Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Балаларҙы йәлеп итмәкселәр
Балаларҙы йәлеп итмәкселәрИлдең тәбиғи байлыҡтар һәм экология министры Сергей Донской, сауҙа селтәрҙәрен буш шешә йыйыуға йәлеп итеү өсөн бер ниндәй ҙә бойороҡ кәрәкмәй, ә иҡтисади яҡтан дәртләндерергә кәрәк, тип иҫәпләй.

“Ҡулланыу сифатын юғалтҡан тауар ҡалдыҡтарын икенсе әйләнештә тотоноуҙа административ сараларҙы йәлеп итергә теләмәйбеҙ. Етештереү сылбырында иҡтисади яҡтан ҡеүәт­лән­дереп, бер тулы цикл булдырырға уйлайбыҙ. Предприятиелар үҙҙәре сауҙа селтәрҙәре һәм башҡалар менән килешергә тейеш. Быйылдан сауҙа өлкәһендә эшләгәндәргә лицензияһыҙ ҡалдыҡтарҙы йыйыу хоҡуғын бирҙек, быға тиклем рөхсәт талап ителде. Предприятиелар мәктәптәр менән килешеү төҙөй ала, ә балалар кеҫә сығымдарына аҡса эшләйәсәк”, – ти ул. Шулай итеп, министр ҡағыҙ, пластик, батарейка кеүек ҡалдыҡтарҙы йыйыуға уҡыусыларҙы йәлеп итергә тәҡдим итә.
Эйе, СССР заманында мәктәптәрҙә икенсел сеймалды йыйыу киң таралғайны, беҙ ҙә уҡығанда күпләп ҡағыҙ, тимер һыныҡтары тапшыра торғайныҡ. Тирә-яҡҡа һәм һәр әйбергә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләгән алымды яңынан ҡайтарыу, берҙән, уҡыусы­ларға аҡса эшләү мөмкинлеге тыуҙырһа, икенсенән, тирә-яҡ мөхитте таҙар­тыуға булышлыҡ итәсәк. Тик мәсьәлә­нең икенсе яғы ла бар: мәктәп алдарында төрлө ҡалдыҡтар ҡабул итеүҙе ойоштороу санитар ҡағиҙә­ләргә яуап бирерме? Әлбиттә, юҡ. Шуға ла министр фекере артабан үҫеш һәм хуплау тапһа ла, ҡабул итеү пункттарын мәктәптән ситтә урынлаштырырға тура килер, ахыры. Бөгөн талаптар ҙа башҡа шул...


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған

Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған 31.01.2026 // ---

Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә 30.01.2026 // ---

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған 23.01.2026 // ---

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә