---
Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман ......
Тотош уҡырға 1 511
В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---
Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....
Тотош уҡырға 1 311
В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---
Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12 ......
Тотош уҡырға 1 424
В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»). 21.08.2018 // ---
"Иҙел башы" форумы нигеҙендә «Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны» булды...
Тотош уҡырға 1 713
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---
"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ ......
Тотош уҡырға 1 223
“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---
– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш ......
Тотош уҡырға 1 510
Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---
Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының ......
Тотош уҡырға 1 433
В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---
По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы ......
Тотош уҡырға 1 433
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---
28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем ......
Тотош уҡырға 1 339
Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---
Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном ......
Тотош уҡырға 1 318