Йылмайып йәшәгеҙ09.10.2018
Көн һайын эшкә барғанда йәки өйгә ҡайтҡанда кәйефте ҡырырҙай бихисап күренешкә тап булабыҙ. Мәҫәлән, тығын транспортта кемдер аяҡҡа баҫа, янығыҙҙа торған берәү бөтә донъяға зарлана. Быларҙың барыһын да нисек йөрәгеңә яҡын алмаҫҡа?

Белгестәр әйтеүенсә, тирә-яҡтағы барлыҡ кире хис-тойғоға иғтибар биреү кешегә насар тәьҫир итә һәм яман шеш ауырыуҙарына тәүге аҙым булып тора. Тап шуға ла ғалимдар эргә-тирәлә барған ваҡиғаларҙы ыңғай ҡабул итергә кәрәк тигән ҡарашта.

Һәр кемдә мейе аша уратып алған донъяны ҡабул иткән кире һәм ыңғай хис-тойғо бәйләнеше бар. Мәҫәлән, иртән автобусҡа һуңланығыҙ һәм кәйефегеҙ боҙолдо. Эш ҡағыҙына ҡәһүә түгелде... Бөтәһе лә аңлашыла: бөгөн һеҙҙең көн түгел. “Тимәк, артабан барыһы ла насар булыр”, – тигән уй менән кире хис-тойғоға урын бирәһегеҙ. Улар, ҡыйыш көҙгө кеүек, мейегеҙгә нисек һеңдергәнһегеҙ, барыһын шулай күрһәтә. Насар нәмәләр тураһында уйлайһығыҙ, тимәк, үҙегеҙҙе тағы ла кәйеф ҡырылырҙай хәл-ваҡиғаларға, уңышһыҙлыҡҡа әҙерләйһегеҙ, сөнки аңығыҙға кире хис-тойғоға “усаҡ ҡабыҙҙығыҙ”.

Бындай осраҡта нимә эшләргә һуң? Һәр ваҡыт яҡшы буласаҡ, тип үҙегеҙҙе ышандырырға тырышығыҙ. Хатта ниндәйҙер кәйеф ҡырырлыҡ хәл булғанда ла, уны һеҙгә һынау өсөн генә бирелгән тип ҡабул итергә кәрәк. Алдығыҙҙа берәй ҡаршылыҡ килеп тыуыу, артабан бөтәһе лә шулай барасаҡ, ҡара һыҙат башланды, ағы тиҙ генә булмаҫ әле, тигәнде аңлатмай.

Өлкәндәрҙең, хәлде насарға юрарға ярамай, тигәнен күптәр ишеткәне барҙыр. Уйҙың бойомға ашмауы нигеҙен дә белгестәр күптән асыҡлаған. Тап шуға ла тормошта нимә генә булмаһын, күңелһеҙ ваҡиға хаҡында йыш уйлап йөрөү зыянлы. Һәр ваҡыт матур уйҙа булығыҙ, үҙегеҙҙә ыңғай образ тыуҙырығыҙ. Иң ҡатмарлы ваҡытта ла оптимист булығыҙ, һаулығығыҙға зарар килтерерҙәй уйҙар һеҙҙән алыҫ торһон.


Вернуться назад