Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ һаулығын алға ҡуйып
Стәрлебаш районы Ҡуғанаҡбаш ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктынан халыҡ бер ваҡытта ла өҙөлмәй, улар шәфҡәт туташтары янына һаулығын тикшерергә, күҙәтелергә тип килә. Бынан тыш, кәрәкле дарыу һатып алырға килеүселәр ҙә бихисап.

Шәфҡәт туташтары Гүзәл Ишморатова менән Лилиә Ибраһимова оҙаҡ йылдар инде ғүмерҙәрен һаулыҡ һаҡлауға арнаған. Бөгөн аҡ халатлылар Ҡуғанаҡбаштан тыш, тағы ла Яңы Ивановка һәм Йома­ғужа ауылдары халҡына ла сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә. Бында шулай уҡ водителдәр рейс алдынан тикшереү ҙә үтә.

2005 йылда капиталь ремонт үткәрелгән пункт әле ауылды йәмләп ултыра. Тирә-яғына үҙ көстәре менән ағас ултыртып, уны кәртәләп алғандар.
— Халыҡ ҙур теләк менән беҙгә килә, үҙ сиратыбыҙҙа уларға юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтергә тырышабыҙ. Әлбиттә, күптәре сәләмәтлеге яҡшы булһа ла, хәл белешергә тип, кәңәш һорап та мөрәжәғәт итә, — ти шәфҡәт туташы Гүзәл Ишморатова.


Әйткәндәй, ике шәфҡәт туташы ла медицина училищеһын тамамлаған, эш тәжрибәһе етерлек уларҙың. “Әле булһа белемебеҙҙе камиллаштырырға тура килә, сөнки заманса медицина ҡорамалы, яңы дарыуҙар менән эш итәбеҙ бит”, — ти аҡ халатлылар.

Шуныһы мөһим: ауыл фельдшер-аку­шерлыҡ пунктына район үҙәк дауаханаһы ла һәр яҡлап ярҙам итә, заманса медицина ҡорамалы менән йыһазландыралар, дарыуҙар менән тәьмин итәләр.

Бөгөн аҡ халатлылар 700-ҙән ашыу кешене йылы, иркен һәм яҡты пунктта хеҙмәтләндерә, балалар һаны ла һуңғы йылдарҙа арта бара икән.
— Фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшләһә, ауыл да һүнмәҫ, йәштәр ҙә сит тарафтарға сығып китмәҫ, тип өмөтләнәбеҙ, — ти шәфҡәт туташтары. — Ә халыҡ һау-сәләмәт булһа, йәшәүе лә күңелле буласаҡ.


Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 445

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 640

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514