Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Һаман да онотмайым
Әйтелмәй ҡалған рәхмәт — түләнмәгән бурыс ул.
Боронғолар һүҙе.

Хәҙер ҡыҙыҡ булып тойолған бер ваҡиғаны һис онота алмайым. 1943 йылдың ҡышында булды ул.

Буранлы һалҡын көндәрҙең береһендә миңә, 14 йәшлек колхозсы малайға, бригадир апай Иҫәнғол хәрби комиссариатына фронтҡа повестка алған ике ағайҙы алып барырға ҡушты. Береһенең исеме Заһит ине шикелле, икенсеһен хәтерләмәйем. Сыҡҡан көндә — Самаҙыла, иртәгәһен Иҫәнғолда йоҡларға тура килде. Өсөнсө көн иртә менән теге ағайҙарҙы оҙатып, төшкә ҡарай ҡаҡ санаға ултырып, йөҙ саҡрымдағы ауылыма ҡайтырға сыҡтым. Рәхмәт Нәбирә еңгәйгә (беҙҙең ауылдан Иҫәнғолда йәшәгән Ғәлимйән ағайҙың ҡатыны), сәй эсереп оҙатты.
Ҡараңғылатып Үрге Муйнаҡҡа килеп еттем. Атым "Яблок" та, үҙем дә йонсоноҡ, асыҡтыҡ. Йоҡлап сығырға "кеүәртир" табырға кәрәк. Бер нисә өйгә инеп сыҡтым, береһе лә индермәй: йә балаһы ауырый, йә ашарҙарына юҡ, тағы әллә ниндәй сәбәп табалар. "Муйнаҡтар кеүәртир бирмәй" тигәнде былай ҙа ишеткәнем бар ине, хәҙер үҙем килеп "ҡаптым", ҡәһәрең. Инде ни эшләргә, тип аптырап торғанда, үҙем яңы ғына инеп сыҡҡан өйҙәрҙең береһенән таяғына таянып оло ғына бер инәй килеп сыҡты ла: "Анау өйҙән һорап ҡара, улым, һин сыҡҡансы атың эргәһендә тороп торормон", — тине. Эсемә аҙыраҡ йылы йүгерҙе. Икенсе яҡтан, был хужа ла индермәһә, ни эшләрмен, тигән шомло уй ҙа йөрәгемде өйкәй башланы. Ошо ауыл урамында туңып үлерменме икән ни? Ни булһа ла булыр тип, баяғы инәй күрһәткән өйгә баҙнатһыҙ ғына барып индем. Өй йылы, бөхтә итеп йыйыштырылған, түрендә йылҡылдап ниндәйҙер йәнлек тиреһе элеүле тора. Урындыҡта ҡупшы ғына кейемле әбей менән бабай ултыра. Ҡыйыуһыҙ ғына үтенесемде әйттем. Бер-береһенә ҡарашып алғас, бабайы һүҙ башланы: "Инерһең, йоҡларһың, улым. Атың да ас булмаҫ. Тик бер шартым бар: иртәгә бер йөк утын алып килерһең". Был мәлдә шатлығымдан әбей менән бабайҙы ҡосаҡлап алырҙай булдым, бер йөк кенә түгел, тотош урманды күсерергә әҙер инем...
Иртәгәһенә иртүк тороп сәй эстек тә олатайҙың улы (исеме Зәки ине, буғай) менән, Хәсән утары яғындағы бер үҙәккә инеп, шаҡ та шоҡ килеп имән туйраларын йыға башланыҡ. Ҡырҡҡан ағастарыбыҙҙы санаға шығырлатып тейәп, ҡуҙғалырға торғанда Зәки: "Һин, Булат, был йөктө алып ҡайтып бушатаһың да, ҡабат киләһең, атайым шулай ҡушты", — тимәһенме. Ә минең планым бер йөк утынды алып килеп сәй эсергә лә ауылыма табан юлланыу ине.
Әсәйем, ҡусты-һылыуҙарым мине юғалтып ҡайғыралыр инде, тигән ауыр уйҙар йөрәгемде тырнай. Икенсе яҡтан, был изгелекле кешеләр йылы өйҙәрендә йоҡлатып, атымды ла, үҙемде лә туйындырып, бәлки, мине ниндәйҙер бәлә-ҡазанан, ғүмерлек ауырыу-ғәриплектән һаҡлап алып ҡалғандыр тим, уларға эсемдән генә рәхмәтемде уҡыйым, шөкөр итәм. Был Аллаһы Тәғәләнең ауыр саҡтарҙа үҙ бәндәләренә күрһәткән бер изге ғәмәле булғандыр. Әсәйем дә, ауыр хәлгә тарыған кешегә ярҙам итегеҙ, бындайҙарҙы Хоҙай күреп тора, яҡшылыҡ ҡылғандарға үҙе лә изгелектәрен ебәрә, тип өйрәтә торғайны...
Бер көнгә һуңлап ҡайтыу әллә ни ҙур бәлә түгел, уның ҡарауы, үҙем дә оло кешеләргә бәләкәй генә яҡшылыҡ эшләнем...
Заманалар үҙгәрҙе. Хәҙер Муйнаҡта "кеүәртир" эҙләүселәр ҙә юҡтыр, моғайын, ундағы таныш-белеште лә, туғандарҙы ла һирәк күрәбеҙ. Ауылдан үтеп барғанда, бынан 70 йыл самаһы элек булған ваҡиғалар, Нәҙер олатай менән уның үтә лә кешелекле әбейе (инәйҙең исемен онотҡанмын), "кеүәртир" эҙләшеүсе ярҙамсыл инәй ҡылт итеп иҫкә төшә. Тәрән ҡарға бата-бата утын ҡырҡып йөрөгән үҙәк яғына ла һирпелеп ҡарап алам.
Хәҙер Муйнаҡтағы таныштар ҙа икенселәр инде. Байтаҡ йылдар мәктәптә бергә эшләгән Хәлим ҡорҙашым (хәҙер дин әһеле), уның хәләле Хәмдиә ханым, тәүге уҡытыусым Ғиззәт ағайҙың ҡыҙы Фатима һылыу, беҙҙең мәктәптә хеҙмәт юлын башлаған сибәр һәм нәзәкәтле Гөльямал һылыу, уның тормош юлдашы, күп йылдар колхоз рәйесе булып эшләгән Сөләймән кейәү, Муйнаҡ мәктәбенә етәкселек иткән тәүәккәл һәм тура һүҙле аҙашым Булат Ишемйәров, изге Һыусыҡҡан шишмәһен халыҡ өсөн һаҡлап алып ҡалған хөрмәтле пенсионер-ветерандар Ишбулат Ҡунаҡбаев, Сөләймән Хәлитов, Таһир Йосоповтар күҙ алдыма килә. Ауыл һыртынан үтеп барғанда, зифа ҡарағайҙар менән уратып алынған зыяраттарына ҡарашымды йүнәлтеп, баҡыйлыҡҡа күскән хөрмәтле дуҫтарым, таныштарым рухына бағышлап белгән доғаларымды уҡыйым...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...

Тотош уҡырға 1 151

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...

Тотош уҡырға 1 224

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 1 086

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...

Тотош уҡырға 1 177

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...

Тотош уҡырға 985

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...

Тотош уҡырға 1 269

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...

Тотош уҡырға 1 173

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...

Тотош уҡырға 1 187

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...

Тотош уҡырға 1 105

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...

Тотош уҡырға 1 090