Табиптарыбыҙ булдыра – мөмкинлек кенә бир31.01.2019
Былтыр Республика кардиоүҙәге табиптары аортокорональ шунт ҡуйыу буйынса 581 операция яһаған – былтырғынан алты тапҡыр күберәк.

Был хаҡта “Сәләмәтлек сәғәте”ндә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе. Ул ошо йәһәттән үлем осраҡтарының кәмеүен билдәләне.

Республика кардиоүҙәге етәксеһе Ирина Николаева әйтеүенсә, мәсьәләнең ыңғай яҡҡа үҙгәрә барыуы аортокорональ шунт ҡуйыуға ҙур иғтибар, аҡса бүленеүгә бәйле. Һөҙөмтәлә республика ошо йәһәттән яҡшы күрһәткес буйынса илдә тәүге бишәү иҫәбенә ингән. Быйыл бындай операцияны 600 самаһы пациентҡа яһау планлаштырыла.

Әле республикала алты төбәк ҡан тамыры үҙәге һәм 18 беренсел ҡан тамыры бүлексәһе бар. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уларҙың барыһын да ангиографтар менән йыһазландырыу бурысын ҡуйҙы.

2020 йылда ҡан тамыры үҙәктәре һәм бүлексәләре Нефтекама, Белорет, Күмертау, Октябрьский ҡалаларында, Өфөнөң 18-се дауаханаһында барлыҡҡа киләсәк.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика