Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Өфөлә хәүефле һәм билдәһеҙ инфекцияларҙы өйрәнеү өсөн лаборатория төҙөлә
Фото: Валерий Шахов, архив фотоһы

Өфөлә хәүефле һәм билдәһеҙ инфекцияларҙы өйрәнеү өсөн лаборатория төҙөлә

Өфөлә федераль бюджет иҫәбенә хәүефле һәм билдәһеҙ инфекцияларҙы тиҙ арала асыҡлау (24 сәғәт) һәм өйрәнеү өсөн юғары кимәлдәге биологик хәүефһеҙлек лабораторияһы төҙөлә. Тейешле бойороҡҡа Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.


Рәсәй Федерацияһының «Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған капиталь төҙөлөш объекттары исемлегендә йәмғеһе 16 медицина учреждениеһы бар. Бындай объекттарҙы төҙөүҙе, реконструкциялауҙы «тулыһынса йәки өлөшләтә федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыу» планлаштырыла, тип тиелә документта.


Улар араһында – Өфөлә хәүефле һәм билдәһеҙ инфекцияларҙы тиҙ арала асыҡлау (24 сәғәт) һәм өйрәнеү өсөн юғары кимәлдәге биологик хәүефһеҙлек лабораторияһы төҙөлөшө. Благовещенда, Красноярскиҙа, Магаданда, Пермдә, Һамарҙа һәм Силәбелә лә ошондай лабораториялар асыла.


Башҡортостанда йәш ғалимдарға ярҙам күрһәтеү тураһында Башинформ материалында уҡығыҙ.


https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-06-18/v-ufe-postroyat-laboratoriyu-po-izucheniyu-opasnyh-i-neizvestnyh-infektsiy-4280031



Автор: Галина Бахшиева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә 30.01.2026 // ---

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған 23.01.2026 // ---

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә