“Өкө”нөң “һабан турғайы”на әүерелеүе мөмкинме?30.10.2018
Һеҙ нисәлә йоҡларға ятаһығыҙ? Ваҡытындамы?” тигән һорауға күптәрҙең: “Ҡайҙа ул ваҡытында ятыу... Көн дә мәшәҡәте табылып тора, өлгөрөп булмай”, — тип зарланғанын ишеткән бар. Ҡайһы берәүҙәр уйынлы-ысынлы: “Мин бит “өкө” затынан. Бөтә эште төнөн башҡарырға яратам”, — тип тә өҫтәр. Шулай итеп, улар үҙҙәренең тәбиғәт билдәләгән йоҡо режимын боҙоуын аҡларға тырыша.

Ғалимдар күптән инде был ҡалыптарҙың ысынбарлыҡҡа тап килмәүен, йоҡо режи­мының иртәнге йәки төнгөгә бүленеүен генетика буйынса бирелмәүен, ә йәшәү рәүеше менән тығыҙ бәйләнгәнлеген раҫланы. “Һабан турғайы” режимы бөтә кеше өсөн дә тәбиғи, беҙҙең бөтә физиологик функцияларыбыҙ, мәҫәлән, тән температураһы, тап ошо тәртипкә көйләнгән. Төндә хатта көсөр­гәнешле эш менән мәшғүл кешенең дә тән температураһы, йоҡлаған кешенеке кеүек үк, төшә. Әммә йоҡо режимының даими боҙолоуы ахыр сиктә тотороҡһоҙораҡ физиологик процестарҙың яңы эш ритмына яраҡлашыуына килтерә. Шулай итеп, кешенең һығылмалы физиологик функциялары тотороҡлолары менән килешеп эшләмәй. Режимды боҙоп, беҙ яһалма рәүештә организм өсөн ауыр шарттар тыуҙырабыҙ.

Үҙен “өкө” тип иҫәпләргә күнеккән кешенең организмын космонавт, полярниктың, йәғни оҙайлы ваҡыт экстремаль шарттарҙа булған һөнәр эйәһенең хәл-торошо менән сағыш­тырырға мөмкин. Айырма бары шунда — “өкө”ләр ошондай шарттарҙы үҙҙәре тыуҙыра. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, уларҙың тәүлегенә уртаса эшләп сығарған гормондары “һабан турғайы”ныҡына ҡарағанда 1,5 тапҡырға юғарыраҡ. Ошо допинг иҫәбенә кешенең төнгө әүҙемлеге тәьмин ителә лә инде. Адреналиндың артыҡ күп эшләп сығарылыуы матдәләр алмашыныуын боҙа, уның ҡалдыҡтары ҡанда туплана, ҡан тамырҙарына ултыра. Һөҙөмтәлә атеросклероз, гипертония, йөрәк ишемияһы сирҙәренә юл асыла. Ғалимдарҙың тикшеренеүҙәре төндәге әүҙемлектең бик ҡиммәткә төшөү ихтималлығын раҫлай. “Өкө”ләр араһында миокард инфаркттарының “һабан турғай”ҙа­ры менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған.

Йоҡо режимын яйға һалыу өсөн ҡайһы бер күнегелгән ғәҙәттәрҙән арынып, яуаплыраҡ, ауырыраҡ мәшәҡәттәрҙе иртәнге ваҡытҡа ҡалдырырға кәрәк. Кис саф һауала йөрөү, бер үк ваҡытта йоҡларға ятыу һәм уяныу көндәлек ғәҙәткә әүерелергә тейеш. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләр сәләмәтлекте һаҡларға, эшкә һәләтлелекте күтәрергә ярҙам итер.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика