Көнөнә – 250 пациент!26.11.2018
Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында көнөнә 250 пациентты ҡабул итеү һәләтенә эйә заманса поликлинаканың асылыуы көтөлә. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын төҙөү 2016 йылдың август айында башланғайны.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланыу алдында, бер үк ваҡытта бүлмәләрҙе йыһазландырыу ҙа бара. Поликлиниканың яңы корпусында балалар поликлиникаһы, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, клиника-диагностика лабораторияһы, шулай уҡ рентген, эндоскопия һәм медицинаны профилактикалау бүлектәре, төрлө кабинеттар буласаҡ. Улай ғына ла түгел, өс ҡатлы медицина учреждениеһына ике лифт урынлаштырыу ҡаралған, яңыһы бөгөн эшләгән поликлиника менән тоташҡан. Халыҡ бер бинанан икенсеһенә йылы коридор аша атлап йөрөйәсәк.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика