Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Игеҙ быҙау тәрбиәләгәнсә...
Теләге булған һәр кеше үҙенә иттән ризыҡ етештерә ала. Бының өсөн һеҙгә ике-өс айлыҡ быҙау алып, уны дөрөҫ һәм файҙалы аҙыҡтар менән туҡландырырға кәрәк.


Йәш мал протеин, углевод, май, минераль, органик (тәбиғи) микроэлементтарға һәм витаминдарға бик мохтаж.
Протеин организм өсөн нигеҙ булып һанала. Ул тәндәге аҡһымды йә иһә ит үҫтереү өсөн кәрәк. Углевод — энергия сығанағы, ул организмда май барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Бигерәк тә крахмал менән шәкәр туҡлыҡлы матдәләргә бай һанала.
Май күҙәнәкле туҡыма (ит) составына инә. Уның әһәмиәте углеводҡа ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Аҙыҡта май етешмәһә, витаминдарҙы үҙләштереүгә лә зыянға килә.
Минераль аҙыҡтар соста­вындағы фосфор һәм кальций һөйәк үҫтереүгә иң кәрәклеһе. Ул аҙыҡты үҙләштереү өсөн мөһим. Шул иҫәптән тоҙ, хлор һәм магнийҙы ла билдәләргә кәрәк.
Мал организмында микро­элементтарҙың әһәмиәте һанап бөткөһөҙ. Улар — йод, баҡыр, кобальт, марганец, бор, цинк... Әлбиттә, витаминдар туҡланған аҙыҡтан алына. Мәҫәлән, В төркөмө ашҡаҙанда уҡ барлыҡҡа килә. Д витамины — ҡояш нуры тәьҫире һөҙөмтәһендә.
Ваҡ малдың ашҡаҙаны тик биш айҙан һуң олоноҡона тиңләшә. Быҙауҙы иртәрәк бесәнгә өйрәтергә, көрпә, аш һыуы, көҙгә табан картуф, кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр кеүек йәшелсә аҙыҡтары бирергә кәрәк.
Йәш малдан 6—9 айлыҡ сағында артым алыу ауырға төшә, сөнки был ваҡытта аҙыҡ ит үҫтереү өсөн китә. Көҙгө һуғымға быҙауҙың ауырлығы 350 килограмға етһә, бик яҡшы күрһәткес була.
Әлбиттә, көйөш малына йәшел үлән яҡшы. Юҡҡа ғына халыҡ май айы үләне һолонан да артыҡ, тип әйтмәгән. Июнь үләне лә бик туҡлыҡлы.
Быҙауға клевер, люцерна ашатырға ярамай. Көҙгә табан, урып йыйыу бөткәс, арпа һаламы бирегеҙ, сөнки ул ҡылған бесәнен алыштыра. Шулай эшләһәгеҙ, һуғымығыҙ бик тәмле булыр.


Автор: Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ. Район: Хәйбулла районы, Һамар ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған

Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған 31.01.2026 // ---

Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә 30.01.2026 // ---

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған 23.01.2026 // ---

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә