Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙе лә сабый кеүек
Үҙе лә сабый кеүек – Ҡара әле, матурым, ҡулыңды мыяу тешләнеме?
– И-и-и, аҡыллым, ҡайһылай ҙурайып киткәнһең!
– Алһыуҙың тештәре күренгән! – тигән һүҙҙәр менән һәр көн кескәй дуҫтарын ҡаршылай ул.


Аҡъяр район үҙәк дауаханаһының балалар стационары бүлеге мөдире, баш табиптың дауалау эше буйынса урын­баҫары, юғары категориялы тәжрибәле педиатр Фәнисә Аҡбулатованы районда белмәгән кеше юҡ, бигерәк тә ата-әсәләр уны яҡшы таный.
Бала саҡтан табип булырға хыяллана ул. Апайҙары, әхирәттәре менән уйнағанда һәр саҡ ҡулына ҡурсағын алып, уны дауаларға ярата. Дуҫтарына укол “һал­һынмы”, ҡурсаҡтарын “тыңлап ҡараһын­мы”. Тап шул саҡта кескәй ҡыҙыҡайҙың күңелендә буласаҡ һөнәренә ҡарата һөйөү уяна. Ошо теләк уны мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина институтының педиатрия факультетына алып килә. Еңелдән булмай белем алыу, әммә яратҡан һөнәренә өлгәшеү өсөн Фәнисә Фәтих ҡыҙы тырышып уҡый, уҡыу йортоноң төрлө сараларында әүҙем ҡатнаша.
Ҡулына диплом алған белгес хеҙмәт юлын тыуған яғында башлай. Татырүҙәк амбулаторияһында эшләү йылдарында уға һөнәренең бар нескәлектәрен аңларға – сирлеләргә тәүге ярҙам күрһәтергә, кәрәк саҡта хирург та, гинеколог та, терапевт та, хатта теш табибы ла булырға тура килә. Артабан уны район үҙәк дауаханаһына эшкә саҡыралар. 1997 йылдан алып балалар бүлексәһендә эшләй.
Педиатр булыу өсөн балаларҙы яратыу ғына аҙ, кәрәк саҡта психолог булыу ҙа талап ителә, сөнки сабыйҙарҙы дауаханаға ата-әсәһе генә түгел, өләсәләре, башҡа туғандары ла алып килә. Улар менән уртаҡ тел табыу – иң мөһиме. “Бала үҙенең ҡайһы ере ауыртҡанын әйтә алмай, нимә ашатыуын, ни булғанын күп осраҡта ата-әсә йәшереп тә ҡалыусан. Ғаилә хәлен, ундағы мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау ҙа сабыйҙың һаулығында төп фактор уйнауы ихтимал. Баланы бары тик берлектә генә дауаларға, аяҡҡа баҫтырырға мөмкин”, – ти Фәнисә Аҡбулатова.
– Ғүмер буйы кескәйҙәр менән эшләгәнгәме, бәғзе осраҡта үҙебеҙ ҙә сабый кеүек булып китәбеҙ, – ти Фәнисә Фәтих ҡыҙы. – “Һәр табип үҙ пациентына оҡшай башлай” тигән әйтем дә бар бит. Беҙ ҙә шулай: сабый кеүек шатланабыҙ, балалар һымаҡ илап та алабыҙ, уларҙың ауыртыныуын үҙ йөрәгебеҙ аша үткәрәбеҙ. Ҡысҡырып илап ятҡан сабыйҙы ҡарап, ҡайһы ере борсоуын белеп, кәрәкле процедуралар эшләп, уның тынысланып, мышнап йоҡлап китеүенән дә шатлыҡлы минуттар юҡтыр ул. Шул саҡта, ысынлап та, ошо кескәй ғүмерҙе ҡотҡарып ҡалыуҙа ниндәйҙер өлөш индерә алыуың йәнеңә, тәнеңә шул тиклем рәхәтлек бирә.
Уйлап ҡараһаң, балалар һаулығы һағында тороу – донъяла иң изге һәм шәфҡәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Бигерәк тә үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған Фәнисә Аҡбулатовалар кеүектәр арабыҙҙа күберәк булғанда, сабыйҙар ҙа һау-сәләмәт, ата-әсәләр ҙә шат.
Тәжрибәле хеҙмәткәрҙе борсоған проблемалар ҙа юҡ түгел. “Ҡайһы берәүҙәр табипҡа ышанмай, – ти ул. – Сабыйҙы ҡарап, тейешле диагноз ҡуйып та өлгөрмәйһең, телефон төймә­ләренә баҫып, Интернеттан сир хаҡында мәғлүмәт эҙләргә тотона, һинең һорау­ҙарыңды ла ишетмәй. Баланың сәләмәт­леге өсөн иң тәүҙә ата-әсә яуап бирә, табип уларға ярҙам итә. Шундай хәлгә барып етеүселәр ҙә юҡ түгел: Интернет аша дауалап, үҙҙәре балаға укол һала, кәрәкһеҙ дарыуҙар ашата. Ахыр, сир тамам аҙғас, беҙгә алып киләләр. Ата-әсәләргә әйтер инем: тәү башта табип менән кәңәшлә­шегеҙ, дөрөҫ диагноз ҡуйылғас ҡына сабыйығыҙҙы дауаларға тотоноғоҙ. Уны сит илгә алып сығаһығыҙмы, баш ҡалала дауалайһы­ғыҙмы, әллә урындағы дауаханаларға ҡалдыраһығыҙмы – уныһы һеҙҙең шәхси ҡарамаҡта. Тик бала тәүҙә тейешле медицина тикшеренеүе үтергә бурыслы.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Фәнисә Фәтих ҡыҙының тынғыһыҙ хеҙмәтендә буш ваҡыты юҡ тиерлек. Шулай ҙа эш араһында ул башҡаһына ла өлгөрөргә тырыша: тәбиғәт ҡосағына сығырға ла, баҡса үҫтерергә лә. Бигерәк тә сәскәләр тәрбиәләргә ярата. Ул бешергән тәмле бәлештәр табындың түрен йәмләй.
Ишле ғаиләлә тыуып үҫкән Аҡбулатов­тарға туғанлыҡ хисе бигерәк яҡын, алты бала бер-береһе менән аралашып йәшәй. Байрамдарҙы бергә үткәреү улар өсөн матур йолаға әйләнгән. Береһе республикала билдәле яҙыусы булһа, икенсеһе – районда оҙаҡ йылдар эшләгән абруйлы финанс хеҙмәткәре, өсөнсөһө – рәссам, уҡытыусылар ҙа бар араларында. Эшенән, тормошонан йәм табып, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған, үҙе лә сабый кеүек эскерһеҙ, матур һәм мөләйем ханым ул Фәнисә Фәтих ҡыҙы.

Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519