Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ата-бабабыҙ һаулығына етди ҡараған
Ата-бабабыҙ һаулығына етди ҡарағанБер аҡыл эйәһе: “Китаптары сүплеккә ырғытылған илдең киләсәге юҡ”, — тигән. Халҡыбыҙҙы тарихынан яҙҙырыу маҡсатында заманында күпме боронғо китап, шәжәрә яндырылды, юҡ ителде. Был сәйәсәт, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәне. Быуындар бәйләнеше өҙөлдө, аңдар томаланды. Ләкин, Аллаға шөкөр, халыҡ, һуңлап булһа ла, үҙ асылына ҡайта. Әммә өҙөлгәнде ялғауы еңел түгел шул.

Бер “Ҡөрьән” китабы ат хаҡына тиң булған

Халҡыбыҙҙың үткәненә битарафтар, тарихын, мәҙәниәтен һанламаусылар һаман бар. Ҡасандыр уҡымышлы кешеләрҙе зар илатып, китаптарҙы талап алып яндырһалар, бөгөн килеп ҡайһы бер әҙәмдәр үҙ ҡулдары менән ҡасандыр олатай-өләсәйҙәре һаҡлап алып ҡалған иҫке китаптарҙы сүплеккә ташлай… Был баҫмаларҙың алтындан да ҙурыраҡ хазина икәненә күптән төшөнөргә ваҡыт. Заманында бер “Ҡөрьән” китабы ат хаҡына тиң булған бит.
Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһынан бер апай шылтыратып, урамдағы сүп-сар һауытынан боронғо китаптар табып алыуы тураһында хәбәр итте. Улар барыһы ла ғәрәп графикаһы менән яҙылғанлыҡтан, бәлки, “Ҡөрьән” китабылыр тип өйөнә алып ингән. Юл төшкәндә апай янына һуғылдым. Төргәктә 18 төрлө китап булып сыҡты: өс “Ҡөрьән”, ике-өс шиғырҙар йыйынтығы һәм башҡалар. Барыһы ла иҫке төрки һәм ғәрәп телдәрендә яҙылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһенең башы йә аҙағы юҡ. Шуға күрә авторын, баҫылған йылын белеп булмай. “Ҡөрьән” тәфсиренең баш бите бар. Унда “Казан. Типо-литография. Ағалы-ҡустылы Кәримовтар, 1914 й.” тип яҙылған, ә икенсе “Ҡөрьән” китабы 1883 йылғы, Санкт-Петербургта баҫылған. Яйлап был китаптарҙы тәржемә итә башланым һәм үҙем өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәт таптым. “Сәләмәтлекте нисек һаҡларға?” тип исемләнгәненең бер нисә бүлеген гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итмәксемен.
Медицина, фән алға киткән заманда бер кемде лә ғәжәпләндереп тә, аптыратып та булмаҫ төҫлө тойолһа ла, ата-бабабыҙҙың йолаһы, донъяға ҡарашы, ғилеме бөгөн дә барыбыҙ өсөн ҡыҙыҡлы һәм мөһим.

Йорт һалыуҙың үҙ хикмәте

Иҫке йорт урынына яңыһын күтәрергә ярамай, сөнки уның урыны һәр төрлө шаҡшы, хәүефле нәмәләр менән ҡатышҡан була. Бысраҡ, әшәке, сүп-сар иҙән, тәҙрә һәм ишектәр аша инер, һәм төрлө сирҙәр, ауырыуҙар ябырылыр.
Өй эсендә һауа саф, таҙа булһын өсөн, йорт һалғанда түшәмде бейек итергә кәрәк. Тәҙрәләр мөмкин ҡәҙәр күп, ҙур һәм мотлаҡ ике ҡатлы булырға тейеш. Тәҙрәне ҡиблаға йәки ҡояшҡа ҡаратып эшләргә кәрәк. Көнсығышҡа һәм көнбайышҡа ҡаршы булһа ла ярай. Әммә төньяҡта тәҙрә булмаҫҡа тейеш. Ҡояштың файҙалы нурҙары төшөп торһон өсөн быяланы йыш һөртөргә кәрәк. Һауала осоп йөрөүсе кеше организмына зарарлы бәшмәксәләр ҡояш нуры тәьҫиренән генә юҡҡа сыға. Улар дымлы, еүеш һәм ҡараңғы урында тиҙ тарала, боҙолған һыуҙа, ашамлыҡта була. Ағыулы бәшмәксәләрҙе ябай күҙ менән генә күреп булмай. Улар өҫтө асыҡ ҡалған аш-һыуға төшә, бигерәк тә әсегән ҡатыҡ менән оҙаҡ һаҡланған ҡайнатма өҫтөндә була. Бындай ашты ағыу тиһәк тә хата булмаҫ. Шуға күрә ризыҡтың өҫтөн һәр ваҡыт ябып ҡуйырға кәрәк. Ағыулы бәшмәксә һулаған һауа, ашаған ризыҡ йәки эскән һыу менән кеше организмына үтеп инә һәм бик тиҙ үрсей. Шуға күрә кеше тиф (тире һәстәһе), ҡыҙамыҡ, сәсәк, сифилис, үләт, чума һәм башҡа төрлө йоғошло ауырыуҙарға дусар була. Әлбиттә, өй эсендәге һауаның яҡшы һәм сәләмәт булыуы тәү сиратта йорттоң һәм ишек алдының таҙалығынан килә.

Әҙәм күрке – сепрәк, тиһәләр ҙә…

Ҡышҡы кейем бик йылы булырға тейеш. Һис юғында өҫтә ҡыҫҡа тун, йылы бүрек, аяҡта йылы эсле күн йә кейеҙ итек, быйма булһын. Һалҡындан бигерәк тә аяҡтарҙы һаҡларға кәрәк, сөнки кешенең аяғы туңһа, бөтөн тәне өшөй. Аяҡтан һалҡын тейгәндә тамаҡ ауырта, теш һыҙлай.
Өҫкә кейә торған кейем иркен булырға, тәндәге ҡан әйләнешенә ҡамасауламаҫҡа тейеш. Күлдәк-ыштанды һәр аҙнала алмаштырып кейергә. Һәр кешегә битте һәм тәнде һөртөргә айырым таҫтамал ҡуйыу мотлаҡ. Әгәр ҙә айырым һөлгө булмаһа, уны йыш алмаштырып тороғоҙ. Бысраҡ икән, кешенең күҙенә күп зарар килтерә. Ҡарайған керле кейемдәрҙе һелте, һабын менән йыуырға кәрәк. Керҙе ҡайнатыу кейемдә ҡалған микробтарҙы, күҙгә күренмәҫлек ваҡ ҡорттарҙы үлтерә.

Яҡшы йоҡо — тәнгә сихәт

Сәләмәтлек өсөн йоҡо бик файҙалы. Тәүлегенә алты сәғәт йоҡлағанда ла, организм тулыһынса ял итеп өлгөрә. Әгәр ҙә кеше саф һауала рәхәтләнеп йоҡлаһа, уға эшләргә ҡот һәм дәрт инә.
Ятҡан ваҡытта баш кәүҙәнән бер аҙ ғына юғары булһын. Мендәрҙе бейек итеп ҡуймағыҙ. Шул ваҡытта ғына йоҡлаған кешенең тамырҙары буйлап ҡан тигеҙ йөрөйәсәк. Өҫтөгөҙгә тун йә бүтән кейем-һалымды ябынып ятмағыҙ, сөнки унда туҙан, тупраҡ күп була. Мендәр тыштарын бик йыш йыуырға кәрәк. Әгәр ҙә ғаиләлә кемдеңдер күҙе ауыртһа, ул ятып йөрөгән мендәрҙең тышын яҡшылап йыумайынса башҡа кешене ятҡырмағыҙ. Мендәр аша ла күҙ ауырыуы йоғоуы ихтимал.
Әгәр ҙә ятып йөрөгән ҡаралты өйгә һалҡындан индерелһә, ул тамам йылынмайынса ятмағыҙ. Шулай уҡ еүеш ер өҫтөндә йоҡлау ҙа сәләмәтлеккә зыян килтерә. Ер ҡоро булған осраҡта ла нимәлер түшәп ултырыу мотлаҡ.
Кешенең йоҡоһон тынғыһыҙ итмәҫкә, ҡамасауламаҫҡа, бигерәк тә йәш балалы ҡатындарға ял итергә ирек бирергә кәрәк.
Салҡан ятып йоҡлау файҙалы. Уң йәки һул яҡҡа ятыу ҙа ярай. Йөҙтүбән ҡапланып ятмағыҙ — сәләмәтлек өсөн зарарлы.

Тән сәләмәтлеге — таҙалыҡта

Кешенең тәне пак булмаһа, төрлө сирҙәр менән яфаланыуы мөмкин. Мәҫәлән, башына таҙ, тәненә тимерәү, ҡысыу сығыр, күҙе ауыртыр. Ошоноң ише ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн кеше һәр аҙнала мунса инеп таҙарынырға тейеш. Сир йоҡтормаҫ өсөн һикене (ләүкә) ҡайнар һыу менән йыуырға онотмағыҙ.
Ҡара мунса һалмағыҙ. Уның йылыһы аҡ мунсаға ҡарағанда артыҡ булмай, әммә төтөнө күҙгә зарарлы һәм тын алыуы ауыр. Өҫтәүенә, түшәмдән ҡором төшөп, таҙа тәнде лә бысратыуы ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 498

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 249

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 048

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 038

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 373

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 157