Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Меңәрләгән баланың кендек инәһе
Меңәрләгән баланың кендек инәһе Был тормошта иң бәхетле кешеләрҙең береһе ул. Нисек шулай булмаһын: уның өлөшөнә был донъяға тәүге ауазын һалған сабыйҙарҙы иң беренсе булып, хатта әсәһенән алда уҡ, ҡулына алыу, уларҙың кендеген ҡырҡыу бурысы төшкән. 32 йыл эшләү дәүерендә меңәрләгән ғүмер башланыуына шаһит булған Гөлзада Хәсәнова нисәмә баланы ҡабул итеп алғанлығын хәҙер инде үҙе лә белмәй, “уныһы мөһим түгел, иң мөһиме – һәр сабый һау-сәләмәт тыуып, бәхетле ғүмер кисерһен!” – ти ул.


Ибраһим ауылында тыуып үҫеп, Мораҡ башҡорт мәктәбен бөткән ҡыҙҙың медицина юлын һайлауы осраҡлы хәл булмай – үҙен белә-белгәндән бирле һаулыҡҡа тейенә алмаған әсәһен дауаларға, үҙе әйт­мешләй, исмаһам, укол ҡаҙап булһа ла хәлен еңеләйтергә хыяллана ул. Шуға ла урта мәктәпте бөткәндән һуң, икеләнмәйенсә, Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, йәш белгесте Йомағужа ауылына акушер итеп эшкә ебәрәләр. Бында йылға яҡын самаһы ғына эшләп ҡала, унан Мораҡ үҙәк район дауаха­наһының бала табыу бүлегенә күсерәләр.
Тыуған ауылынан дүрт йыл буйы йөрөп эшләргә тура килә йәш ҡыҙға. Хәҙерге һымаҡ машиналар геүләп йөрөһә бер хәл. Бер шулай юл буйында өшөп-күшегеп торған сағында уны “К-700” тракторы ултыртып ала. “Әсәйең бынау төндә ниңә һине сығарып ебәрҙе һуң?!” – ти ғәжәпкә ҡалған тракторсы алдында уҡыусы бала түгел, ә эшләп йөрөгән ҡыҙ икәнлеген белгәс, йәнә аптырауҙан телһеҙ ҡала.
Бына шул ҡаҡса, ҡурсаҡтай ғына ҡыҙ ҡыҫҡа ғына арала үҙ һөнәренең оҫтаһына әйләнә, бала тыуыу мәлен алдан планлаштырып, теүәл ваҡытын күҙаллап булмаһа ла, был мөһим ваҡиғаның нәҡ уның сменаһына тап килеүен, үҙ балаһына тап уның кендек инәһе булыуын теләүселәр һаны йылдан-йыл арта. Яҡшы табип һүҙ менән дә дауалай, тигәндәре хаҡ, Гөлзада Нуретдин ҡыҙының бала тапҡан ҡа­тындарға булған яғымлы мөнәсәбәте, кәрәк урында йыуатып, кәрәк урында дәртләндереп ебәреүе, урынлы кәңәштәр биреүе – үҙе бер дауа!
Һөнәрен биш бармағындай беле­үенә ҡарамаҫтан, үҙ өҫтөндә даими эшләүҙән туҡтамай ул, бер нисә йыл һайын квалификацияны камиллаштырыу курсы үтә, медицинаға ҡағылышлы гәзит-журналдар, китаптар, конференциялар, лекциялар, Интернет ярҙамын­да белгәндәрен нығыта, яңы дауалау алымдарын өйрәнә.
Акушер булараҡ, Гөлзада апайға ошо йылдар эсендә төрлө хәлдәрҙе күрергә насип булған, шуларҙың иң иҫтә ҡалғандарының береһе – бензовоз машинаһы эсендә бала ҡабул итеү. Әйткәндәй, хәҙер инде уға ҡасандыр үҙе ҡабул итеп алған ҡыҙҙарҙың балаларына ла йыш ҡына кендек инәһе булырға тура килә.
Оҙайлы йылдарға һуҙылған хеҙмәте өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлы­ғының, район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙарына, БР һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы билдәһенә лайыҡ булған Гөлзада апай бына тигән әсә, яҡшы ҡатын да. Тормош иптәше – Һикһәнбай ауылы уҙаманы Муса Йомағол улы менән бынан өс тиҫтә йыл элек күркәм ғаилә ҡороп, Айнур менән Юлай исемле аҡыллы улдар үҫтергәндәр. Олоһон инде башлы-күҙле иткәндәр.
– Гел генә яҡшы кешеләр менән аралашырға, эшләргә насип булды, шуныһына яҙмышыма рәхмәтлемен. Бейемемә: “Эшенә сыға ла китә, тип асыуланаһыңдыр инде”, – тиһәм, “Юҡсы, төтөнөң айырым сыға, ирең-балаларың ҡараулы, нимәһенә асыу­ланайым”, – ти торғайны. Хеҙмәт­тәштәремдән дә уңдым, акушеркалар Татьяна Гераськина, Татьяна Чадина, Любовь Максимова, Наилә Абдуллина, шәфҡәт туташтары – һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы, һәр ҡайһыһы юғары категорияға эйә булған белгес, бер-беребеҙ менән аңлашып, үҙ-ара ярҙамлашып эшләйбеҙ. Балалар табыу бүлеге мөдире Мөхтәр Шафиҡ улы Мозафаров хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, аҡыллы етәксе булараҡ, коллективыбыҙҙы бергә туплаған да, эште дөрөҫ йүнәлештә алып барған да – ул. Эшемде лә, коллективымды ла, әсә булырға йыйынған пациенттарымды ла бик яратам, – ти Гөлзада Нуретдин ҡыҙы.

Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 084

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 441

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 975

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 884

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 637

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 234

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 457

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513