Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Ағиҙел һылыуының йөрәк һүҙе
Ағиҙел һылыуының йөрәк һүҙе
Башҡорт театрының шишмә башында торған данлы исемдәрҙе иҫкә алғанда улар юлын дауам иткәндәр хаҡында ла беҙ ҙур ғорурлыҡ һәм ихтирам менән һөйләйбеҙ, сөнки әлеге быуын – театрҙың бөгөнгөһөн бар ҡылған, замана менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшкән, рухи тормошобоҙҙо байытҡан талант эйәләре. Шуларҙың береһе – Илһөйәр Ғәзетдинова.

Тамашасы Илһөйәр Ғәзетдинованың һәр ро­лен ихлас алҡыштарға күмә. Актрисаның үҙ ре­пертуары, илаһи сәхнәлә үҙ ауазы бар. Ул бер кемде лә ҡабатламай, ул айырым. Был – йәшәйешебеҙҙәге юғары идеялар һәм күтәрен­ке, затлы тойғолар ауазы. Актрисаның тормош ысынбарлығын сәнғәтсә дөйөмләштереп, башҡалар йөрәгенә еткерә алыу оҫталығына хайран ҡала тамашасы. Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы сәхнә сәнғәтенең тәғәйенләнешен һәм бурыстарын тәрән аңлағаны, сәхнәлә фекер йөрөтә белгән ижадсыларҙың береһе булғаны өсөн дә уның ижадын юғары баһалай халҡыбыҙ.
Илһөйәр Ибраһим ҡыҙына ижади эҙләнеүҙәр, образдың иң нескә сифаттарына төшөнөү, роль өҫтөндә эшләгәндә юғары фантазия һәм сабырлыҡ хас, әммә ошо сабырлыҡ эсендә йәшен тубына йомарланғандай ҡайнар, ҙур хистәр ята. Бындай уйын башҡорт сәхнәһенә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар башҡарыуында, традицион сифат. Әлбиттә, был хистәр әллә ҡайҙан яралған тойғолар түгел, халҡыбыҙ күңеленән сыҡҡан, боронғолоҡтан килеп тоташҡан тормошто ҡабул итеү, ысынбарлыҡҡа ҡараш яңғырашы улар. Ә төрлө геройҙар яҙмышына тамашасы зиһенен аҡтарырлыҡ, йөрәген ҡуҙғатырлыҡ, күңелен иркәләрлек кимәлдә үтеп инеү – таланттарға ғына хас сифат.
Илһөйәр Ғәзетдинова ижадындағы тәүге ролдәренән – Зөлфиәне, үҙе һылыу, үҙе ҡыйыу Һандуғасты (“Бажалар” һәм “Тиле йәшлек”, И. Абдуллин), ауыл ҡыҙҙарының иң сибәре Йәмиләне (“Ҡыҙ урлау”, М. Кәрим), сиған ҡыҙы Машаны (“Тере мәйет”, Л. Толстой), Ғәлимәне (“Ҡара йөҙҙәр”, М. Ғафури), Ғәлиәбаныуҙы (“Ғәлиәбаныу”, М. Фәйзи) иҫкә төшөрәйек. Уларҙы тамашасы бер күреүҙән иҫендә ҡалдыра, сөнки образдарҙың һәр ҡайһыһын актриса оҫта рәссам кеүек ҡойоп ҡуя, күҙгә күренмәҫ деталдәренә ҡәҙәр тоя, һәм улар тамашасы хәтерендә, ысынлап та, киң билдәле сәнғәт өлгөләре – картиналар кеүек уйылып ҡала.
Илһөйәр Ғәзетдиноваға бик күп режиссер­ҙар менән эшләү бәхете тейә, һәм мөхәббәтле, йырлы-моңло ролдәрҙең дә ниндәйҙәрен генә уйнарға тура килмәй уға. Был ролдәрҙә актрисаның һәр күҙәнәгенән тормошто, матурлыҡты, театрҙы, тамашасыны, коллективын яратыу – барыһы-барыһы ла бөркөлә. Тағы ла, актриса та­машасыны сағыу һылыулығы, сөм-ҡара сәстәре, наҙлы, моңло тауышы, инеп аҙашырлыҡ тәрән ҡарашы, ҡайнар темпераменты менән әсир итә.
Йылдар үтеү менән Илһөйәр Ғәзетдинованың урта һәм өлкәнерәк йәштәге ролдәргә күсеүен дә тәбиғи ҡабул итә тамашасы. Шул уҡ сәхнә һөйкөмлөлөгө, тәрән хистәр, сәхнә һәм тормош тәжрибәһенең генә бер аҙ артыуы... 3. Атнабаеваның 2004 йылда сәхнә күргән “Өҙөлгән туй” драмаһы ысынбарлыҡта булып үткән ваҡиғаларға нигеҙләнгән (реж. Р. Хәкимов). Был пьесала И. Ғәзетдинова Майнурбикә ролен баш­ҡара. Героиня, балалары булмағас, ғаиләһен һаҡлап ҡалырға теләп, ире Арыҫландың икенсе тапҡыр өйләнеүенә ризалыҡ бирә. Әммә көндәш йортҡа килеү менән “мөхәббәт өсмөйөшө” өс яҡҡа тартыла башлай. Арыҫлан ике ҡатыны араһында өҙгөләнә. Майнурбикә йәш көндәше Алтынайҙың йәшлегенә, һылыулығына көнләшә, үҙен яратып йөрөгән Ибраһимдың тәҡдиме хаҡында ла баш вата, ә йәш ҡатын иһә ире тик уныҡы ғына булыуын теләй... Актриса Майнурбикәне зиһенле, үҙ бәҫен белгән сабыр ҡатын итеп һүрәтләй. Әммә героиня тәбиғәте менән ҡатын-ҡыҙ: балсыҡҡа шәрбәт һәм тоҙ ҡушып әҙәм ҡабырғаһынан яратылған. Нескә тойғолар менән башҡара актриса Майнурбикәне.
Илһөйәр Ғәзетдинова – киң диапазонлы актриса, тиҙәр. Был билдәләмәнең хаҡлығына уның һуңғы йылдарҙа ижад иткән ролдәренә ҡарап йәнә бер ҡат инанабыҙ. Мәҫәлән, “Шәүрәкәй” (М. Буранғолов, реж. А. Абушахманов) музыкаль комедияһы – бөгөн репертуарҙағы иң популяр спектаклдәрҙең береһе, ул байтаҡ фестивалдәрҙә ҡатнашҡан әҫәр. Боронғо йола буйынса Сураҡай исемле егеткә бала саҡта уҡ еңгәһен, йәғни донъя ҡуйған ағаһының ҡатыны Аҫылбикәне, алып бирәләр. Бала ғына “ирен” әпәүләп үҫтереп алырға тейеш була Аҫылбикә. Бына шундай ҡыҙғаныс, сетерекле һәм шул уҡ ваҡытта көлкөлө хәлдә ҡалған сая ҡатын-ҡыҙҙы һынландыра актриса. Уның Аҫылбикәһе бер аҙ аптырашта, әммә Сураҡай үҫеп буйға етерен сабыр ғына көтөргә риза ҡатын.
“Ҡоҙаса” музыкаль комедияһындағы (Б. Бикбай, комп. 3. Исмәғилев, реж. А. Абушахманов) Яппарҙың әбейе роле лә Илһөйәр Ғәзетдинованың сәхнә темпераментына ятып ҡына тора, уға һоҡланмай ҡарау мөмкин түгел, Мәхмүзә образынан халыҡсан юмор бөркөлә, бөтмөр ҡарсыҡ донъяһын да дер һелкетеп алып бара, бабайын да ҡыҫҡа дилбегәлә тота.
“Минең ғаиләм” (Т. Дәүләтбирҙина, реж. А. Абушахманов) спектаклендә И. Ғәзетдинова шулай уҡ тамашасы кинәнеп ҡарарлыҡ шаян, һөйкөмлө Маруся әбей ролен башҡарҙы. Уның Марусяһы – тормошҡа ғашиҡ, оптимист, ихлас замана ҡарсығы, һәм ул ғәжәйеп ышандыра, сөнки актриса был образға үҙе ышана.
Ни генә тимәйек, театрҙа һәр актер айырым һәләткә эйә: уларҙың бер образдан икенсегә “күсеп” тамашасыны “үҙ артынан эйәртеү” маһирлығы ла төрлө, йөҙ-ҡиәфәте лә бүтән. Ә шул үҙенсәлектәр араһында иң мөһиме – тәбиғәт биргән зиһен һәм Хоҙай инселәгән талант, унан ҡайта тырышлыҡ һәм театрға бирелгәнлектер, моғайын. Режиссерҙар ҙа кем театр, гел сәхнә менән йәшәгәнен күрә, уға ролде лә ышанып тапшыра.
Бөгөн Илһөйәр Ғәзетдинова күп уйнай. Уның байтаҡ ролдәренән драматург был образды тик уның өсөн генә яҙған кеүек тойола. Мәҫәлән, Александр Островскийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ” драмаһындағы Огудалова ак­трисаның һуңғы йылдарҙағы сәхнә ижадында бер боролош булды. Тәжрибәле актрисаның был классик ролдә драманың темаһы һәм йөкмәткеһенә, бөгөн актуаллегенә ҡарата эске тойомлауы бик ҡыҙыҡлы һәм тамашасы Харита Игнатьевна Огудалова образында бер яҡлыраҡ фекер йөрөткән, һай фекерле, ҡайһы бер көйәҙ замана ҡатын-ҡыҙҙарын күрә.
Режиссер В. Ғәлимов ҡуйған “Ҡара йөҙҙәр” (М. Ғафури, Ғ. Әмири) драмаһы уҙған быуаттың 80-се йылдар башында театрҙың иң популяр спектаклдәренең береһе була. Ғәлимә роле Илһөйәр Ғәзетдиноваға бирелә. Театр йылъяҙмаһында был башҡарылыш образдың бөтә тулылығы, кеше наҙанлығы ҡорбаны Ғәлимәнең барлыҡ әрнеү, үкенестәре, зиһендәргә үткән тетрәткес йыры менән (композиторҙар – М. Вәлиев, Ш. Ҡолбарисов) тәрән уйылып ҡалды. Шуға ла 2014 йылда ҡуйылған “Ҡара йөҙҙәр”ҙең яңы сәхнә версияһындағы (М. Ғафури, Ш. Ғилманова инсценировкаһы, реж. А. Абушахманов) Хәмиҙәнең кисерештәре ак­трисаға икеләтә аңлайышлы.
Эйе, Илһөйәр Ғәзетдинованың ҡатын-ҡыҙ ролдәре – тормоштоң үҙе кеүек сыбар, сәскәле болонда хуш еҫ таратҡан ҡыр сәскәләре һымаҡ төрлө. “Мин – ҡатын-ҡыҙ” спектаклендә (Т. Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” пьесаһы нигеҙендә ҡуйылған, реж. И. Ҡаҙаҡбаев) Илһөйәр Ғәзетдинова – доктор Айҙарә Әхәтовна ролендә. Балаһынан баш тартҡан йәш әсә Дилемманың күҙен асырға тырыша. Уның тәрбиәүи һүҙе йәштәргә өгөт-нәсихәт уҡыу түгел, ә күпте күргән, тәжрибәле табиптың йөрәк әрнеүе булып яңғырай.
“Бәхет хаҡы” (X. Мөҙәрисова, реж. А. Абушахманов) – театрҙа инде нисәнсе миҙгел ғәйәт уңышлы барған музыкаль мелодрама. Быға тәү нәүбәттә спектаклдә уйнаған йондоҙло состав сәбәпсе, әлбиттә. Илһөйәр Ғәзетдинова Гөлфиназ ролен башҡара. Ире менән һәүетемсә, донъянан йәм табып көн иткән ғаилә пары әҫәрҙең образын яҙыуҙа мөһим роль уйнай. Спектаклдә Гөлфиназдың тормошҡа үҙ ҡарашы, төп идеяны еткереүҙә һалмаҡ өлөшө бар.
Сәхнәлә Илһөйәр Ғәзетдинова күпме ғүмер уйнап бер фекергә инаныуҙан туҡтамай: сәнғәттә һин башҡаларға ҡыҙыҡлы булырға, үҙеңдең кем икәнлегеңде иҫбатлап торорға тейешһең. Тамашасы һинең һәр сығышыңдан яңылыҡ көтә, ул һине гелән бүтәнсә ҡабул итергә тейеш.
Ғүмер буйы ошондай баш әйләндергес ижади юғарылыҡта йәшәү, яулаған бейеклегеңде һаҡлау еңел түгелдер. Илһөйәр Ғәзетдинованың барлыҡ ижад юлы яңынан-яңы артылыштарға үрләү, иң юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәндә лә тынысланып ҡалмау. Йәнә лә тамашасыларҙы төрлө асыштар, сәхнә оҫталығы менән туҡтауһыҙ ҡыуандырыу. Уның уңыштары – сәхнәгә сикһеҙ мөхәббәтенән, йөрәк ҡушыуы буйынса изге маҡсаттарға ынтылышынан. Ә Театр, ни генә тимәйек, йөрәк эше.

Рәмилә ЙӘҺҮҘИНА,
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәби-драматик
бүлеге баш мөхәррире.



Илһөйәр Ғәзетдиноваға

Һин әҙерһең илһам толпарында
Алыҫ юлға һәр саҡ сығырға.
Күңелең бай һинең моңға-йырға,
Һин тоғроһоң беҙҙең шиғырға.

Кисәләрҙе беҙҙең кем биҙәр ҙә
Шиғырҙарҙы беҙҙең кем һөйләр?
Беҙ, шағирҙар, матурлыҡҡа ғашиҡ,
Шиғриәткә ғашиҡ Илһөйәр.

Ағиҙелдең һылыу аҡҡошо һин,
Сәскәһе һин йәмле сәхрәнең.
Яҡты йондоҙ булып балҡының да
Арттырҙың бит йәмен сәхнәнең.

Айырылғыһыҙ булыр сәхнәләрҙә
Һыҙланыуҙар менән балҡыштар.
Илһөйәрен ғәзиз иле һөйә,
Аҡҡошон гел халҡы алҡышлар.

Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...

Тотош уҡырға 1 149

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...

Тотош уҡырға 1 223

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 1 085

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...

Тотош уҡырға 1 176

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...

Тотош уҡырға 984

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...

Тотош уҡырға 1 266

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...

Тотош уҡырға 1 169

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...

Тотош уҡырға 1 185

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...

Тотош уҡырға 1 102

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...

Тотош уҡырға 1 089