Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә 30.01.2026 // ---
Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә...

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы Артур Хәсәнов яңы йыр сығарған. Татар телендәге яңы композиция «Ҡаҙҙар» («Гуси») тип атала. Йырҙы Илзирә Вәлиуллина һүҙҙәренә Игорь Дмитриев яҙған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Артур Хәсәнов өлөшләтә мобилизация ваҡытында Филүс Ҡаһиров репертуарынан «Кейек ҡаҙ юлдары» йырын башҡарып киң танылыу яуланы. Уның видеояҙмаһы тиҙ ваҡытта интернетҡа таралып, йырсыға көтөлмәгән популярлыҡ килтерҙе. Видеоға ҡарата күптәр йылы фекерҙәрен яҙҙы, яугирға именлек теләп доғалар ҡылды. Артурҙың йыр-моңға һәләтен Әнүәр Нурғәлиев, Рифат Зарипов, башҡорт һәм татар эстрадаһының башҡа йырсылары бик юғары баһаланы.
«Башинформ» агентлығына Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Артур Хәсәнов МХО зонаһында ҡыйыу хеҙмәте өсөн IV дәрәжә Георгий кресы менән бүләкләнгән.
«2020 йылдан алып Артур Хәсәнов районыбыҙҙың мәҙәни-ял итеү үҙәгендә эшләй. Артур — ысын талант эйәһе. Уның йыр-моңға һәләтенә һоҡланырлыҡ. Халыҡ йырҙарын да оҫта башҡара, татар эстрадаһы артистары менән эшләй, заманса тауыш һәм көй яҙҙырыу оҫталығы ла бар», — тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.
Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә 30.01.2026 // ---
Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә...