Һырғанаҡ сәйе05.10.2018
Йонсоу көндәрҙә организм ныҡлы иғтибар талап итә башлағанда, дарыухананан төрлө витамин алыуға ҡарағанда, тәбиғи емеш-еләк, һуттар менән туҡланыу яҡшыраҡ, ти белгестәр. Мәҫәлән, һырғанаҡтан сәй эшләп эсергә мөмкин.

Был емеш витаминға ифрат бай. Унда, мәҫәлән, С витамины цитрус емештәренә ҡарағанда ике тапҡыр күберәк. Һырғанаҡта башҡа файҙалы матдәләр, антиоксиданттар, май кислоталары бар. Улар тирене йәш, сәләмәт килеш һаҡлауға булышлыҡ итә.

Һырғанаҡтан һәм балдан яһалған сәй – күңел төшөнкө­лөгөнә ҡаршы иң яҡшы дауа. Ул шулай уҡ шешенеүҙе, елһенеүҙе бөтөрә. Сәй ифрат тәмле лә.

Уны яһау өсөн 150 грамм һырғанаҡ, 2 аш ҡалағы ҡара сәй, бал һәм 500 мл һыу кәрәк. Емештәрҙе тәүҙә яҡшылап йыуып, өстән ике өлөшөнән пюре яһайбыҙ. Ошо иҙмәне, шулай уҡ ҡалған һырғанаҡтарҙы, сәйҙе сәйнүккә һалып, ҡайнар һыу өҫтәргә кәрәк. 10-15 минуттан эсемлек әҙер булыр. Уға кәрәгенсә бал өҫтәргә мөмкин.


Вернуться назад