Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Башҡортостандан «Баха» ҡушаматлы хәрби яугир олатаһы юлын дауам итә
Фото: Фәниә Сәлимгәрәева

Башҡортостандан «Баха» ҡушаматлы хәрби яугир олатаһы юлын дауам итә

Ҡырмыҫҡалынан «Баха» позывнойлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән «Даирә» район гәзите хеҙмәткәрҙәре таныштырҙы.

Үҙенең позывнойы хаҡында яугир фамилияһынан бер ижекте алыуын әйтте. «Баха» бала саҡтан патриотик рухта тәрбиләнә, ир ҡорона инеп ғаилә ҡорғас, олатайҙары юлын дауам итергә ҡарар ҡыла.


«Беҙҙең нәҫелдә элек-электән ир-­егеттәр Тыуған илде һаҡлағандар. Атайым Мәскәүҙә Жуковский исемендәге хәрби һауа көстәре ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ул мине һәр сәләмәт егет армияла булырға, Тыуған илде һаҡларға тейеш, тип үҫтерҙе. Уҡытыусы булып эшләгән әсәйем дә патриотлыҡ орлоҡтары сәсеп тәрбиәләне. Ишетеп кенә белгән олатайымдарҙың икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Олатайымдар менән ғорурланып үҫтем. Уларҙың береһе – илдә барған 1917 йылғы үҙгәрештәрҙә ҡатнаша. Кавалерист булып хеҙмәт итә. Артабан Бөйөк Ватан һуғышында башынан аҙағына тиклем яу юлдары үтә. Уның күп орден-миҙалдары өйөбөҙҙә ҡәҙерләп һаҡлана, — тип һөйләне яугир.


«Баха» мәктәптә яҡшы уҡый. Ҡулына аттестат алғандан һуң үҙенең яҙмышын тимер юлы менән бәйләргә ҡарар итә. Ул Өфө тимер юлы колледжында белем алып, Өфө — Куйбышев тимер юлы селтәрендә эшләй. Шунан армия сафында хеҙмәт итә. Мотоуҡсылар полкы составында Тажикстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Егет 2023 йылдың август аҙағында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Тыуған ил һағына баҫа. Батырлығы өсөн «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға», Суворов һәм Жуков миҙалдары менән бүләкләнә. Өйләнгән, ике улы уны һағынып көтөп тора.


Улым ялға өсөнсө тапҡыр ҡайтты, тип уртаҡлашты яугирҙың әсәһе.


«Ҡайтыу менән кире китеү тураһында уйлай башлай. Иптәштәре менән һәр ваҡыт бәйләнештәләр. Бынан хәстәрләп, кәрәкле әйберҙәрҙе алып китәләр. Был юлы окоп шәмдәре кәрәк ине. Ошо һорау менән «Ватанды һаҡлаусылар» фондының райондағы социаль координаторы Рәлиә Наил ҡыҙы Бикбаеваға мөрәжәғәт иттек. Ул шунда уҡ ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе. Ҡырмыҫҡалы ауылындағы штабтан ирекмәндәр үҙҙәре үк килтереп бирҙеләр. «МХО ҡатындары һәм әсәләре» тигән төркөм бар. Улар менән тиҙ генә кәрәк-яраҡты әҙерләйбеҙ. Ауылдаштар ҙа йылы ойоҡбаштар һәм башҡа әйберҙәр йыйып ярҙам ҡулдарын һуҙалар. Аҙаҡ яугирҙәр күп рәхмәт һүҙҙәрен ебәрәләр, — тине әсә.


Бынан алда «Башинформ» МХО-ға юлланған Урал аръяғы имам-ахуны Сәйфулла Ғайсин хаҡында һөйләгәйне.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...

Тотош уҡырға 1 408

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...

Тотош уҡырға 1 485

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 1 288

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...

Тотош уҡырға 1 403

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...

Тотош уҡырға 1 199

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...

Тотош уҡырға 1 493

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...

Тотош уҡырға 1 410

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...

Тотош уҡырға 1 411

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...

Тотош уҡырға 1 318

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...

Тотош уҡырға 1 292