Геройҙар үҙ ҡаһарманлығы тураһында һөйләргә яратмай. Муса Гәрәев тә шулай икән. Күпме генә ҡылын тартып ҡарайым, ни өсөн ике тапҡыр Герой иткәндәрен асыҡ һөйләмәне. Хәйер, ул кәрәкмәйҙер ҙә. Мин — Курскиҙың утлы дуғаһынан Прагаға саҡлы ауыр һуғыш юлы үткән кеше — уны былай ҙа беләм бит инде. Ә инде уның тәбиғәте, холҡо-фиғеле, үҙ-үҙен тотошо Илеш районы халҡына ике тамсы һыу кеүек оҡшаш. Маҡтаныу, шапырыныу, үҙен үҙе һүҙ менән күрһәтергә тырышыуҙың әҫәре лә һиҙелмәй. Кеше өсөн иң ҡиммәтле нәмәнең хеҙмәт икәнлеге, Илеш халҡына хас булғанса, уның ҡанына һеңгән инде. Ә фронтта хеҙмәттең үлем менән бәйле булыуы һәр кемгә лә мәғлүм. Унда, билдәле, үтә иғтибарлы, кескәй кенә нәмә өсөн ҙур яуаплылыҡ хисе тойоу, аң-аҡыл менән эш итеү кәрәк.
Бер ваҡыт, шулай, дошманға һибеләсәк бомбалар ташланмаған, кире ҡайтҡан — люк асылмаған. Секунд-минут эсендә эшләнергә тейешле эшкә иғтибар етмәү үҙҙәрен дә, подразделениены ла харап итергә мөмкин ине. Йәнә бер миҫал. Бер осҡанда самолеттың моторы “кәзәләнә”. Самолет яраланған бөркөт кеүек, ергә томорола. Инде ҡаҙалды тигәндә, кинәт күккә күтәрелә башлай. Бер секундта моторҙы ҡабат эшләтеп ебәреү өсөн һалҡын ҡанлылыҡ та, оҫталыҡ та, аң-аҡыл да кәрәк ине. Күпме осоусылар шул сифаттар етмәү арҡаһында харап булды бит.
Энгельс ҡалаһындағы осоусылар мәктәбен тамамлай Муса Гәрәев. Был мәктәптә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уҡый. Майор Бершанская етәкселегендә төнгө бомбардировщиктар полкы ойошторола. Унда Бәләбәй ҡыҙы Мәғүбә Сыртланова, Куйбышевта йәшәгән Ләйлә Санфирова ла була. Был ҡыйыу ҡыҙҙарҙың икеһенә лә Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелә.
Фронтта Муса (ул 1922 йылда тыуған) ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Әхмәтхан Солтан менән дә дуҫ була. Бер көндө, шулай, ял иткәндә, улар яҡындағы урманға бара. Ҡараһалар, бер осоусы ҡыҙ аҫылыныу өсөн ҡайынға еп бәйләп маташа. Был Ләйлә Санфирова була. Ул кулак ҡыҙы икән. Фронтҡа үҙе теләп килгән. Ә бына, бай ҡыҙы булыуы асыҡланғас, уны осоуҙан мәхрүм иткәндәр: самолеты-нийе менән фашистарға һатылыуы мөмкин, йәнәһе.
Муса менән Әхмәтхан Ләйләне үлемдән ҡотҡара. Полк командирына барып, уның яҙмышы өсөн көрәшәләр. Ул ғына ла түгел, Әхмәтхан Ләйләгә ғашиҡ була. Улар бер-береһен ярата. Арттырып әйтһәк, ут эсендә Таһир-Зөһрә, Йософ-Зөләйха мөхәббәте барлыҡҡа килә. Муса Таңсулпан исемле бер сибәркәйгә ғашиҡ була. Беренсе мөхәббәт! Беренсе бәхет! Ут эсендәге мөхәббәт! Муса уның ялҡынында ҡыҙынып ҡына ҡалмай. Был мөхәббәтте мәңгелек итә. Ут эсендә туй яһала. Тәүәккәл таш яра, тигәне шулдыр инде. “Егет икәнһең, Муса, дошмандың күпме танкын селпәрәмә килтерҙең, полкка килгән ҡыҙҙарҙың да баш бармаҡ кеүеген эләктереп алдың”, — тиҙәр уға осоусы дуҫтары. Ә инде Әхмәтхан менән бергә Ләйлә яҙмышы өсөн борсолоп йөрөүҙәре уларҙың кешелек сифаттарын бик күпкә биҙәне.
Муса Гәрәевтең фронт юлдарын һанап сығыу ғына ла шаҡтай ауыр хәл. Сталинградтағы алыш. Никополь плацдармы. Ҡырым күге, Севастополь, Белоруссия операцияһы, Германия. Һуғыштың һуңғы көндәре. Бөйөк Еңеү...
Һуғышҡа берәү ҙә герой булам тип бармайҙыр. Александр Матросов түше менән дошман амбразураһын герой булыр өсөн ҡапламағандыр. Бында кешелеклелек тигән бөйөк төшөнсәнең ысын иманы балҡый. Фронтта кеше тиҙ һынала. Унда, бәғзе бер кеше кеүек, үҙеңде һүҙ менән генә күрһәтеү һис мөмкин түгел. Бына артиллеристар. Дошман танктары килә. Бер пушка, әйтәйек, алты-ете танкты тонсоҡторҙо. Был — батырлыҡ. Әммә ул батырлыҡ, минеңсә, шул минутта ғына барлыҡҡа килмәгән. Ундай сифаттар кешелә бала саҡта уҡ тәрбиәләнә башлай. Мусаның ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы булыуында ата-әсәһе, халҡы, Ватан тәрбиәһе йоғонтоһон күреү ҡыйын түгел. Уның хаҡында күп яҙҙылар. Үҙе лә бер нисә китап сығарҙы. Миңә әле бәләкәй генә мәҡәләлә уны ике тапҡыр Герой иткән хәрби шарттарҙы һанап сығыу бик ҡыйын. Хәйер, ундай маҡсат ҡуйылманы ла. Ҡуйыу мөмкин дә түгел. Теләгән кеше уның данлыҡлы ғүмере менән нығыраҡ танышыу өсөн 1981 йылда Башҡортостан китап нәшриәте тарафынан сығарылған “Штурмовиктар һөжүмгә бара” тигән китабын уҡый ала. Дөрөҫ, тыйнаҡ кеше булараҡ, ул унда үҙе тураһында түгел, ә һуғышсан дуҫтарының батырлығы тураһында күберәк яҙа. Хәйер, батырлыҡтар ҙа фронтта яңғыҙ килеш кенә түгел, күмәк рәүештә барлыҡҡа килде бит. Әлбиттә, ни генә тимә, шәхси ҡаһарманлыҡ та булырға тейеш. Берәүҙең зирәклеге әллә күпме кешене үлемдән ҡотҡара, бөтә бер подразделениены һаҡлап ҡала ала.
Муса Ғайса улының ундай ҡаһарманлыҡтары һанап бөтөргөһөҙ. Шуларҙың һис юғында береһен генә булһа ла иҫкә алайыҡ әле. Бер ваҡыт, беҙҙең пехота атакаға күтәрелһә, дошман танктары теҙмәһе таш стена булып теҙелә. Күпме кеше ҡырыла. Һуңынан ул танктарҙың ҡайҙа йәшеренгәнлеген тапмайҙар. Бының өсөн, билдәле, күҙәтеү алып барыуҙы үҙебеҙҙең яҡ менән генә сикләү файҙаһыҙ. Ҡыҫҡаһы, дошман тылында осорға кәрәк. Быныһы инде — күрәләтә үлемгә барыу. Ундай осоштар Муса тарафынан күп эшләнде. Полк командиры, үлем күҙенә ташланған өсөн, Муса Гәрәевте әллә нисә тапҡыр шелтәләне. Дөрөҫ, уның ҡыйыулығы, ауыр хәлдәрҙән сыға белеүе менән ныҡ ғорурланалар. Шулай ҙа мәсьәләнең икенсе яғы бар. Муса Гәрәев кеүектәрҙең ғүмерен һаҡлау өсөн дә көрәшергә кәрәк. Был юлы ла, әлеге танктарҙың ҡайҙа йәшеренгәнлеген асыҡларға кәрәк булғас, полк командиры башта Муса Гәрәевте ебәрергә уйламаны. Үҙе осорға рөхсәт һорағас та икеләнеп торҙо. Дошман тылына сыҡһаң, кире ҡайта алмаҫһың, эшләмә ундай “ахмаҡлыҡты”, һаҡла үҙеңде, тине.
Ләкин тыңламаны Муса командир һүҙен. Дошман тылына осто. Уны зенитчиктар уты солғаны. Самолеты әллә нисә урындан тишкеләнеп бөттө. Уның башында “йә еңеү, йә үлем” тигән уй ғына бар ине. Ә инде тапмай ҡайтыу — ҡороно бушҡа ауҙарыу менән бер. Тапты урындарын. Һәр танкка махсус окоп яһап, шунда йәшергәндәр ҙә өҫтөн маскировкалап ҡуйғандар. Беҙҙең самолеттар Муса Гәрәев күрһәтеүе буйынса оса. Дошман танктарын бомба менән “һыйлайҙар”. Пехота алға ынтыла. “Күлдәк менән тыуған”, “Үлмәҫбай”, “Бөркөт” — тағы әллә ниндәй атамалар тағыла уға. Ул полк штурманы булыу дәрәжәһенә күтәрелә.
Һуғыштан һуң Муса Гәрәев Фрунзе исемендәге хәрби академияны, шунан Генеральный штаб академияһын тамамлай. Һаман шулай күп оса, яңы типтағы самолеттарҙы һынау осошонда ҡатнаша. Бер нисә мәртәбә СССР Верховный Советына һәм Башҡорт АССР-ы Верховный Советына депутат итеп һайлана. ДОСААФ-та йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә күп көс һала.
Ат кешнәшеп, һандуғас һайрашып, кеше һөйләшеп таныша. Хәйер, бәғзе бер ваҡыт һөйләшмәй ҙә, күҙ ҡараштары аша ла кемдең кем икәнлеген самалап була. Майлы сүлмәк тышынан билдәле, тиҙәр. Әлеге Илеш районы ҡунаҡханаһында Муса Гәрәевтең әллә күпме ыңғай сифаттарын күреп шатландым. Теүәллек, сабырлыҡ, иплелек — тағы ла әллә ниҙәр. Кис ятырға әҙерләнгәс, салбарындағы һырҙың боҙолоуын күреп борсолдо ул. Нисек итһә итте, үтек табып, салбарын үтекләп алды. Шунан уның һырына ҡарап һоҡланды. Ҡулды киҫерлек ҡылыстай булған, йәнәһе. Беҙҙең салбар ваҡыт-ваҡыт күрек кеүек булып бөтә. Бигерәк тә юлда йөрөгәндә. Ә бына Муса Гәрәев беҙҙең кеүек шапшаҡлыҡ менән килешеп йәшәмәй икән. Иртәгә уның кешеләр менән осрашаһы бар. Кешенең эсе лә, тышы ла матур булырға тейешлек төшөнсәһе уның инде ҡанына һеңгән.
Халыҡ менән осрашыу мәҙәниәт йортоноң ҙур залында булды. Муса Гәрәевкә ярты сәғәт ваҡыт бирҙеләр. Ул бер нәмәгә лә ҡарамай һөйләне. Һөйләме мәғәнәле, логик эҙмә-эҙлекле, сәнғәтле булды. Шуныһы ғәжәп: сәғәтенә бер генә тапҡыр ҡарамаһа ла, һүҙен ул нәҡ утыҙ минутта теүәлләне. Иртән оҙаҡ итеп күнекмә яһауы, сама менән ашай белеүе, кешеләргә ҡарата булған яҡшы мөнәсәбәте, үҙен һәр саҡ ябай тотоуы, ваҡыт-ваҡыт матур йылмайыуында оялсанлыҡ сатҡыларының һирпелеп китеүе — тағы ла күп төрлө ыңғай сифаттары уны ысын кеше итеп күрһәтә ине.
Минең фронтташ дуҫым полковник Фәрухша Мөхәммәтша улы Йыһаншин оҙаҡ йылдар буйы ДОСААФ-та уның ярҙамсыһы булып эшләне: Фәрухшаның алтмыш йыллығын үткәреү мәжлесенә Муса Гәрәев тә килгән ине. Ҡунаҡты кейеменә ҡарап ҡаршы алалар, аҡылына ҡарап оҙаталар. Муса Гәрәевтең кейеме лә, аҡылы ла матур ине. Унда ла ул үҙенең ябайлығы, ихлас булыуы, матур һөйләүе менән кешеләр күңелендә яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы.
Геройҙарҙың да төрлөһө бар. Бәлки, урынһыҙҙыр, ошо урында бер күңелһеҙ хәлде иҫкә алаһы килеп китте. Бер ваҡыт магазинда сиратта торам. Минең алда етмеш биш — һикһән йәштәр самаһында өс әбей бар ине. Бер ир килде лә әлеге ҡортҡаларҙы этә-төртә һатыусыға аҡса һуҙҙы. Уға сиратта торорға кәрәклекте иҫкәрттеләр. Ул плащын ысҡындырып ебәреп, әлеге әбей-һәбейҙәргә түшендәге Алтын йондоҙон күрһәтте. Йәштәрҙе эткеләп-төрткөләп сиратһыҙ алһа бер хәл ине. Көскә баҫып торған хәлһеҙ әбейҙәр алдында шулай ҡыланып, елкәһенә әллә күпме нәфрәт тейәп сығып китте был “герой”.
Иң ауыр шарттарҙа ла йәшәү үрнәге, кешелеклелек сифаттары күрһәткән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаман күп әле. Муса Гәрәевтең тормошо еңел генә барманы. Нахаҡҡа рәнйетелгән саҡтары ла булды. Беҙҙең аранан бик иртә китеүенең сәбәбе лә шулдыр, бәлки. Ундай кешеләр нахаҡ бәләне бик ауыр кисерә. Нисек кенә булмаһын, яҡташым-райондашым Муса Гәрәев мәңгелеккә бик матур иҫтәлектәр ҡалдырып китте. Туҡһан йыллығын үткәргән көндәрҙә уны ихлас күңелдән иҫкә алыуымдың сәбәбе бер ни ҡәҙәр аңлашылды булһа кәрәк. Юғарыла “бөркөт ояһындағы аҫылташ” тураһында һүҙ барғайны. Уны Муса Гәрәевкә күсерһәк, “Бөркөт күңелендәге аҫылташ” тип әйтергә кәрәк була.
(Аҙағы. Башы 125-се һанда).Суфиян ПОВАРИСОВ,
филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың
халыҡ яҙыусыһы.