Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Яҡтыкүл” – Урал аръяғы бренды

Ул йәйге ял өсөн иң уңайлы һәм популяр тәүге унау иҫәбендә.

Рәсәйҙәге Tvil.ru торлаҡ бронләү сервисы баҫып сығарған мәғлүмәттәр буйынса, былтыр “Яҡтыкүл” шифаханаһы илдә йәйге ял өсөн иң уңайлы һәм популяр булған тәүге унау иҫәбенә ингән. Был рейтингтағы алдынғылар исемлегенә Ҡара диңгеҙ буйындағы курорттар эләкмәгән. Һөҙөмтәләр 2018 йылдың 1 июне­нән 31 авгусына ҡәҙәр йәшәү өсөн ҡунаҡханалар, фатирҙар һәм йорттар бронләү анализы буйынса сығарылған.

Исемлеккә Ставрополь крайындағы “Кисловодск” һәм “Пятигорск”, Ырымбур өлкәһендәге “Соль-Илецк” (Тоҙ түбә), Ростов өлкәһендәге “Таганрог”, Тверь өлкәһендәге Селигер күле буйындағы “Осташков”, Калининград өлкәһендәге “Зеленоградск” курорттары, Башҡортостандан “Яҡтыкүл”, Иркутск өлкәһенең Байкал күле буйындағы “Листвянка”, Карелияның Онега ҡалаһындағы “Медвежьегорск”, Алтайҙағы Катунь йылғаһы буйындағы “Манжерок” ял йорттары ингән.

Шулай итеп, “Яҡтыкүл”данлы шифахана-курорттар менән йәнәшә атлай, әммә был ғына танылған ял йорто өсөн сик түгел. Шифахана директоры Салауат Таһир улы Нафиҡов менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Салауат Таһир улы, рес­пуб­ликабыҙ шифаханалары менән дан тота. Бындай уңыш­тың нигеҙе нимәлә тип иҫәп­ләйһегеҙ?

– Эйе, Башҡортостан шифаханалары дауалау күрһәткестәре буйынса Рәсәйҙә алдынғы урын­дарҙы биләй һәм уларға ихтыяж ҙур. Бындай уңыштың сәбәбе ябай: 90-сы йылдарҙа, илдә көр­сөк хөкөм һөргәндә, республи­ка­быҙ етәкселеге шифахана­ларҙы һаҡлап ҡына ҡалмайынса, уларҙы үҫтереүгә лә тос өлөш индерҙе. Шуға ла беҙ Мортаза Рәхимовҡа ошо изге эше өсөн рәхмәт әйтә­беҙ. Төбәгебеҙ шифаханалары, башҡа төбәктәгеләр менән са­ғыш­тырғанда, тик медицина дауалауы менән шөғөлләнә. Мин ситтә күп йөрөнөм, Ҡырымда ла булдым. Ундағы дауалау шарттарына ҡарағанда, Башҡортостан шифаханалары күпкә алға киткән. Ошо кимәлде һаҡлап, артабан үҫтерергә кәрәк. “Яҡтыкүл”, “Янғантау”, “Красноусол”, “Асы”, “Танып” – бөтәһе лә лидерҙар.

– Төбәк шифаханалары ме­нән дан тотһа ла, теләгәндәр­ҙең барыһы ла унда рәхәт­лә­неп ял итә алмай, сөнки хаҡтар ҡиммәт. Был йәһәттән “Яҡты­күл”дә хәлдәр нисек?

– Ысынлап та, шифахана-ку­рорттарҙағы хаҡтарҙың ҡиммәт булыуы ял итергә теләгәндәрҙең мөмкинлеген сикләй. Быны та­ныр­ға кәрәк, сөнки әлеге мәлдә күптәрҙең тәүлегенә өс – өс мең ярым һумға юллама алып, йылы­на бер тапҡыр булһа ла шифаханала ял итеү мөмкинлеге юҡ.
2015 йылда, “Яҡтыкүл”дең үҫеш стратегияһын билдәләгәндә, терәк-хәрәкәт ағзаларын дауалау буйынса иң яҡшы шифахана булып ҡалыу, шул уҡ ваҡытта хаҡ­тарҙы арзанайтыу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Ошо маҡсатта 2017 йылда республика Хөкүмәтенә “Ҡа­йындар” ял йортон һатып алыу тәҡдимен индерҙек һәм хуплау алдыҡ. Беҙ ундағы хаҡтарҙы түбән бюджетлы итеү маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Әле “Ҡайындар” ял йортонда бер көн йәшәү хаҡы 1500 һум тора. Унда көнкүреш, туҡланыу һәм дауалау өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.

– Шифаханаларҙың ҡайһы бер ауырыуҙарға – дауаһы, ҡайһы берҙәренә зыяны тейе­үе лә ихтимал. Ә бына “Яҡты­күл” был йәһәттән ниндәй сирҙәрҙе еңеү форсатын бирә?

– “Яҡтыкүл”дең тәбиғи дауалау ләменең даны тотош респуб­ли­каға һәм илгә таралған. Шифахананан дүрт саҡрым алыҫ­лыҡтағы Һөлөккүлдең ләм сифаты – иң яҡшыһы. Уның запасы беҙ белгәндән тағы ла 300 йылдан ашыу ваҡытҡа етерлек. Шуға ла шифаханала дауалау осоронда һәр пациент өсөн бығаса ҡулланылмаған таҙа ләм тотонола. Сапропель умыртҡа бағанаһы, быуындар ауыртыуы, ревматоидлы артрит, артроздар, неврит, полиневрит, плексит, Рейно сире, невроз һәм башҡа өҙлөгөүҙәрҙән яфаланғандарға айырыуса ныҡ ярҙам итә.
 
Әлеге көндә шифаханала да­уа­ланыусыларҙың 84 про­цен­тының хәле яҡшырып ҡайтһа, тағы ла 14 проценты ыңғай үҙгә­рештәрҙе тоя. Пациенттарҙың бары бер проценты ғына һөҙөм­тәһеҙ ҡайта, сөнки уларға бындай дауа күрһәтелмәгән.

“Яҡтыкүл” – ҡатын-ҡыҙҙа түл­һеҙлек сирен дауалау буйынса ла иң яҡшы шифаханаларҙың бе­реһе. Күптәр бында дауа­лан­ғандан һуң әсә булыу бәхетенә эйә була. Гинекологик сирлеләргә лә уның шифаһы килешә. Сапропель ләме целлюлитҡа ҡаршы иң ҡулай дауалау сараһы булып тора. Шифахана таяҡҡа таянып килгәндәрҙе лә һауыҡтыра, бөтөнләй йөрөй алмағандарҙы аяҡҡа баҫтыра. 

“Яҡтыкүл”дең радон бүлексәһе шифахананың бәҫен арттыра. Был иһә радон концентрацияһын көйләү мөмкинлеген тыуҙырып, уның менән дауаланыуҙы файҙа­лы һәм зыянһыҙ итә. Халыҡ был хаҡта белеп бөтмәй, шуға ла тәүҙә ләм өсөн генә килә. Рәсәйҙә радон лабораторияһы бары 12 шифаханала ғына бар.

Әйткәндәй, күптән түгел шифа­ханаға табип-онкологтар ғилми конференцияға йыйылды. Хәҙер көслө заттар араһында ла төрлө сирҙән яфаланғандар ҙа, түлһеҙ­лектән интеккәндәр ҙә етерлек. Әле шифаханала простатитты уңышлы дауалайбыҙ. Был мәсьәләләр өҫтөндә урологтар даими эшләй.

– Тимәк, табиптар Яҡтыкүл ләменең шифаһын өйрәнә...

– Эйе, табиптарыбыҙ ләмдең тәбиғи дауалау көсөн өйрәнеүҙе дауам итә. Февралдә шифахана­ла “Неврологияның заман аспект­тары” ғилми-ғәмәли конферен­ция­һына Мәскәү, Өфө, Сибай, Баймаҡ, Учалы, Магнитогорск, Белорет ҡалаларынан неврологтар, терапевтар, дөйөм ғәмәл табиптары, реабилитологтар йыйылды. Ошо йүнәлеште үҫтереү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, сөнки ләм һәм радондың был сирҙе еңеү мөмкинлеге бар.
Хәрәкәттә – бәрәкәт, ә хәҙер халыҡ аҙ хәрәкәт итә, күп ултыра. Шуға ла бөгөн кинезотерапия таралыу алды, икенсе төрлө әйт­кәндә, дауалау физкультураһы. Кешене хәрәкәт менән дауалай­ҙар. Мәҫәлән, операциянан һуң быуындар эшләмәй, ҡул һынһа, оҙаҡ йүнәлә. Ошондай мәлдәрҙә ул реабилитациялау ысулда­ры­ның береһе тип әйтергә мөмкин.

– Һеҙҙе борсоған мәсьәлә­ләр бармы?

– Советтар Союзы осоронда кеше һаулығын нығытһын өсөн алдан иҫкәртеү сараһына айырыуса иғтибар бүленгән, шуға ла шифахана-курорт системаһы ул осорҙа ныҡ үҫешә. Һәр сирҙе дауалау буйынса ла ял йорттары эшләгән. Ә хәҙер медицинала бындай ҡараш юҡ кимәлендә. Халыҡ дарыуҙар менән генә сикләнә, артабан сирҙе иҫкәртеү сараһын күрмәй. Шуға ла кеше дауахана тупһаһын даими тапауын дауам итә. Тәғәйенләнгән дарыу сирҙе ваҡытлыса баҫа, ә артабан һаулыҡты нығытыу сараһы туҡтала. Табип дауаланыу һөҙөмтәле булһын өсөн, дарыуҙарҙан тыш, альтернатива сифатында шифаханала һаулыҡ­ты нығытыуҙы тәҡдим итергә тейеш.

Йылына бер тапҡыр булһа ла унда барыу ҙур файҙа бирәсәк. Сирле табиптарға йөрөүгә, да­рыуҙар алыуға ла күп ваҡыт һәм аҡса сарыф итә, операциялар иһә йөҙәр мең һум менән иҫәп­ләнә. Шул уҡ ваҡытта ауырыуҙы аҙҙырмайынса, юллама алып, сирҙе ваҡытында туҡтатырға, еңергә мөмкин. Мәҫәлән, беҙҙең шифахананың “Ҡайындар” ял йортона юллама хаҡы ун көнгә бары 15 мең һум ғына тора.

– Әлеге мәлдә “Яҡтыкүл” шифаханаһы нисә кешене ҡабул итә? “Ҡайындар” ял йортоноң артабанғы үҫешен нисек күҙаллайһығыҙ?

– Бөгөн “Ҡайындар” – 450, ә “Яҡтыкүл” 200 кешене ҡабул итә ала. “Ҡайындар”ҙы һатып алыу шифахананың үҫешенә ҙур этәр­гес булды. Уның базаһында ҡе­үәтле, хатта иң яҡшы үҙәк асырға уйлайбыҙ. Унда диагностика һәм дауалау буйынса заманса медицина ҡорамалдары буласаҡ, көслө белгестәр йәлеп ителәсәк. Шулай уҡ был медицина үҙәге өсөн яңы бина төҙөү ҡарала. Унда бальнеология, физиотерапия бүлектәре, дауалау физ­культу­раһы өсөн ҙур залдар буласаҡ. Һәр дауаланыусы менән инструкторҙар шөғөлләнәсәк. Йәғни киләсәктә реабилитациялау эшенә ҙур иғтибар йүнәл­тә­сәкбеҙ. Мәҫәлән, кеше операциянан һуң бер нисә көн дауаханала була ла өйөнә ҡайтып китә, ә реабилитация үтмәй.

Авария, урамда йығылыуҙан алған йә­рәхәттәрҙән һуң да һау­лыҡты нығытыу мөһим, ә беҙҙә был мәсьәлә ситтә ҡала килә. Операциянан һуң реабилитация үтмәү арҡаһында ҡайһы бер кешеләр инвалид булып ҡала. Шуға ла беҙ ошо етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эш башларға йыйынабыҙ. Шуның өсөн дә бөтә Башҡортостандан фекер­ҙәш­тәребеҙҙе йыйып, уны бойомға ашырыуҙың методика­һын әҙер­ләү маҡсатын ҡуйҙыҡ.

– “Яҡтыкүл”де кемдәр айырыуса үҙ итә?

– Беҙҙә Белорет, Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан дауаланыусылар күп. Ейәнсу­ранан иһә 130-ға яҡын пенсионер ял итә. Магнитогорск металлургия комбинаты менән дә хеҙмәт­тәшлек итәбеҙ, уларҙан да дауаланыусылар бар.

Аныҡ программа буйынса ла эшләйбеҙ: һәр районда унлап кеше йыйыла һәм беҙ уларҙы үҙ транспортыбыҙ менән бушлай килтерәбеҙ, һуңынан кире алып барабыҙ. Райондарҙың ветерандар ойошмаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Шулай уҡ теләгән һәр кем, беҙгә мөрәжәғәт итеп, кешеләр йыйһа, уларҙы ла барып алабыҙ.

Ял итеүселәр буш ваҡыттарын файҙалы үткәрһен өсөн төрлө саралар ҡаралған. Концерт ҡуйыла, кино күрһәтелә, шулай уҡ саңғы, велосипед, катамаран, кәмә, пляж – барыһы ла бушлай тәҡдим ителә. Шулай уҡ музей­ҙарға, саңғы шыуыу комплексына, Абҙаҡ зоопаркына, Магнитогорск ҡалаһына экскурсиялар ойошторола.

Шифахананың ҡабул итеү ва­ҡыты үҙгәрҙе: хәҙер иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем эшләйбеҙ, хатта шәмбе һәм йәкшәмбелә лә көндәлек режим һаҡлана.

Бында табиптарға ҡытлыҡ юҡ. Әле шифаханала 430-ға яҡын кеше эшләй. Ул районда иң ҙур һалым түләүсе булып тора. Бынан тыш, хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү буйынса ла иң ҙур предприятие.

– “Яҡтыкүл”дең был төбәктә туризмды үҫтереүҙә тотҡан урыны ниндәй?

– Әле ул – иң үҫешкән шифахана-курорт төбәге. Ундай биләмә республиканың башҡа бер төбә­гендә лә юҡ. Павловка, Нөгөш һәм башҡа урындарға оло хөрмәт менән ҡараһам да, ошондай һығымта яһарға мәжбүрмен.

Беренсенән, бында республи­каның өс иң ҙур тау саңғыһы үҙәге урынлашҡан: Белорет районында – “Морат” һәм “Абҙаҡ”, Әбйәлилдә – “Металлург–Магнитогорск”. Улар Рәсәйҙә иң ҡеүәтлеләр иҫәбендә.

Икенсенән, бында яҡшы инфраструктура булдырылған. Иң мөһиме – шәхси ҡунаҡханалар күп. “Урал легендаһы” кластерына ҡараған курорт зонаһы 12-14 мең кешене бер юлы ҡабул итә ала. Беҙҙең “Яҡтыкүл”дә – 650, “Юбилейный”ҙа – 1200, Абҙаҡта – мең самаһы, ә ҡалғандары шәхси ҡулдағы ҡунаҡханалар.

“Яҡтыкүл” бренды, Урал аръя­ғына нур өҫтәп, республи­кабыҙҙы тирә-яҡҡа танытып тора, шуға ла беҙгә кимәлде төшөрөргә ярамай. Шифахана ярҙамында ошо төбәкте бергәләп күтәрергә кәрәк, сөнки бында бөтәһе лә үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән. Шуға ла беҙ бөгөн барыһын да үҙебеҙҙең ҡанат аҫтына берләштереп, берҙәм эшләү яғында.

– Салауат Таһир улы, уй-ниәт­тәрегеҙ изге. Киләсәктә уларҙы бойомға ашырырға яҙһын. Тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 281

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 206

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 241

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 209

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 210

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 243

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 186

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 200

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 265

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 265