Ир-ат күберәк йоҡтора10.01.2019
Ир-ат күберәк йоҡтораБылтыр енси юл менән таралған йоғошло сирҙәргә дусар булған кешеләр һаны унан алдағы йыл менән сағыштырғанда аҙая төшкән. Был хаҡта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итте.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, былтыр киҫкен вируслы В гепатиты менән 12 кеше ауырыған (үткәндәгенән туғыҙға кәм).

Киҫкен вируслы С гепатиты 30 кешелә табылған. Ә хроник вируслы В гепатиты диагнозы 169 кешегә (2017 йылда – 255 ауырыу) ҡуйылған. С гепатиты менән сирләгәндәр ҙә былтыр аҙыраҡ – 631 кеше (2017 йылда – 839 ауырыу). Шуныһы ла асыҡ күҙгә ташлана: сирлеләрҙең яртыһынан күберәген ир-ат тәшкил итә.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика