Каринэ Хәбирова кемдең ғүмерен ҡотҡарыр?12.02.2019
Кисә Башҡортостанда “Изге донор” тигән акция башланды. Уға республика етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова, Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Әхмәҙинуров һәм башҡалар ҡушылды.

Каринэ Хәбирова ҡанды тәүгә генә бирмәүен белдерҙе.

Республика ҡан биреү станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостанда учреждениеның һигеҙ филиалы эшләй. Уларҙың етәүһе донорҙарҙы акция сиктәрендә ҡабул итәсәк. Был сара йыл буйы барасаҡ.

Акцияла 18 йәше тулған граждандар ҡатнаша ала. Бының өсөн ҡан биреү станцияһына килергә һәм махсус талон алырға, уға штамп ҡуйҙырырға кәрәк. Һәм бер йыл эсендә 15 донация йыйыу зарур.

Тулған купонды Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1 адресы буйынса алып килергә йәки уның сканын йә фотоһын [email protected] электрон почтаһына ебәрергә. Тәүге 100 ҡатнашыусы бүләккә велосипед аласаҡ. Ә суперприз – Сочи ҡалаһына путевка.




Вернуться назад