Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ.

1. С витамины һалҡын тейеүҙән һаҡлай.
Эйе, С витамины иммунитетты нығыта, әммә ул һеҙҙе киҙеүҙән һаҡламаясаҡ.

2. Кеше мейеһенең 10 проценты ғына файҙаланыла.
Ысынлап та, кеше мейеһенең ҡайһы бер зоналары тураһында әлегәсә билдәле түгел. Әммә, нисек кенә булмаһын, уларҙың һәр береһе тормош өсөн бик мөһим функцияларҙы үтәй.

3. Һыуҙы ни тиклем күберәк эсһәгеҙ, шул тиклем яҡшыраҡ.
Аҙыҡ-түлектең байтағында, айырыуса еләк-емеш һәм йәшелсәлә, һыу миҡдары күп. Эскегеҙ килмәһә, көсләп шыйыҡлыҡ эсергә ярамай — бөйөрҙәрегеҙгә зыян килтереүегеҙ ихтимал.

4. Стрестан сәстәр саллана.
Нервы көсөргәнешлегенән сәстәрҙең ағарыуын ғалимдар иҫбатлай алмай. Бөтәһе лә кешенең гендарына бәйле.

5. Тир тәндән токсиндарҙы сығара.
Тирләү арҡаһында организм һыуына. Уның составында тоҙ, һыу, электролиттар бар, ә токсиндарҙың бер ҡатнашлығы ла юҡ.

6. Насар яҡтыртылған бүлмәлә уҡыу күҙ күреүен боҙа.
Ҡояш йәки лазер нурҙарының күреү һәләтенә зыян килтереүе ихтимал. Яҡтылыҡтың етешмәүенән күҙҙәр көсөргәнеш кисерә, арый, әммә күреү һәләте кәмемәй.

7. Алкоголь мейе күҙәнәктәрен зарарлай.
Алкоголь тәьҫире һөҙөмтәһендә мейе эшмәкәрлеге бер аҙ һүлпәнәйә. Ҡаты эсемлектәр тоташтырғыс туҡыманың күҙәнәктәрен зарарлай, әммә кеше мейеһе яңынан тәүге хәленә ҡайтыу һәләтенә эйә.

8. Шоколад ашаһаң, биткә һытҡы сыға.
Һытҡы сығыуҙың сәбәптәре ифрат күп, шулай уҡ косметика, ныҡ тирләү, артыҡ дымлылыҡ һөҙөмтәһендә кешенең был сирҙән яфаланыуы мөмкин.

9. Ҡәһүә айныҡтыра.
Алкоголь организмдан тулыһынса сығарылған хәлдә генә кеше айныға. Ә кофеин бары мейене “алдаштыра”.

10. Яман шештән һауығыу сараһы юҡ.
Онкология — 150-нән ашыу шеш төрҙәрен үҙ эсенә ала. Һәр береһенең үҙ дауалау ысулдары бар. Шулай булғас, яман шешкә ҡаршы аныҡ ҡына тәғәйен дарыуҙың булыуы мөмкин түгел.

11. Шәкәр — кариестың төп сәбәбе.
Бында сәбәп шәкәрҙән бигерәк уның теш эмаленә тәьҫиренең оҙайлылығында. Татлы аҙыҡ ашағандан һуң ауыҙығыҙҙы сайҡатырға онотмағыҙ.

12. Һалҡын тейгәндә туңдырма ашау сирҙе көсәйтә.
Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, һөт аҙыҡтары лайла бүленеүен көсәйтмәй. Киреһенсә, тамаҡты тынысландыра, һалҡын тейеүгә ҡаршы көрәшеү өсөн энергия бирә. Быны ғалимдар күптән иҫбатланы.

13. Алкоголь йылыта.
Юҡ, йылытмай, ә ҡан тамырҙарын киңәйтә. Кеше тәү ҡарамаҡҡа үҙен йылынғандай тоя, тик был бик тиҙ үтә.

14. Майлы аҙыҡ-түлек һимертә.
Сәбәп майҙа түгел, ә ашаған калория миҡдарында. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, файҙалы майҙар ҡулланылған диеталар сәләмәтлекте яҡшыртыуға йоғонто яһай.

15. Антибиотиктар һалҡын тейеүҙе дауалай.
Был — йыш осраған яңылыш фекер. Антибиотиктар бактерияларҙы үлтерә, ә вирустарға тәьҫире юҡ. Ә һалҡын тейеү — тап вируслы сир.

16. Йомортҡала холестерин күп.
Быны ҡиммәтле аҙыҡҡа “яла яғыу” тип атарға булыр ине. Йомортҡа — антиоксиданттар, витаминдар һәм зарарһыҙ холестерин хазинаһы.


Автор: Г. ГӘРӘЕВА табип
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 188

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 102

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 128

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 120

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 129

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 103

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 104

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 103

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 152

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 257

Йөҙ төрлө дауанан  кәрәген һайлап ал

Йөҙ төрлө дауанан кәрәген һайлап ал 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Урал”да йәш быуынды һауыҡтырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған....

Тотош уҡырға 127