Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәләмәттең сәменә тейерлек
Сәләмәттең сәменә тейерлек...Физик мөмкинлектәр йәһәтенән яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған, әммә тормош һынауҙарына бирешмәгән, йәшәү рәүеше менән һау-сәләмәттәргә лә өлгө булып торған ныҡлы рухлы, сәмле кешеләр күп арабыҙҙа. Тормош ваҡлыҡтарына зарланғанда, көндәлек мәшәҡәттәрҙән арығандай тойолғанда уларҙы бер минутҡа ғына иҫкә төшөрөргә, ябай, әммә бөйөк батырлыҡтары хаҡында аҙ ғына булһа ла уйланырға саҡырыр инем...


“Иң ауыр мәлдә лә
үҙеңә бикләнмә”


Шундай шәхестәрҙең береһе Марина Ермолаева тураһында осраҡлы ғына ишетеп белдек: Октябрьский ҡалаһында мөмкинлеге сикләнгән ныҡышмал ҡыҙ бар; ул үҙе кеүек инвалид коляскаһында ултырғандар өсөн ҡыҙыҡлы саралар ойоштороуға өлгәшкән, әүҙем тормош алып бара, тинеләр.
Октябрьский ҡалаһындағы инвалидтар ойошмаһы рәйесе Татьяна Кетько Маринаның тыумыштан балалар церебраль фалижынан яфаланыуын, инвалид коляскаһында ултырыуын, тел­мәре үҫешмәгәнлеген, ҡулдары бөтөн­ләй эшләмәүен, аяҡтарында ғына бер аҙ һиҙгерлек барлығын белдергәйне. Дөрөҫөн әйткәндә, башта бер аҙ албыр­ғап ҡалдым: һүҙ, ысынлап та, ҡала хаки­миәте элеп алып, киң йәйелде­релгән баш­ланғыстың авторы, социаль сел­тәрҙәрҙә әүҙем эшмәкәрлек алып барған, видеороликтар монтажлау менән мауыҡ­ҡан Марина хаҡында барамы? Күрәһең, һорауҙарымдың күплеген алдан тойоп, Татьяна Борисовна былай тине:
– Аллаһ Тәғәлә Маринаның физик мөмкинлектәрен сикләһә лә, уға ярһыу йөрәк, тәрән зиһен бүләк иткән. Ә хаттарҙы ул танауы менән яҙа. Эйе, яңылыш ишетмәнегеҙ – тап танауы менән. Видеороликтарҙы ла шулай монтажлай.
...Таптыҡ-таныштыҡ Марина менән, социаль селтәр аша хаттар яҙыштыҡ. Минең төрлө юҫыҡтағы һорауҙарыма яуап итеп, үҙенең ҡатмарлы, әммә өмөт тулы тормошон бәйәнләгән, ихлас хат юлдарын теҙгән батыр ҡыҙ.

“Яҡындарҙы
юғалтырға яҙмаһын”


“Тәүге компьютерым барлыҡҡа килгәндә миңә 16 йәш самаһы ине, – тип башлана хат юлдары. – Уны үҙләштерә торғас, видеорәткә көйҙәр ҡушып роликтар яһаған программаға тап булдым. Бик тә мауыҡтырғыс тойолдо – ошо эш менән шөғөлләнә башланым. Ул ваҡытта шәхси фотоаппаратым һәм сканерым булмағанға, үҙ фотоларымды компьютерға һала алмай инем, шуға ла тәүге эштәремдең күбеһен Интернет селтәренән алынған йә иһә компьютерҙағы махсус программа ярҙамында төшөргән һүрәттәрем биҙәне. Өйрәнә торғас, ошо юҫыҡта ҡулла­нылған камилыраҡ программалар таптым. Видеослайдтарым да матурыраҡ, ҡыҙығыраҡ килеп сыға башланы. Артабан фотоларын ҡулланып, көйҙәр ҡушып, яҡын­да­рым, дуҫтарым өсөн төрлө байрам­дарға, туй-юбилейҙарға арнап видеороликтар ижад иттем. Ғөмүмән, йыр-моңға ғашиҡмын! Эшемдә төрлө көйҙәрҙе файҙаланам, дөрөҫ һайланған музыка кешенең кәйефен күтәрергә, илһамландырырға, дәртлән­де­рергә һәләтле, тип иҫәпләйем. Шөкөр, эштәремде лайыҡлы баһалаусылар табылды, шулай заказдар ҙа килә башланы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, хәлем­дең ҡатмарлы икәнлеген аңлайым. Физик мөмкинлектәрем сикләнеү менән бер рәттән, аныҡ телмәр менән әйтергә теләгәнемде аңлата алмауым бигерәк үкенесле, әммә бирешергә самам юҡ! Компьютерҙа танау менән яҙам, уның төрткөһөн эйәк йә иһә битем менән шылдырам. Ныҡышып белем алдым – өйҙә туғыҙ класс тамамланым. Артабан дистанцияла тороп уҡырға теләгем бар, әммә әлегә бындай мөмкинлек килеп сыҡҡаны юҡ. Күңелемә дизайнер-программист һөнәре яҡын.
Эргәмдә иң яҡын кешем – әсәйемдең булыуы, уның һәр башланғысымды хуп­лап, ярҙам итеп тороуы – ҡыуаныс та, йыуаныс та, таяныс та. Дуҫ­тарым да күп! Кешенең мөмкинлектәре сиклән­гәнлеге башҡалар менән аралашыуҙа кәртә булырға тейеш түгел: был йәһәттән мин бәхетле. Күптәрҙе Интернет селтәре аша таптым, хатта иң яҡын әхирәтемде лә. Ул бөтөнләй икенсе ҡалала йәшәһә лә, мине күрәм тип, Октябрьскийға йыш килеп йөрөнө, бергәләп паркка, магазиндарға барҙыҡ, рәхәтләнеп аралаштыҡ. Өс йыл тигәндә, яҡын­дары менән бергә беҙҙең ҡалаға күсеп килергә ҡарар итте – хәҙер эргәмдә.
Девизым – иң ауыр мәлдәрҙә лә үҙ-үҙеңә бикләнеп ҡалырға, ауыр уйҙарға бирешергә ярамай. Беҙҙең ғаиләне бәләләр урап үтмәне, әммә берҙәмлек, дуҫтар менән аралашыу ҡатмарлы минуттарҙы күпкә еңеләйтте. Яҡын­дарҙы юғалтырға яҙмаһын, ә ҡалған проблемаларҙы хәл итеп була ул.
2014 йылда, Олимпиада һәм Паралимпиада уйындарын телевизор аша ҡарағанда, минең башҡа бер уй килде: ә ниңә беҙҙең ҡалала коляскала ултырған инвалидтар өсөн спорт байрамы ойоштормаҫҡа? Улар, дөрөҫөн әйткәндә, күпселек ваҡытын дүрт стенаға бикләнеп үткәрергә мәжбүр, сөнки ҡала фатирҙарынан тышҡа сығыу – ҙур проблема, махсус пандустар, лифт һәр йортта ла юҡ. Был бәйге иһә инвалидтарҙы бер аҙ хәрәкәтләндерергә булышлыҡ итер ине, тип уйланым. Үҙемә килгәндә, мин дә хәлдән килгәнсә урам буйлап аяҡ менән этәрелеп йөрөргә яратам. Әсәйем дә ярыш ойоштороу идеяһын хупланы.
Башта “Бәйләнештә” селтәрендә махсус төркөм булдырҙым, бихисап фекерҙәштәремде осраттым. Тәүге­ләрҙән булып миңә Альберт Хөсни­йәров, Филизә Кондратьева, Надежда Садиҡова, Оксана Хөснийәрова, Руслан Йосопов кеүек әүҙемдәр яҙҙы, ярҙам тәҡдим итте. Ҡала хакимиәтенә лә хат ебәрҙем – унда ла аңлау һәм хуплау таптым. Тиҙ арала ойоштороу комитеты булдырылды. Бына шулай, социаль селтәрҙә башланған эш Ок­тябрьскийҙы шаулатҡан ҙур ваҡиғаға әйләнде. Дөрөҫөн әйткәндә, улай уҡ килеп сығыр тип өмөтләнмәгәйнем, ә был башланғыс мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә дәрт-дарман, илһам өҫтәгән үҙенсәлекле байрамға әүерелде лә ҡуйҙы.
Ҡала хакимиәте ярҙамы менән был сара йыл һайын үткәрелә башланы. Быйыл иһә ярыштың биш йыллығын билдәләнек. Унда Октябрьскийҙың мөмкинлектәре сикләнгән кешеләре генә түгел, ә республиканың башҡа төбәктәренән килгәндәр ҙә әүҙем ҡатнашты.
...Хыялдар, тиһегеҙме? Инвалидтың иң ҙур хыялы – һауығып, аяҡҡа баҫыу, әммә мин тормошҡа реаль ҡарашта­мын. Беләм, нисек кенә тырышһам да, минең осраҡта шәбәйеү мөмкин түгел, шулай ҙа был хыялланырға йәки маҡсаттар ҡуйырға ҡамасауламай. Мәҫәлән, мин сәйәхәт итергә яратам һәм йәнә бер диңгеҙгә барырға ине, тип хыялланам. Яҡшы эш табып, финанс йәһәтенән бойондороҡһоҙ булыу; йылына берҙе, һаулығымды нығытыу өсөн заман талаптарына яуап биргән реабилитация үҙәгенә барып ҡайтыу – бына ошо төп теләктәрем”.

Миһырбанлыҡ
үҙебеҙҙән башлана


...Маринаның ихлас яҙылған хат юлдарын уҡығандан һуң, ирекһеҙҙән, Хоҙай Тәғәлә биргән ғүмерен, шап-шаҡтай һаулығын бушҡа сарыф итеп, күңел-фиғелен эскелеккә йә иһә башҡа зәхмәттәргә һалған, тормош юлында аҙашҡан кешеләр иҫкә төшә. Ниндәй әсенеү, ниндәй ғәрлек! Ундайҙар Марина Ермолаеваның тырнаҡ осона ла тормай: аяҡ-ҡулы эшләмәгән, һөйләшмәгән килеш кешеләрҙе берләштереп, үҙе ишеләргә өмөт биреп йәшәгән, йәмғиәттә инвалидтар проблемаһына иғтибар йүнәлткән дан яҡташтарыбыҙҙан ул.
Эйе, инвалидтарҙың йәшәйешен еңеләйтеү, уларға ҡарата йәмғиәттә тиң ҡараш булдырыу йәһәтенән ниндәй генә ҡаҙаныштар булмаһын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөмкинлектәре сикләнгән ке­ше­ләрҙең шәхси һәм социаль хоҡуҡ­тарын яҡлау мәсьәләләре һаман да көнүҙәк булып ҡала. Уларға иғтибар юҡ, тип саң ҡағыу бик үк дөрөҫлөккә тап килмәһә лә, тотош йәмғиәт йөҙө менән боролған тип әйтергә лә, ай-һай, иртәрәк әле. Ә миһырбанлыҡ фәҡәт үҙебеҙҙән башлана: тирә-яғыбыҙҙағы кешеләргә иғтибарлыраҡ булайыҡ – шул ғына...

Татьяна КЕТЬКО, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте Башҡортостан ойошмаһының Октябрьский бүлексәһе рәйесе:
– Марина һәр ваҡыт үҙенсәлекле уй-фекерҙәре менән уртаҡлашырға, төрлө идеялар тәҡдим итергә ярата. Ҡасандыр уның башланғысы менән ойошторолған бәйгелә тәүге тапҡыр ике тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашһа, быйыл иһә “Беҙ төрлө – беҙ тиң” тип аталған сараға республиканың төрлө төбәктәренән һәм күрше Татарстандан мөмкинлеге сикләнгән 250-нән ашыу кеше килде. Шулай уҡ, Маринаның идеяһы буйынса, Октябрьскийҙағы бәйге социаль селтәрҙәр аша тура эфирҙа күрһәтелде: бихисап кеше, ярышҡа килә алмаһа ла, дәртле сараны өйҙән күҙәтә алды. Унан тыш, Марина, оҫталарға мөрәжәғәт итеп, коляскаһын камиллаштырыуға өлгәште: хәҙер уның “транспорт”ына велосипедтағы кеүек тәгәрмәс ҡуйылған, уның ярҙамында ҡыҙ үҙаллы йөрөй ала. Бына шулай, арабыҙҙа сәләмәт кешеләргә лә өлгө булырлыҡ, бойоғоуҙы белмәгән, әүҙем кеше бар. Маринаға уңыштар теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506