Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүләткәме, шәхси ҡулдарғамы?
Салауат бала табыу йорто тирәләй бәхәстәр дауам итә.

Салауат бала табыу йорто концессион килешеү нигеҙендә “Перинаталь үҙәк” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма идаралығына тапшырылғандан һуң, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында медицина учреждениеһының эшмәкәрлегенә арналған матбуғат конференцияһы булды.

Журналистар менән осрашыуға килгән “УК Медиа” составындағы “Генус” ябыҡ акционерҙар ойошмаһы вәкилдәре проекттың маҡсаты, бурыстары һәм туғыҙ айлыҡ эш һөҙөмтәләре менән таныш­тырҙы. Матбуғат конференцияһы спикер­ҙа­рының телмәрҙәрендә бала табыу йортон яңыртыуға һалынған инвестиция күләмдәре яңғыраны, һатып алынған медицина ҡорамалдары исемлеге, штат расписаниеһы, хеҙмәткә түләү фонды, эштән киткән һәм ҡабул ителгән белгестәр хаҡында һүҙ барҙы.

Дәүләт милкен ҡулына алып, уны үҫтерергә, проектҡа миллиондарса һум һалырға йөрьәт иткән “УК Медиа” хаҡында ла бер нисә һүҙ. Ул – төрлө йүнәлештәр буйынса ил буйлап медицина хеҙмәттәрен ойошторған медицина компаниялары төркөмө. 2017 йылдың апрель айында Башҡортостан Хөкүмәте менән концессион килешеү төҙөлгәндән һуң, Салауат бала табыу йорто “Генус” ябыҡ акционерҙар ҡарамағына күсә.

Салауат бала табыу йорто – халыҡ-ара танылыу яулаған медицина учрежде­ниеһы. 2011 йылда “Балаға мәрхәмәтле дауахана” проектына ярашлы, бала табыу йорто һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы коллективтарына “Алтын таҡта” халыҡ-ара иҫтәлекле билдәһе һәм диплом тап­шырылғайны. Ошондай юғары статусҡа эйә булған бала табыу йорто эргәһендәге шау-шыу йәмәғәтселектең иғтибарын үҙенә йәлеп итте, тип әйтеү генә аҙ булыр. Медицина учреждениеһын шәхси ҡул­дарға биреү тураһындағы яңылыҡ республика медицина берекмәһен һәм салауаттарҙы ҡапма-ҡаршы ике лагерға айырҙы.

Тәүгеләре, 150 меңдән ашыу кеше йә­шәгән ҡалалағы берҙән-бер бала табыу йортон шәхси ҡулдарға биреүҙе хәүефле аҙым, тип баһалаһа, икенселәре оҙаҡ йыл­дар ремонт күрмәгән, тейешенсә йы­һаз­ландырылмаған дауахана аҡсалы эшҡыуарҙар ҡулында яңы һулыш алыр тип өмөтләнде. Дөрөҫлөк үлсәүҙең ҡайһы яғында? Мәсьәләнең айышына төшөнөп етмәгән, медицина тармағының нескәлек­тәрен белмәгән һәм ике яҡлы килешеүҙең шарттарын, йөкләмәләрен өйрәнмәгән ке­ше­гә ҡайһылыр яҡҡа өҫтөнлөк биреү, әлбиттә, бик ауыр, шуға күрә бер кем яғы­на ла ауышмаҫа тырышып, белгес­тәр­ҙең, эксперттарҙың һәм бала табыу йортоноң яңы хужалары фекеренә таянып, мәсьәләнең айышына төшөнөп ҡарайыҡ.

Республикала ҙурлығы яғынан өсөнсө урынды биләгән ҡалала, алты муниципалитет ҡараған берҙән-бер бала табыу йортон шәхси ҡулдарға биреүҙең ябай күҙгә салынмаған хәүефле яҡтары, эксперттар фекеренсә, етерлек. Әлегә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында күрһәтелгән түләүһеҙ хеҙмәттәр, йөклөлөк ваҡытында, бала тапҡандағы медицина саралары ҙур үҙгәрештәрҙән һуң ваҡыт үтеү менән түләүлегә әүерелеүе бик ихтимал. Дәүләт-шәхси эшҡыуарлыҡ партнерлығының стратегик яҡтан үтә әһәмиәтле бала табыу учреждениеһы миҫалында тормошҡа ашырылыуы менән Башҡортостан Милли медицина палатаһы ризаһыҙлығын тәүге көндәрҙә үк белдергәйне.

Ни өсөн стратегик яҡтан мөһим объект дәүләт контролендә һәм яҡлауында бу­лырға тейеш? Милли медицина палатаһы белгестәре әйтеүенсә, дәүләт-шәхси партнерлыҡ ышығында ҡалъяны ҡулға эләктереү һәм артабан хосусилаштырыу уйы ятыуы шик тыуҙырмай. Бындай ике яҡлы партнерлыҡ яҡшы, перспективалы, тик ул халыҡтың сәләмәтлегенә хәүеф тыуҙырмаҫҡа һәм кеҫәһенә һуҡмаҫҡа тейеш. Бала табыу йортоноң ҙур биләмәлә берҙән-бер үҙенсәлекле учреждение булыуы баҙар конкуренцияһынан ситтә торасағын аңлата һәм был хәл эшҡыуарҙар өсөн бик тә ҡулайлы.

Тағы ла шуныһы: республика Хөкүмә­тенең 2015 йылдың 17 авгусындағы бойо­роғо менән бала табыу йортон, балалар дауаханаһын һәм ҡала дауаха­наһын үҙгәртеп ҡороу тураһында ҡарар ҡабул ителеүе билдәле. Уға ярашлы, учреждениелар бергә ҡушылып, аҙаҡҡыһының исеме менән йөрөтөлөргә тейеш була.

Тимәк, хәҙерге ваҡытта бала табыу йорто – күп профилле дауахананың бер өлөшө. Шулай итеп, бизнес дәүләт һәм йәмәғәт мәнфәғәттәренән үҙенең мәнфәғәттәрен өҫтөн ҡуйған. Шау-шыу тыуҙырырлыҡ аҙымдың профессиональ медицина берлегенең фекеренә ҡолаҡ һалмай, йәмәғәтселек тыңлауҙарына сығарылмай атҡарылыуы ла аптырашта ҡалдыра. Ошондай кимәлдәге проект­тарҙы хәл иткәндә тап медицина эксперт­тарының һығымтаһы, табип һәм пациент мәнфәғәттәре өҫтөнлөк алырға тейеш ине түгелме?

Бала табыу йорто ни өсөн концессион килешеү объекты була алмай? Был һорауға юристарҙың яуабы бар. Төбөнә төшөп тормайынса, ҡыҫҡаса ғына аңлатып китәйек. “Рәсәй Федерацияһында граждан­дарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы федераль закон дөйөм норматив хоҡуҡи акт булараҡ медицина ярҙамынан файҙалана алыу һәм сифатты тәьмин итеү менән бәйле объектив критерийҙарҙы нығыта. Быға медицина ойошмаһы тарафынан гарантияланған ярҙам күләме һәм, халыҡтың ихтыяжынан сығып, медицина ойошмаларын урынлаш­тырыуға талаптар ҡуйыу инә. Ҡатын-ҡыҙҙарға һәм сабыйҙарға профессиональ акушер-гинекологик ярҙамды 150 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалала берҙән-бер бала табыу йортоноң күрһәтеүе – ысынбарлыҡ. Уны шәхси ҡулдарға биреү һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге закон талаптарына ҡаршы килер ине. Бынан тыш, дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында закон да бар бит әле. Шәхси ҡулдарға тапшырылыуы мөмкин булған объекттар исемлегенән дәүләт, муниципаль милеккә ҡараған мөлкәт автоматик рәүештә төшөп ҡалырға тейеш. Шулай итеп, Салауат бала табыу йорто бер нисек тә концессион килешеү объекты була алмай, тип иҫәпләй юристар.

“Концессион килешеү” тигән ят термин киләсәктә ҡолаҡта йыш яңғыраясаҡ әле. Һиҙемләүебеҙсә, дәүләт ҡарамағындағы милектең шәхси ҡулдарға күсеүенә күп тапҡыр шаһит булырға тура килер кеүек, әммә закондарҙың тупаҫ боҙолоуына юл ҡуймайынса. Ошо килешеүгә ярашлы, күсемһеҙ милек объекттарын төҙөү йәки үҙгәртеп ҡороу шәхси инвестор средстволары иҫәбенә башҡарыла, әммә аҙаҡ дәүләт ҡарамағына ҡайтарыу шарты менән. Инвестор объектты файҙаланғанда мотлаҡ табыш алыуҙы күҙ уңында тота.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтын­дағы документтан күренеүенсә, “Генус” бинаны, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын, һөт кухняһын үҙгәртеп ҡороу, ҡорамалдар менән йыһазландырыу бурысын үҙ өҫтөнә алған. Ошо маҡсатҡа 286 миллион һум аҡса йүнәлтеү көтөлә. Компания ҡарама­ғына 23 йылға дауахананың бөтә милке, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы һәм 21,5 мең квадрат метр майҙандағы участкалар күсә.

Тәү ҡарамаҡҡа милеккә хоҡуҡтың республикала ҡалыуы яҡшы хәл, борсолаһы, хәүефләнәһе урын юҡ та кеүек. Ә бит 23 йыл буйы табыш алырға тип килгән инвес­торға һалынған аҡсаны кире ҡайтарып алыу өсөн дә көс һалырға, төрлө юлдарын эҙләргә тура киләсәк. Билдәле инде, барыһы ла бала табырға, консультацияға килгән пациенттар, яңы хужалар асҡан шәхси клиникала ЭКО процедураһын үтеүселәр кеҫәһенән алынасаҡ. Салауатта һәм яҡын-тирәләге биләмәләрҙә йәшәүселәр ниндәй хеҙмәттәрҙән – түләүлеме, түләүһеҙме – файҙаланырға теләй, уныһын үҙҙәре хәл итә.

Журналистар менән осрашыуҙа тәүге һүҙҙе алған “УК Медиа” директорҙар советы ағзаһы перинаталь үҙәктәге эштең график буйынса барыуын, былтыр сабый­ҙар араһында үлем осрағы теркәлмәүен белдерҙе. Үҙҙәренең эшмәкәрлеген һәр яҡтан да тулы күрһәтеү өсөн улар графиктар, таблицалар, һандар менән “ҡоралланып” килгән. Салауат ҡалаһы Йәмәғәтселек палатаһы рәйесе Ольга Татарованың фекеренсә, буласаҡ әсәләр палаталарҙағы шарттарҙан, дауалауҙан, туҡланыуҙан ҡәнәғәт. “Коллектив килешеүенең булмауы, үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән ҡайһы бер сетерекле мәсьәләләрҙә уртаҡ фекергә килә алмау бәхәс тыуҙыра”, ти Ольга Станислововна.

“Мотлаҡ социаль страховка буйынса күпме аҡса аласаҡһығыҙ?”, “Бизнесҡа һалынған аҡсаны нисек ҡайтармаҡсы­һығыҙ?”, “Түләүле һәм түләүһеҙ бүлексә­ләр­ҙәге сабыйҙар өсөн шарттар айырыламы?”, “Бөтәһе лә ал да гөл, бөтәһе лә яҡ­шы, тик ниңә һеҙҙең коллективтағы шау-шыу федераль кимәлгә сыҡты һуң?” кеүек финансҡа ҡағылған һорауҙарға аныҡ ҡына яуаптың яңғырамауы журна­лис­тарҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы ғына.

Бала табыу йорто хеҙмәткәрҙәренең эш көнө иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем оҙайтылыуы күптәрҙә ҡәнәғәт­һеҙлек тыуҙырыуы сер түгел. Өҫтәүенә хеҙмәткәрҙәрҙең льготалы медицина стажы һаҡланмаясаҡ. Зарарлы хеҙмәт өсөн түләүҙәрҙән ҡолаҡ ҡағыу ҙа ризаһыҙлыҡты арттырҙы.

Бәлки, ошо һәр кемгә ҡағылған финанс, хоҡуҡ мәсьәләләрен бала табыу йортон шәхси ҡулдарға биргәнгә тиклем коллектив, медицина берекмәһе менән уртаға һалып һөйләшеү кәрәк булғандыр? Йәмәғәтселек тыңлауҙарына сығарып кәңәшләшеү ҙә зыян итмәҫ ине. Хәҙер инде, “туй үткәс – дөмбөргә” тигәндәй, килешеү төҙөлгәндән һуң коллектив менән уртаҡ тел табырға тырышыу, бөтә сәбәпте пенсия закондарының камил булмауына япһарыу, “льготалы медицина стажын тергеҙеү буйынса суд инстанцияһына мөрәжәғәт итеү буйынса әҙерлек бара”, тип халыҡты тынысландырыу ниндәй һөҙөмтә бирер – әйтеүе ҡыйын. Һәр хәлдә, бала табыу йортоноң кем ҡулында ҡалыуына ҡарамаҫтан, Салауат халҡы юғары сифатлы медицина ярҙамы алырға, заманса технологияларҙан түләүһеҙ файҙаланырға хоҡуҡлы. Бөтә маҡсатыбыҙ ҙа ошоға – һау-сәләмәт сабыйҙар тыуымын арттырыуға, әсәләрҙең үлемен кәметеүгә йүнәлтелгән бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512