Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мосолмандар асығыуҙың файҙаһын белә
Былтыр физиология һәм медицина өлкәһе буйынса Нобель премияһына Япония биологы Ёсинори Осуми лайыҡ булды.

Токионың Технология университетынан күҙәнәк биологияһы белгесе аутофагия механизмдарын асҡан өсөн юғары наградаға лайыҡ булды. Аутофагия – күҙәнәктең кәрәкмәгән өлөштәрен, йәғни унда ултырған төрлө “сүп-сарҙы” утилләштереү йәки ҡайтанан эшкәртеү процесы. Термин грек теленән “үҙ-үҙен ашау” тип тәржемә ителә. Аутофагия йәнле организмдарға, шул иҫәптән кешегә лә хас. Уның ярҙамында күҙәнәктәр артыҡ өлөштәрҙән, ә тотош организм артыҡ күҙәнәктәрҙән ҡотола.
Был феноменды ғалимдар уҙған быуаттың 60-сы йылдарында таба, әммә уның серенә төшөнә алмай. 90-сы йылдарҙа Осуми быны тормошҡа ашыра. Тәжрибәләр үткәреп, ул шулай уҡ аутофагия өсөн яуап биргән гендарҙы аса. Осуми – Нобель премияһын яңғыҙы ғына алған 39-сы ғалим.
Тәбиғәт күҙәнәктәргә артыҡ йәки зарарлы булып күренгән нәмәләрҙе эшкәртеү һәләте биргән. Ябайлаштырып әйткәндә, күҙәнәктәр “сүп-сарҙы” махсус тоҡтарға – аутофагосомаларға йыя. Артабан контейнерҙарға – лизосомаларға күсерә. Улар лизосомаларҙа тарҡала һәм үҙләштерелә. Ҡабаттан эшкәртелгән продукттар күҙәнәкте туҡландырыу йәки уны яңыртыу өсөн файҙаланыла. Аутофагия ярҙамында күҙәнәк уға эләккән инфекциянан һәм барлыҡҡа килгән токсиндарҙан таҙара. Был процесс организм стресс кисергәндә, мәҫәлән, асыҡҡанда, нығыраҡ эшләй башлай. Был осраҡта күҙәнәк эске ресурстар иҫәбенә, йәғни төрлө тупланған “сүп-сар”, шул иҫәптән ауырыу тыуҙырған бактерияларҙан энергия эшләй башлай.
Япония ғалимының асышы шуны раҫлай: асығыу йәки ураҙа тотоу файҙалы – организм, ысынлап та, аутофагия иҫәбенә таҙарына. Ул шулай уҡ организмды иртә ҡартайыуҙан да һаҡлай. Бәлки, яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килтереү, организмдан боҙолған аҡһымды һәм зарарланған күҙәнәк эсендәге элементтарҙы сығарып, уны төҙөк хәлдә тотоуы һөҙөмтәһендә йәшәртәлер ҙә әле. Ә аутофагия процесының аҡһауы Паркинсон ауырыуына, шәкәр сиренә, хатта яман шешкә алып килә. Ошоно аңлаған табиптар хәҙер боҙолоуҙы дауаларға һәләтле яңы дарыуҙар уйлап таба. Ә инде организмды сирҙән иҫкәртеү маҡсатында ҡайһы берҙә уны стресс торошона индереп, ас тотоп алырға ла мөмкин.
Бына ни өсөн өләсәй-олатайҙарыбыҙ ураҙаны көтөп алған һәм бер көнөн дә үткәрмәй тоторға тырышҡан икән, сөнки уны тотҡанда ла организмды алдан әҙерләү зарур – бер нисә көн элек һыу ғына эсеп, ашҡаҙан-эсәк юлын таҙартып алыу мотлаҡ. Ә бөтөнләй бер нисә көн ас тороп дауаланғандарға хатта клизма эшләү талап ителә. Әгәр эсәктәр таҙармайынса асығыу процесы башланһа, организмға унда тупланған “сүп-сар” сығып (аутофагия), организмдың ағыуланыуы ихтимал. Ошо талаптарҙы үтәгәндә инде ураҙаның бик күп файҙаһы бар. Мәҫәлән, ун бер ай дауамында эшләгән ашҡаҙан һәм уға бәйле булған ағзалар ял итә һәм сихәт-сәләмәтлеккә юл таба. Тәндә тупланған көс ҡеүәтләнә; ураҙа тотоусыларҙа көндөҙ ҡан ағышының яйланыуы, күҙәнәктәрҙәге һыуҙың әҙәйеүе һөҙөмтәһендә йөрәк рәхәтлек кисерә; нервылар системаһы ла бер еңеллек эсендә ҡала һ.б. Тимәк, мосолмандар асығыу файҙаһын элек-электән белгән. Тик Нобель премияһын барыбер ҙә япон ғалимы алды...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 281

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 207

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 245

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 210

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 210

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 243

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 186

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 201

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 265

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 267