Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---
Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...
Тотош уҡырға 1 360
ВИЧ менән сирләгән балалар тураһында нимәләр белергә кәрәк: Башҡортостан табибы менән интервью
Бар донъяла өсөнсө быуын ВИЧ менән йәшәй. Улар араһында вирусты ата-әсәләре «мираҫҡа» ҡалдырған балалар ҙа байтаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ВИЧ тирәләй стереотиптар һаман да күп. Ыңғай статуслы өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа кире ҡарашҡа юлыға.
«Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенең СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге педиатры Изолина Биглова менән интервьюһы ВИЧ-инфекциялы әсәләр һәм балалар тураһында ҡайһы бер стереотиптарҙы юҡҡа сығарырға ярҙам итер.
— Изолина Риф ҡыҙы, ВИЧ-инфекциялы йөклө ҡатын-ҡыҙ һау-сәләмәт бала таба аламы?
— Эйе, әлбиттә. Хәҙерге медицина ярҙамында ВИЧ-тың әсәнән балаға йоғоуына юл ҡуйылмай. ВИЧ менән сирләгән ҡатын-ҡыҙ сәләмәт бала табырға мөмкин.
ВИЧ-лы пациенттарға антиретровирус терапияһы (АРТ) тәҡдим ителә. Ауырлы ваҡытта АРТ ҡулланыу ВИЧ-тың әсәнән балаға күсеү хәүефен кәметә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, сирҙең әсәнән балаға йоғоу хәүефе 20-45 процент тәшкил итә. Иҫкәртеү саралары ярҙамында был хәүефте 1-2 процентҡа тиклем кәметергә була.
— ВИЧ әсәнән балаға күсмәһен өсөн нимә эшләргә?
— Ыңғай статуслы йөклө ҡатын-ҡыҙға ҡанында вирус концентрацияһын кәметкән махсус препараттар ҡулланырға кәрәк. Был иһә йөклөлөк осоронда һәм бала тапҡанда сабыйға вирус йоҡтороу хәүефен кәметә. Шулай уҡ күкрәк һөтө менән имеҙеүҙән баш тартырға тура килә.
Йөклөлөк буйынса ваҡытында диспансерҙа иҫәпкә тороу, һаулыҡ торошон күҙәтеү һәм табиптарҙан квалификациялы ярҙам алыу мөһим. Бала тыуғас та ВИЧ-ты иҫкәртеү өсөн бер ай буйына АРТ ала. Һуңынан сабыйҙа инфекция бармы-юҡмы икәнен тикшерергә кәрәк.
— Баланы табырғамы әллә йөклөлөктө өҙөргәме?
— Баланы табыу йәки тапмау – һәр кемдең шәхси эше, был күп факторҙарға бәйле. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙың физик һәм психик һаулығы. Йөклөлөккә йәки сабыйҙың һаулығына йоғонто яһарға һәләтле медицина күрһәтмәләрен алдан асыҡларға кәңәш итәм. Психик һаулыҡ та мөһим: ҡатын-ҡыҙ эмоциональ яҡтан үҙен нисек хис итә, сөнки әлеге осор ҡатмарлы үтергә мөмкин.
Шулай уҡ финанс хәлен күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: ҡатын-ҡыҙ үҙен һәм балаһын тәьмин итә аламы? Уның ғаилә хәле ниндәй: яҡындары уны хуплаймы, партнеры менән мөнәсәбәттәре ниндәй?
Киләсәккә пландар тураһында ла онотмайыҡ. Уҡыуҙы һәм карьераны күҙ уңында тотам. Үҙегеҙгә һорау бирегеҙ: йөклөлөк һеҙҙең оҙайлы маҡсаттарығыҙға нисек йоғонто яһар? Баланың тормошоғоҙға үҙгәрештәр индереүенә әҙерһегеҙме?
Һуңғыһы – эмоциональ аспекттар. Үҙегеҙ ышанған кешеләр менән һөйләшегеҙ. Йыш ҡына ситтән ҡарау хәлде яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Республикабыҙҙа «Позитив мөхит» төбәк йәмәғәт ойошмаһы консультанттарына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һәр осраҡ үҙенсәлекле. Шуға күрә ҡарар ҡабул итер алдынан ныҡлап уйларға һәм табиптар, психологтар менән кәңәшләшергә кәрәк.
— ВИЧ-статуслы ҡатын-ҡыҙға йөклөлөк ваҡытында сабыйын нисек һаҡларға?
— ВИЧ-инфекция менән эшләү тәжрибәһе булған табипҡа мөрәжәғәт итеү зарур. Даими тикшереү үтеп, һаулыҡ торошон һәм ҡандағы вирус кимәлен контролдә тоторға була.
Антиретровирус терапияһын мөмкин тиклем иртәрәк башларға йәки дауам итергә кәрәк. Дауалауҙы йөклөлөккә тиклем үк уҡ башлау яҡшы.
Буласаҡ атайға ҡатын-ҡыҙҙы дауалау тураһында ғына түгел, ә ВИЧ-ҡа тикшереү үтеү тураһында ла һөйләү мөһим. Өҫтәүенә ВИЧ менән сирләгән партнерға мотлаҡ антиретровирус терапияһы алырға кәрәк. Шулай уҡ дөрөҫ туҡланырға, алама ғәҙәттәрҙән арынырға тырышырға.
— Бала табыу өсөн ниндәй варианттарҙы файҙаланыу яҡшыраҡ, балаға сир йоҡтороу хәүефен нисек кәметергә?
— Күпселек осраҡта, ҡанда вирус асыҡланмаһа, ҡатын тәбиғи юл менән бала таба ала. Әгәр ҡатын-ҡыҙ дауаланмаһа йәки үҙенең ВИЧ-статусы тураһында белмәһә, табиптар сабыйҙы ҡорһаҡты ярып алырға тәҡдим итә.
Бала тапҡандан һуң антиретровирус терапияһын дауам итеү һәм табип тәҡдимдәрен үтәү мотлаҡ.
— Дауалауҙың һөҙөмтәлелеге ни тиклем юғары?
— АРТ ярҙамында ВИЧ-инфекциялыларҙың күбеһе вирус йөкләнешенең билдәһеҙ кимәленә өлгәшә ала. Тимәк, вирус башҡа кешеләргә, шул иҫәптән енси юл менән, әсәнән балаға күсә алмай тигәнде аңлата. Ваҡытында һәм даими дауаланған осраҡта ВИЧ менән сирләгән кешеләр тулы ҡанлы тормош менән йәшәй ала.
— Сабыйҙа ВИЧ-инфекция асыҡланһа, нимә эшләргә? Инфекция йоҡторған балаға ниндәй терапия кәрәк?
— ВИЧ йоҡторған балаға диагноз ҡуйғандан һуң мөмкин тиклем иртәрәк антиретровирус терапияһын башларға кәңәш ителә. Иртәрәк дауалана башлау инфекцияларға һәм башҡа өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә.
Баланың йәшенә һәм һаулығына ҡарап, бөгөн антиретровирус терапияһының ҡатнаш схемалары ҡулланыла (иретмәләр йәки таблеткалар). Терапияның һөҙөмтәлелеген баһалау өсөн вирус йөкләмәһен һәм CD4 кимәлен (организмыбыҙҙы һаҡлаусы күҙәнәктәрен) күҙәтеп барыу өсөн даими рәүештә ҡан анализы тапшырырға кәрәк.
— Эшегеҙҙә ВИЧ-инфекциялы балалар менән йыш осрашырға тура киләме? Иң ҡатмарлыһы нимә?
— Осраҡтар һаны йылдың миҙгеленә, һауа шарттарына һәм башҡа факторҙарға бәйле түгел. Мин —республика СПИД үҙәге педиатры, шуға күрә көн һайын ВИЧ менән сирләгән балаларҙы күрәм. Минең өсөн иң ауыры, һис шикһеҙ, эмоциональ яҡтан көсөргәнеш. Күп ата-әсәләр ҡурҡыу тойғоһо кисерә, минең бурысым – уларға кәрәкле мәғлүмәт биреү һәм ярҙам күрһәтеү.
— Ҡасандыр әсәһенән йоҡторған балаларҙың үҫеп етеп, үҙҙәре һау-сәләмәт сабыйҙарға ғүмер биргән осраҡтар бармы?
— Эйе, әсәһенән ВИЧ йоҡторған балаларҙың үҫеп етеп, ғаилә ҡороп, һуңынан сәләмәт бала тапҡан осраҡтар ҙа бар. Әйткәндәй, республикабыҙҙа ошондай һигеҙ «бала» ғаиләле, алтауһы һау балалар тәрбиәләй.
— Быға нисек өлгәшелде?
— Тыуғас та бындай балалар ентекле медицина күҙәтеүенә алына. Ваҡытында антиретровирус терапияһын алыу вирус йоғоу хәүефен һиҙелерлек кәметә.
— ВИЧ-инфекциялы ата-әсәләргә һәм балаларға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
— ВИЧ-инфекциялы ата-әсәләргә һәм балаларға заманса медицина ҡаҙаныштары ярҙамында тулы тормош алып барырға мөмкин икәнен иҫтә тотоу мөһим. Бына бер нисә кәңәш:
ВИЧ, уны дауалау һәм иҫкәртеү тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт туплағыҙ. Был һеҙгә һәм балаларығыҙға үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ тойорға ярҙам итер;
балаларға ВИЧ тураһында һөйләгеҙ. Асыҡтан-асыҡ фекер алышыу ҡурҡыу хисен бөтөрә;
әгәр диагнозды ҡабул итеү йәки эмоциялар менән ауырлыҡтар килеп тыуһа, психологик ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙән тартынмағыҙ. Республикабыҙҙа ВИЧ-инфекциялы кешеләргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам төркөмдәре бар.
— Нимәнән ҡурҡырға кәрәкмәй?
Йәмғиәттәге кире ҡараштан. Киләсәктән ҡурҡмағыҙ: күп кенә ВИЧ-инфекциялы кешеләр тулы тормош алып бара, ғаиләләре һәм балалары бар. Сирҙән ҡурҡмағыҙ. Даими дауаланһағыҙ, ВИЧ-ты контролдә тоторға мөмкин. Шуны онотмағыҙ: ВИЧ менән дә оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер кисерергә була.
Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---
Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...
Тотош уҡырға 1 360
Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---
Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...
Тотош уҡырға 1 428
В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---
Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....
Тотош уҡырға 1 250
В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---
Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...
Тотош уҡырға 1 362
В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»). 21.08.2018 // ---
"Иҙел башы" форумы нигеҙендә «Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны» булды...
Тотош уҡырға 1 632
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---
"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...
Тотош уҡырға 1 150
“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---
– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...
Тотош уҡырға 1 463
Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---
Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...
Тотош уҡырға 1 362
В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---
По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...
Тотош уҡырға 1 376
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---
28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...
Тотош уҡырға 1 266
Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---
Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...
Тотош уҡырға 1 252