Бәғзе әҙәм балаһы ҡәҙер-хөрмәтте кешеләрҙән, ғәзиз халҡынан, хатта дәүләттең үҙенән донъя көткән, йәшәгән дәүерендә генә түгел, фани донъянан баҡыйлыҡҡа күскән мәлендә лә мул итеп татып китә. Милләттең мәҙәнилеге, дәүләттең бөйөклөгө, кешелеклелеге, әҙәмдең ихласлығы һәм берҙәмлеге тап ана шул ҡайғылы көндәрҙә асығыраҡ күренә. Байрам шатлыҡтары ғына тиһеңме, яҡыныңды юғалтҡан ҡайғылы көндәр ҙә ерҙә ҡалғандарҙы берләштерә, бер-береңдең ҡәҙерен белергә өйрәтә икән.
Атаҡлы телсе, мәшһүр шәхес, абруйлы замандашыбыҙ академик Марат Вәлиулла улы Зәйнуллинды мәңгелек йортона оҙатыуға ҡырҡ көн тулған мәлдә әленән-әле уй-фекерҙәрем ошо тирәлә уралды, туҡтауһыҙ кеше ғүмеркәйе, йәшәү һәм бәндәнең ерҙә ҡалыр йәдкәре хаҡында уйландым. Күренекле ғалим хаҡында байтаҡ яҙылды кеүек, әле лә әйтәһе һүҙем бихисап, әммә остазым тураһында уларҙы “булды”, “ине”, “әйтә торғайны” тигән үткән заман ҡылым формалары менән еткерергә үҙемде көслөк менән инандырам. Нишләйһең, беҙгә, ерҙә ҡалғандарға, ошо хәҡиҡәткә буйһоноп йәшәргә, бергә үткәргән йылдарҙың онотолмаҫ хәтирәләрен үҙебеҙ иҫән-һау дәүерҙә һаҡлап көн итергә ҡала... Ерҙә яҡты эҙ ҡалдырып
Хәҙерге башҡорт тел ғилеменең күренекле әһеле Марат Вәлиулла улы Зәйнуллин 1935 йылдың 5 ноябрендә Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында ауыл уҡытыусыһы ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. “Атанан күргән уҡ юнған” тигәндәй, буласаҡ ғалим да уҡытыусылыҡ юлын һайлай. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында фашист илбаҫарҙары менән аяуһыҙ алышҡанда алты-ете йәшлек малайҙың бар уйыны дәреслектәр тотоп, һеңлеһе Клараға һәм күрше-күлән балаларына “һабаҡ” биреү менән үтә.
1950 йылда Үрге Һаҙ мәктәбен тамамлағас, Мораҡ педагогия училищеһына уҡырға килеүе – атаһының йоғонтоһо. Башланғыс мәктәп мөдире, РОНО инспекторы, артабан колхоз рәйесе, ғүмеренең һуңғы йылдарында Өфө ҡала советының яуаплы хеҙмәткәре Вәлиулла Зәйнуллин улына: “Уҡытыусынан да изгерәк һөнәр юҡ,”– тип ҡабатлар булған.
Остазым Марат Вәлиулла улынан күп тапҡыр олатаһы Мырҙагилде Ғәлийәнов хаҡында һөйләгән, йылы хәтирәләрен ишеттем, күңел дәфтәре биттәренә теркәй барҙым. Буласаҡ ғалимды кеше итеүҙә Мырҙагилде олатайҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ булғандыр. Юҡ, ул махсус дәрестәр биреп йөрөмәгән, әйткән һәр ҡарһүҙе, боронғонан килгән төплө фекере, донъяға ҡарашы, халҡыбыҙға хас ихласлыҡ, эскерһеҙлек, хәҙергесә әйткәндә, халыҡ педагогикаһы ейәндәре Марат менән Аликты (танылған педагог, журналист, эҙәрмән Алик Ишмөхәмәт улы Сәйетҡолов) рухи һәм физик яҡтан формалаштырған. Илһөйәрлек, телһөйәрлек олатайҙарынан бирелгән уларға. Аяуһыҙ һуғыш йылдарында бер ҡосаҡ бала-сағаны аслыҡтан олатайҙары һаҡлап алып ҡала. Ҡәҙерлеһенә мәңге бурыслы Марат Вәли улы йыш ҡына: “Мырҙагилде ҡарт Беренсе донъя һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй батшаһы Николай II ҡулынан Георгий тәреһен алған”, – тип ғорурлыҡ менән хәтерләр ине.
Уҡытыусым атаһының яу һәм хеҙмәт батырлыҡтары менән дә ҡанатланып йәшәне. 1960 йылдар башында колхоз рәйесе Вәлиулла Зәйнуллинға кукуруз үҫтереү уңыштары өсөн Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Зыя Нурыев ҡулынан сәғәтен һалып, иҫтәлеккә бүләк итә.
Марат Вәлиулла улының даланлы ғалим, инсафлы инсан булып китеүендә өләсәһе Шәмсиямал инәйҙең дә йоғонтоһон иҫкә алмай булмайҙыр. Ейәне Маратты ҡулына алып тупылдатып һөйгәндә ул һәр саҡ ошондай теләк юрар булған: “Улым минең ҙур кеше булыр әле, Алла бойорһа!” Ил инәһенең юрағаны юш килеүе бөгөн барыбыҙға ла мәғлүм.
Мораҡ педагогия училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Марат Зәйнуллин төркөмдәше, буласаҡ академик Зиннур Ураҡсин менән Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетына уҡырға инә. 1954 – 1959 йылдарҙа егеттәр факультеттың башҡорт-урыҫ бүлегендә белем ала. Уҡыу отличнигы Марат төркөм старостаһы, спортта һәм үҙешмәкәр-сәнғәт түңәрәгендә иң әүҙем ҡатнашыр студент ине. Ул уҡытыусыларынан бәхетле булды, төплө филологик әҙерлек, ғилми эҙләнеүҙәрҙә ышаныслы нигеҙҙе профессорҙар Жәлил Кейекбаев, Игорь Распопов, Вера Синенко, Давид Гутман, Валериан Прокшин, доценттар Закир Шакиров, Ғәли Сәйетбатталов, Абдулла Баязитов һ.б. уңышлы һалды.
Һуңғы курстарҙа Марат Зәйнуллин аҙашы Марат Минһажетдинов менән башҡорттоң тәүге филология профессоры Жәлил Кейекбаевҡа тартыла. Атаҡлы телсе Зәйнуллинды – тел ғалимы, ә Минһажетдиновты фольклорсы итеп күрергә теләүен белдерә.
1959 йылда улар икеһе лә БДУ-ның иң тәүге аспиранттары булып китә. Ә уға тиклем БАССР Халыҡ мәғарифы министрлығы йүнәлтмәһе буйынса йәш белгес яңы ғына башлы-күҙле булған йәш кәләше, төркөмдәше Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы менән Күгәрсен районында аҙна-ун көн уҡытыусы булып эшләп алырға өлгөрә. Ул йылдарҙы Марат Вәли улы былай тип йыш хәтерләй торғайны: “Үрге Һаҙға туған тел уҡытыусыһы булып ҡайтырға хыялландым. Ике ҡатлы иркен йорт һалып, шуның өҫкө ҡатында ҙур китапхана туплағым килгәйне”.
Тупланы шәхси китапханаһын уҡытыусым. Ҡала фатирындағы меңәрләгән томдарына хайран ҡалырлыҡ.
Аспирант М. Зәйнуллин икенсе уҡыу йылында кафедра мөдире Ж. Кейекбаев ҡушыуы буйынса БДУ-ның киске бүлегендә уҡыта башлай. Тәүге дәресен ул бер ваҡытта ла онотмай, гел хәтергә алып торҙо: “Аудиторияға барып инһәм, һалдат, офицер гимнастеркаларын һалмаған, орден планкалары таҡҡан олпат ағайҙар ултыра. Әмир Гәрәев, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Вәзих Исхаҡов, Ноғман Мусиндар икән. Оло кәүҙәле Файыҡ ағай: “Ҡаушама, Марат ҡусты, бергәләп уҡырбыҙ әле башҡорт телен”, – ти”. Һыната буламы университетты ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгес!
1963 йылда Марат Зәйнуллин Ҡазан ҡалаһында кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Рәсми оппоненты – киләсәктә Татарстан Фәндәр академияһы академигы булаһы мәшһүр телсе, Ж. Кейекбаевтың яҡын дуҫы Мирфәтих Зәкиев. Диссертация юғары баһалана.
1966 йылда йәш ғалим филология факультеты деканы итеп һайлана. Был йөктө М. Зәйнуллин ҙур ихласлыҡ менән атҡара, сатирик шағир Марсель Сәлимов әйтмешләй, “легендар декан”ға әүерелә. Әйтеүе генә анһат, утыҙ йылдан ашыу яуаплы һәм абруйлы йөктө тарт! Бер үк ваҡытта 1979–1995 йылдарҙа ғалим-ойоштороусы БДУ-ның филология буйынса махсуслашҡан диссертациялар яҡлау советының ғилми сәркәтибе, оҙаҡ йылдар университет парткомы ағзаһы, төрлө комиссиялар рәйесе була.
М. Зәйнуллин бер ваҡытта ла йәмәғәт эштәренән баш тартманы, һәр ваҡыт халыҡ араһында булды. Ул 1990–1995 йылдарҙа РСФСР Юғары һәм махсус белем биреү министрлығының филология буйынса Баш Советы ағзаһы, рәйес урынбаҫары ине. Остазы Жәлил Кейекбаевтың “Үҙебеҙҙә лә ғилми совет булһын ине!” тигән теләген тормошҡа ашырыуға көсөн йәлләмәне. Бик күп йылдар БДУ-ла филология буйынса Ғилми совет рәйесе вазифаһын ҙур теләк менән башҡарҙы. Абруйлы телсе 2002 йылда БФА мөхбир ағзаһы итеп һайланды, ә 2009 йылдың 22 ғинуарында академик дәрәжәһенә күтәрелде. 1998 йылда Рәсәй Гуманитар фәндәр академигы, ә бер йыл элек Халыҡ-ара төрки академигы итеп раҫланды. Ул шулай уҡ төрлө ғилми баҫмаларҙың мөхәрририәт ағзаһы булып торҙо, улар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итте. Даланлы ғалимдың исеме илебеҙҙә генә түгел, донъя кимәлендә билдәле ине. 2004 йылдан алып Халыҡ-ара төркиәтселәр ассоциацияһы президиумы ағзаһы булды.
Марат Вәлиулла улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының I – III ҡоролтайҙары делегаты булып һайланыуы менән һәр саҡ ғорурланып йәшәне. Ул хәтһеҙ йылдар ҡоролтайҙың башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү комиссияһы рәйесе вазифаһын теләп башҡарҙы. Туған телебеҙгә дәүләт статусы алыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Ғалимдың аҡыллы һүҙе һәр ерҙә үтте. “Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһын ең һыҙғанып етәкләүен Күгәрсен районы халҡы, минеңсә, бер ваҡытта ла онотмаҫ.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тиҙәр. Академик Марат Зәйнуллиндың фиҙакәр хеҙмәтен дәүләтебеҙ һәм халҡыбыҙ ваҡытында күрә, урынлы баһалай белде. 1970 йылда Лениндың 100 йыллыҡ юбилей миҙалы һәм “СССР юғары мәктәбе отличнигы” билдәһе менән бүләкләнде. 1992 йылда ғалим “БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. 1995 йылда уға БАССР Юғары Советы Президиумының иң юғары наградаһы – Почет грамотаһы тапшырылды. “Рәсәйҙең почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре” тигән исемде лә йөрөттө. Ә 1999 йылда “Библиографик һүҙлек: башҡорт телен тикшереүселәр” проекты өсөн “Асыҡ йәмғиәт” (Сорос фонды) институтының Грантына лайыҡ булды. Ғалим – республикабыҙ баҫмаларының байтағының “Йыл лауреаты”, Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге премияһы лауреаты.
Күренекле башҡорт телсеһе Марат Зәйнуллиндың бар ғүмере Башҡорт дәүләт университеты менән бәйле булды. Ул бында ассистенттан алып БДУ-ның почетлы профессоры дәрәжәһенә тиклем үҫте. Ошондай уҡ маҡтаулы исемде уға Стәрлетамаҡ педагогия академияһы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ коллективтары ла тапшырҙы. Төрлө юғарыраҡ урындарға саҡырһалар ҙа, ул туған уҡыу йортон ташламаны. Мин йыш ҡына унан ошо һүҙҙәрҙе ишетә инем: “Университеттары булған илдәр генә мәғрифәт һәм фән аша донъя кимәленә сыға. БДУ халҡыбыҙ, республикабыҙ үҫеше өсөн ғәйәт оло эштәр башҡарҙы. Данлы уҡыу йортонда белем алыуым, уның тәүге аспиранттарының береһе, почетлы профессоры булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Мин үҙемде, ғаиләмде унһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым”. Эйе, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем уҡытыусыбыҙ университеттан айырылманы, уның тарихында яҡты эҙ ҡалдырҙы.
Ғилеме ғәмәлле ине
Зыялылар белә: фәнһеҙ ғалим булмай. “Ғәмәлһеҙ ғилемдең файҙаһы юҡ, файҙаһыҙ ғалимдың ғәмәле юҡ. Ғалим ғәйре ғамил”, – тип яҙа мәшһүр затыбыҙ Ғайса Хөсәйенов. Был фекер, беҙҙеңсә, тулыһынса академик Марат Зәйнуллиндың ғилмиәтенә тап килә. Әйтеп үтеүебеҙсә, М. Зәйнуллин 1963 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Ә 1988 йылда Ҡаҙағстан Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Күренекле тел белгесе М. Зәйнуллиндың ғилми мираҫы ғәйәт ҙур. Ул хәҙерге башҡорт әҙәби телен тикшереүгә арналған ике тиҫтәгә яҡын монография, дәреслек, уҡыу ҡулланмалары баҫтырып сығарҙы. 600-ҙән ашыу ғилми мәҡәлә яҙҙы. Һуңғы йылдарға тиклем йылына 20 – 25 ғилми эш баҫтырып торҙо. Ҡасан шылтыратһаң да, ул: “Эш күп!” – тип әйтер ине. Ғалимдың фәнгә эскерһеҙ хеҙмәт итеүен билдәләр йәнә бер асыҡ миҫал бар. Марат Вәли улы коллегалары, рус, башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ телселәре хаҡында ифрат күп мәҡәлә, хәтернамәләр яҙҙы. Беҙҙә бындай кәрәкле эш менән шөғөлләнгәндәрҙе атап китеүе лә ауыр. Ҡыҫҡаһы, һәр йәһәттән ғилеме ғәмәлле булды.
Һуңғы йылдарҙа Марат Вәлиулла улы Зәйнуллин башҡорт лингвокультурологияһы мәсьәләләре менән етди шөғөлләнде, дөрөҫөрәге, уға нигеҙ һалды. Традицион тел ғилеме, йәғни лингвоцентрик мәктәп вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, ул хәҙерге башҡорт тел ғилеме өсөн антропоцентризм, йәғни “тел – йәмғиәт, кеше өсөн” принцибының мөһимлеген ваҡытында күрә, ғилми эҙләнеүҙәрҙе ошо юҫыҡҡа йүнәлтә белде.
М. Зәйнуллин башҡорт халҡының антропонимик мәҙәниәтенең һуңғы осорҙа түбәнәйә барыуына әсенеп йәшәне. Баҡтиһәң, милләттең үҫешен, мәҙәниәте кимәлен балаға, кешегә ҡушҡан исемдәр ҙә билдәләмәй ҡалмай икән. Телсе ҡарашынса, хәҙерге көндә ғаиләлә традицион башҡорт исемдәрен ҡушыу һирәгәйә бара, Европа халыҡтары исемдәре, киреһенсә, киң күренеш ала. Ул милли нигилизмға килтерә. Шуныһы ҡыҙыҡ: ғалимдың остазы Жәлил Кейекбаев та “Совет Башҡортостаны” (1961 йыл, 2 март) гәзитендә “Кем исемле һин?” мәҡәләһен баҫтырған булған.
Юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор М. Зәйнуллиндың фәнни эшмәкәрлеге менән педагогик хеҙмәтен айырып булмайҙыр. Хәтһеҙ йылдар башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы мөдире булды, 50 йылдан ашыу “Тел ғилеменә инеш”, “Тел теорияһы” курстары буйынса лекциялар уҡыны, практик дәрестәр алып барҙы, программалар төҙөнө. Уларҙың ни тиклем юғары кимәлдә үтеүен республикабыҙ уҡытыусылары, милли интеллигенция яҡшы белә. Ғалимдың шәкерте, профессор Д. Тикеевтың хәтирәләрен килтереү менән сикләнәм: “Беҙ уның ғилми ҡараштарының киңлегенә, эрудицияһына, кешелеклелегенә, хатта аудиторияла үҙен нисек тотоуына һоҡлана торғайныҡ. Ул дәрескә һәр саҡ ыҫпай, матур кейенеп килде...”
Филология фәндәре докторы, профессор М. Зәйнуллин юғары квалификациялы башҡорт телселәрен әҙерләү эшенә ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Башҡорт тел ғилеме үҫешен унан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Ғилми етәксе булараҡ, 60-тан ашыу фән кандидаты һәм докторы әҙерләне.
Бындай титаник хеҙмәтте аныҡ ҡына баһалап һәм үлсәп тә булмайҙыр. Иң мөһиме шул: академиктың үҙ ғилми мәктәбе булды.
Көндәлек тормошо, йәшәйеше, ғаиләһе лә үҙе бер ғилми донъя булды. Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы Зәйнуллина – филология фәндәре кандидаты, ғүмере буйы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр. Лексикограф Г. Зәйнуллина – бик күп мәҡәләләр, алты китап авторы. Лилиә Марат ҡыҙы Зәйнуллина – инглиз теле белгесе, филология фәндәре докторы, профессор ине. Улы Мансур Марат улы ла уҡытыусылыҡ юлын һайланы, тарих фәндәре кандидаты. Ғалимдың ейәне Фәрхәт тә ғалим-химик булырға әҙерләнә.
Күрәһең, ғилмиәт фән кешеһенең йәшәү рәүешенә әүереләлер, үҙе бер мөхиттер. Шул мөхиттә кинәнеп йәшәне, фән менән шөғөлләнде, туған халҡына хеҙмәт итте милләтемдең аҫыл улы Марат Зәйнуллин. Ундайҙар ерҙә яҡты эҙ ҡалдыра.
Уҡытыусыһын ололаған йәннәттең түрендә булыр
Һуңғы сирек быуатҡа яҡын ғүмерем остазым Марат Вәлиулла улы Зәйнуллин менән тығыҙ аралашып үтеүҙе бөгөн килеп яҙмыш биргән бер бүләк төҫлө ҡабул итәм. Уҡытыусым менән университетта ғына түгел, көндәлек тормошта, ғаилә-ара мөнәсәбәттә яҡынайыу бәхете тейҙе миңә. Яҡындан аралашыу, эс серҙәрен бүлешеү, теге йәки был мәсьәләләрҙә фекер уртаҡлығы, ҡараштар берлеге эҫендерҙелер тигән уйға киләм. Ә ара, дистанция ниндәйен бит! Академик, доцент, танылған ил ағаһы, мәшһүр ғалим һәм егерме йәшкә кесе шәкерте. Шөкөр, ғилми етәксем бер ваҡытта ла мин-минлек күрһәтмәне, кеселекле, кешелекле булды. Икәү булғанда “дуҫ”, “энекәс” тип атарға яратты. Бындай сифаттарға оло йөрәкле шәхестәр генә эйә булалыр.
Тәүге күреү һәм һоҡланыу университетта уҡыған йылдарҙа булды. Ул йылдарҙа ҡойоп ҡуйған һынлы, ҡара бөҙрә сәсле, үтә етди факультет деканы янына барыу, һүҙ-лөғәт ҡушыу төшкә кермәҫ хәл ине. 1993 йылда Өфөлә бер конференцияла ҡатнаштым. Ул тамамланғас, ағайым Рим Сәйетбаттал улы Искәндәров һәм беҙҙең буй етмәҫ элекке деканыбыҙ Марат ағай менән БДУ яғына ыңғайланыҡ. Бер аҙ килгәс, мин БДПУ-ға, Камил Әхийәровкә барыуымды әйттем, педагогия буйынса аспирантураға инеү ине теләгем. Шул саҡ Марат Вәли улы етәкләп үк алды: “Киттек миңә, үҙемдең аспирантым булырһың”, – тине. Бүлмәһенә барып кергәс, “Ана, күрәһеңме үҙеңде”, – ти. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы тышлығында һүрәтем тора ине. “Бик шатландыҡ республика конкурсында еңеүең менән”, – тип ҡулымды ҡыҫты.
1994 йылда республика мәктәп-интернаттарында директор булып эшләй башлағандан алып беҙ аралашып йәшәнек. Ә инде БДУ-ла уның фән һәм уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһында эшләү осоро ғүмерҙә онотолмаҫ хәтирә булып ҡалды. Шул осорҙа ғилми етәксемдең иң матур сифаттарын аса торҙом.
М. Зәйнуллин ғүмере буйы остазы Жәлил Кейекбаевтың яҡты образына һоҡланып йәшәне. Уны иҫкә алмаған бер көнө лә булманы шикелле. “Вәт нисек бит ул!” “Конторҙа эш бөтмәҫ, ҡайттыҡ, мырҙам!” кеүек Кейекбаев лаҡаптарын ҡабатларға яратты. Телсенең юбилей конференцияларын ҙур әҙерлек менән ойошторор, үткәргәс, ҡәнәғәтлек кисерер ине. Кейекбаев музейҙарының эшмәкәрлеге, “Кейекбаев уҡыуҙары” менән ҡыҙыҡһынып торҙо. Жәлил Кейекбаевтың балалары менән ихлас аралашты. “Үҙ уҡытыусыһын ололаған йәннәттең түрендә булыр”, – тиҙәр. Була күрһен!
Үҙенең элекке студенттары яҙмышы, уңыштары менән ҡыуанып йәшәне ул. Меңәрләгән уҡыусыларының исем-шәрифен онотманы, ҡайҙа эшләүен белеп, һорашып торҙо. Һәр студентҡа ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтергә әҙер ине. Кафедра уҡытыусыларына, факультет хеҙмәткәрҙәренә ифрат йылы мөнәсәбәт һаҡланы. Үҙенең дә БДУ-ла абруйы ғәйәт юғары булды. Иҫ киткес оратор, ике телдә лә юғары стилгә эйә лингвистик шәхес риторик һәләте менән айырылып торҙо. Университет ректорҙарын һайлау мәлендә иң кәрәкле һәм урынлы һүҙҙе М. Зәйнуллин әйтер ине.
Яҡташтарын, Күгәрсен халҡын яратты ғалим. “Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһын етәкләгәндә был ихласлыҡ айырыуса асыҡ күренде. Райондан сыҡҡан фән кандидаттары һәм докторҙарының исемлеген төҙөп, һәр яңы ғалимға шатланып йәшәне. Улар йөҙҙән ашып киткәйне.
Миңә бер нисә тапҡыр етәксем менән Күгәрсен районына сәфәр ҡылыу бәхете тейҙе. Мин шул саҡта уның ни тиклем ғәзиз ерен яратҡанын тойҙом. Үрге Һаҙ эргәһендәге Олотауға артылғас, ҡылған төҫлө сал сәстәрен елгә туҙҙырып, изге тупрағын ҡосағына алырҙай булып ҡанатланыуына һоҡландым.
Донъяла кеше яратҡан, һәр кемде үҙ күрергә ынтылған инсафлы инсандар була. Марат Вәлиулла улы бәндәне айырманы, артынан һөйләмәне. Төрки донъяһында, Рәсәйҙә һәм үҙебеҙҙә дуҫтары күп булды. Ҡуйын дәфтәрендә йөҙәрләгән адрес, телефон номеры булды. Улар тулһа, ҙурырағын алып, яңыһын башлар ине. Көн аралаш тигәндәй, Ҡазанға дуҫтары академик Мирфәтих Зәкиевкә, академияның мөхбир-ағзаһы Фоат Ғәниевкә, Ким һәм Роберт Миңнуллиндарға, Нальчикка Муса Кетенчиевтарға шылтыратып торҙо. Уларға һаулыҡ теләүҙе үҙ бурысылай күрҙе. Мәскәүҙә лә ихтирамлы булды. Абруйы көслө булыу арҡаһында беҙҙең диссертацияларға һүҙ теймәне. Ғилми советтың ябылмай һаҡланып килеүе уның исеме, даны менән бәйле. Дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, табиптар, шағирҙар менән яҡын булды. Дуҫлыҡ тигән төшөнсәне һәр саҡ юғары ҡуйҙы. Тормош бит, барыһы ла ал-гөл булып бөтмәй. Хыянатты, көнсөллөктө һәм башҡа төрлө ваҡлыҡтарҙы ла кисереү яҙҙы уға.
Марат Вәлиулла улы бер ваҡытта ла зарланманы, зарлана белмәне. “Олоғайҙым, ҡартайҙым” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә лә теләмәне, беҙҙән дә әйттермәне. 80 йәшенә тиклем ауырып йөрөүен ситтәргә һиҙҙермәне. Эшкә дәртләнеп барҙы, университеттың ишектәрен ғорурлыҡ менән асып инер ине. Дауаханала ятҡан ваҡыттарында янына барып торорға тырыштым. Быйыл ҡышҡыһын ятҡанында ла төшөнкөлөккә бирелмәгәйне. Үҙ ауырыуына ҡыҙы Лилиәнең ҡаты сырхауы ҡушылып, ҡанаттарын ҡайырҙы булһа кәрәк. Ә бит балалары, ейәндәре тип нисек өҙөлә, уңыштарына шатлана ине. Барыбер аңымда остазым ныҡлы ихтыярлы, ҡаҡшамаҫ рухлы, оло йөрәкле шәхес булып ҡаласаҡ.
Шәмбе булыуына ҡарамаҫтан, абруйлы шәхесте һуңғы юлға оҙатыр көндә БДУ халыҡ менән тулы булды. Дәүләт органдары, Өфө ҡала хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, университет етәкселеге, факультет декандары, уҡытыусылар һәм башҡорт интеллигенцияһы оло йөрәкле ғалимды һуңғы юлға оҙатты. Кешенең ни тиклем ҡәҙерле, яҡын икәнлеге ошо саҡта беленә икән. Заман ҡырыҫлана барһа ла, кеше күңелдәре ҡорғаҡһымауы йәнгә тыныслыҡ биргәндәй итте. Тыныс йоҡла, ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ, яҡын дуҫыбыҙ!