Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нисек йоҡлайһың?
Психологтар фекеренсә, кешенең йоҡлау рәүеше уның характер үҙенсәлектәрен, психологик халәтен, ҡурҡыу һәм теләктәрен асып бирә.

Йомарланып, сабый кеүек йоҡ­лаған кешеләр яҡлауға мохтаж. Уларға ҡурсалаусы һәм һаҡлаусы кәрәк. Бындайҙарға йыш ҡына йылы һүҙ һәм наҙ етеңкерәмәй.

Арҡала йоҡлаусыларға үҙ-үҙҙәренә ышаныс хисе, иғтибар үҙәгендә булырға тырышыу хас. Улар, уяу ваҡыттағы кеүек, йоҡла­ғанда ла донъяға “ҡурҡмайынса” асыла. Был йоҡлау рәүешен ҡайһы ваҡыт “королдәрсә” тип тә йөрөтәләр. Хатта шундай әйтем дә бар: “Король арҡаһында йоҡлай, аҡыллы кеше ҡабырғаға ятып, ә бай – ҡорһағында”.

Әйткәндәй, ҡорһаҡта серем итеү аҡса һеҙгә йылға кеүек ағыла тигән һүҙ түгел әле. Бындайҙар ты­ныс­һыҙ холоҡло һәм тиҙ үпкә­ләп бара. Уларҙың тормоштағы урындары тотороҡһоҙ, йыш борсолалар. Был йоҡо рәүешен яратҡандар йыш ҡына башын ҡулы менән ҡаплай, гүйә көтөлмәгән хәлдән һәм хә­үеф-хәтәрҙән һаҡланалар. Ошо рәүешле йоҡлаған кешеләр күңел­һеҙ һәм ҡурҡыныс төш күреүсән.

Тормошҡа тиҙ яраҡлашыусан һәм зирәктәр, ғәҙәттә, ҡабырғаға ятып йоҡлай. Был – физиологик яҡтан дөрөҫ тип табылған “арыҫ­лан ҡиәфәте”. Уң яҡ ҡабырғала йоҡлағанда, умыртҡа бағанаһына, йөрәккә ауырлыҡ аҙыраҡ төшә, кәүҙә ял итә. Ғалимдар, ижад кешеләре һул яҡҡа ятып йоҡлай. Ғөмүмән, былай йоҡлаусылар сабыр холоҡло, әйләнә-тирәләгеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба. Уларҙың йәмғиәттә урыны ла тотороҡло.

Йоҡлағанда кәүҙә торошон бил­дәләгәндә ҡул-аяҡтарҙың ятҡас ҡайҙа-нисек ҡуйылыуын да ҡа­рарға кәрәк. Мәҫәлән, арҡаһында йоҡла­ған кеше ҡулдарын терһәк­тән бө­гөп баш артына ҡуйған икән, был әлеге шәхестең интеллектуаль эшсәнлеккә әүәҫ булыуы һәм донъяны бары аҡылы менән ҡабул итеүе, анализлауы хаҡында һөй­ләй. Ҡорһаҡ өҫтөнә ҡуйылған ҡулдар королдәрсә йоҡлау рәүе­шенә тоғро килеп бөтмәй, сөнки улар тормош сығанағы, абруй билдәһе булған эсте ҡаплап тора.

Ете йәшлек бала шәхес булып формалаша башлай, уның үҙенә оҡшаған йоҡо рәүеше барлыҡҡа килә, тип иҫәпләйҙәр. Әммә төп йоҡлау ҡиәфәттәре бәлиғ булыу осорона ҡәҙәр күп тапҡыр үҙгәрә әле. Балалар ҡайһы ваҡыт өлкән­дәр һис аңлай алмаҫлыҡ торошта йоҡларға мөмкин.

Ҡайһы бер өлкәндәр ҙә үҙенсәлекле һында ял итә. Әйтәйек, бәғзеләр башын мендәр аҫтына йәшерә. Икенселәр ғибәҙәт ҡылған кеүек, тубыҡланған килеш арҡаны көмөрәйтеп, башты аҫҡа эйеп йоҡлай. Был кәүҙә торошо кеше күңелендә барған кө­рәш хаҡында һөйләй. Мендәр аҫ­тына ҡасыу тирә-йүндәге донъяға әһәмиәт бирмәҫкә тырышыуҙы, ә “намаҙ һыны” уяу тормошҡа ҡайтыр­ға, ниндәйҙер көрәшкә әҙер булыуҙы аңлата.

Кеше төн дауамында кәүҙә торошон яҡынса 20 – 30 тапҡыр үҙ­гәр­тә. Әммә һәр кемдең үҙенә генә хас бер-ике төп йоҡлау формаһы була. Күнегелгән йоҡо рәүешенең үҙгәреүе кешенең психологик халәте һәм йәмғиәттә урынына ҡарата шәхси баһаламаһы үҙгәреү хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, отпуск ваҡытында эштән ял итеп тынысланған шаҡтай кешенең йоҡлау рәүеше үҙгәрә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512