Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Итһеҙ ҙә йәшәп була, тиҙәр...
Итһеҙ ҙә йәшәп була, тиҙәр... “Үлән менән тамаҡ туямы?” – ошондай һүҙҙәрҙе ишеткәнегеҙ бар, эйеме? Йәнәһе, йәшелсә, еләк-емеш аш түгел, ә еңелсә тамаҡ ялғау сараһы ғына. Ысынлап та, беҙҙең туҡланыу мәҙәниәтендә итле-майлы, ифрат туҡлыҡлы ризыҡҡа өҫтөнлөк бирелә. Ғөмүмән, башҡорт аш-һыуҙарының нигеҙен ит тәшкил итә. Ҡалъянан бешерелгән ҡоротло һурпа менән телде йоторлоҡ ҡаҙылыҡ ҡына ни тора! Элекке заманда халҡыбыҙҙың күсмә тормошта йәшәүе туҡланыу үҙенсәлектәрен дә билдәләгән: оҙайлы һаҡланған ризыҡтарға өҫтөнлөк биргәндәр. Бешерелгән, киптерелгән, тоҙланған, ҡаҡланған йылҡы, һарыҡ ите, киптерелгән еләк-емеш, бал, ҡорот, ҡымыҙ, эремсек, айран, һары май – ошо исемлектә.

Йәшәү рәүешеме, мауығыумы?

Әммә заман башҡа – заң башҡа. Донъялағы хәлдәр менән бер рәттән, матди, рухи ҡиммәттәр, йәшәйеш үҙенсәлектәре, һәр төрлө мөмкинлектәр, талаптар, өҫтөнлөктәр ҙә үҙгәрә. Был туҡланыу мәҙәниәтенә лә ҡағыла, әлбиттә. “Сәләмәт туҡланыу”, “организмды таҙартыу” кеүек һүҙбәйләнештәр, мәҫәлән, көн һайын тиерлек экрандарҙан, төрлө баҫма биттәренән, радионан ишетелә, телевидениела был хаҡта махсус каналдар бар хатта... Был йәһәттән беҙ ҙә гәзит уҡыусыларға үҙенсәлекле мәғлүмәт тәҡдим итмәксе булдыҡ. Донъяла туҡланыуҙың таралған бер төрө – вегетарианлыҡ тураһында булыр һүҙебеҙ. Ошо йүнәлеште яҡлап сығыусылар менән бер рәттән, уға ҡаршылар ҙа күп. Мәгәр туҡланыуҙың ниндәй төрөнә өҫтөнлөк бирергә һәр кем үҙе хәл итә (был бәлиғ булған, үҙ ҡылыҡтары өсөн яуап биргән кешеләргә ҡағыла, әлбиттә).
Йыл һайын октябрҙә Бөтә донъя вегетарианлыҡ көнө билдәләнә. 1977 йылда Америкала барлыҡҡа килгән байрам хаҡында беҙҙең йәмғиәттә бик белмәһәләр ҙә, ҡайһы бер фанат белгестәр киләсәктә Ер шары халҡы туҡланыуҙың тап ошо төрөнә күсәсәк тип иҫәпләй. Әммә ит менән балыҡ аштарынан баш тартыу файҙағамы, әллә зыянғамы – бәхәстәр әлегәсә тынғаны юҡ.
Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, боронғо Греция ғалимы, математик Пифагор үҫемлек аштарына нигеҙләнгән диета тотҡан. Был уның зиһен һәләтен арттырырға ярҙам иткән, һаулығын яҡшыртҡан. Һәр хәлдә, аҡыл эйәһе шулай тип иҫәпләгән.
Данлыҡлы рәссам Леонардо да Винчи ла ит һәм балыҡ ашамаған. Был уның тере йәндәрҙе үтә яратыуына бәйле: ҡылҡәләм оҫтаһының урындағы баҙарға барып, ит өсөн һатыуға тәғәйенләнгән хайуандарҙы күпләп һатып алып, иреккә сығарғаны ла билдәле. Тамаҡ туйҙырыу маҡсатында тере йәнде үлтереү уның өсөн башҡа һыймаҫлыҡ ғәмәл булған. “Кешеләр хайуандарҙы үлтергән һайын, бер-береһен дә үлтереүҙе дауам итәсәк”, – тип йыш ҡына ҡабатларға яратҡан ул.
Вегетарианлыҡтың башы Боронғо Һиндостанға һәм Грецияға барып тоташа. Ошондай беренсе рәсми йәмғиәт Англияла 1847 йылда ойошторолған.
Рәсәйҙә иһә вегетарианлыҡ менән мауығыу XIX быуатта башланған. Мәшһүр яҙыусы Лев Толстойҙың ошо хәрәкәттең иң әүҙем ағзаларының береһе булып торғаны билдәле. Тап уның башланғысы менән Рәсәйҙә ит һәм балыҡтан баш тартыуҙың организм өсөн файҙаһы тураһында лекциялар уҡый башлағандар. Ильф һәм Петровтың “12 ултырғыс” тип аталған билдәле сатирик романында шундай эпизод бар. Остап Бендерҙың танышы Коля Калачев вегетарианлыҡтан туйған ҡатыны Лиза менән Толстой өҫтөнлөк биргән аш-һыуҙы барлай:
“ – Лев Толстой, – ти ҡалтыранған тауыш менән Коля, – бер ваҡытта ла ит ашамаған.
– Эйе шу-у-ул, – тип яуап бирә уға Лиза, иламһырап. – Граф спаржаға өҫтөнлөк биргән.
– Спаржа ит түгел...
– Улайһа, ул “Һуғыш һәм солох”то яҙғанда ит ашаған! “Анна Каренина”ны яҙғанда ла ит һоғонған, һоғонған, тип әйтәм бит мин һиңә!
– Һы-ы-ы... “Крейцер сонатаһы”н яҙған­да ла ит ашаған, тимәксеһең инде, – ти, асыуы килеп, Коля.
– “Крейцер сонатаһы” – бәләкәй әҫәр. Унда, бәлки, ашамағандыр. Ә бына вегетариан сосискаларын кимереп кенә “Һуғыш һәм солох”то яҙыр ине, яҙмай ти...”
Октябрь революцияһынан һуң вегетарианлыҡты тыялар, әммә, Ильф менән Петровтың әҫәренән күренеүенсә, бер нисә йылдан был хәрәкәт тағы ла барлыҡҡа килә.
Лев Толстой инанған ҡиммәттәр әлеге көндә лә популяр. Билдәле рәсәйҙәрҙән танылған сәйәхәтсе, яҙыусы Федор Конюховтың, сәйәсмән Владимир Жири­новскийҙың ит менән балыҡтан баш тарт­ҡан­лығы мәғлүм. Әйткәндәй, һуңғыһы үҙенең партия ағзаларынан да вегетариандар яһарға вәғәҙә бирә.
– Норвегия хәрбиҙәре аҙнаһына бер көн ит ашамай, был бик дөрөҫ аҙым, сөнки ул – зарарлы ризыҡ. Норвегия – бай, алдынғы ил, унда кешеләрҙе дөрөҫ туҡланыуға ылыҡтырыуҙың мөһимлеген аңлайҙар. Беҙҙең партия ағзалары ла эсмәй, тартмай, хәҙер иһә вегетариан­лыҡты пропаганда­лаясаҡбыҙ, – ти Владимир Вольфович.
Әлеге ваҡытта донъяла бер миллиард самаһы вегетариан иҫәпләнә. Улар араһында Том Круз, Николь Кидман, Джим Керри, Памела Андерсон, Ума Турман кеүек донъяға танылған экран йондоҙҙары, билдәле сәйәсмәндәр, дәүләт эшмәкәрҙәре бар.
Вегетарианлыҡтың бер нисә формаһын билдәләп үтеү фарыз. Лактовегетариандар, мәҫәлән, һөт ризыҡтарын ҡуллана, әммә йомортҡа ашамай. Ововегетариандар – киреһенсә. Паскетариандар һөт, йомортҡа менән бер рәттән балыҡ та ашай, әммә ит, ҡош итен аҙыҡҡа ҡуллан­май. Веганлыҡ – вегетарианлыҡтың иң консерватив йүнәлеше, улар хайуандарға бәйле барлыҡ аҙыҡ-түлектән баш тарта (һөт, йомортҡа, хатта балдан да). Шулай уҡ вегетарианлыҡтың бер төрөнә аҙыҡты сей ашаусыларҙы ла индерергә мөмкин. Был йүнәлеште үҙ иткәндәр күбеһенсә йәшелсәгә, еләк-емешкә өҫтөнлөк бирә, шул уҡ ваҡытта улар термик яҡтан эшкәртелмәгән булырға тейеш.

Һәр ғәмәлдә сама кәрәк

Вегетарианлыҡтың файҙаһы һәм зыяны хаҡында бәхәстәр тынғаны юҡ, шуға күрә был темаға бәйле мифтар, яңылышыуҙар ҙа бихисап.
Мәҫәлән, йыш ҡына вегетарианлыҡ аҙ ҡанлылыҡҡа килтерә, гемоглобин кимәле ныҡ түбәнәйеүе ихтимал, тигән инаныуҙы ғына алайыҡ. Әммә, табип-диетологтар белдереүенсә, вегетарианлыҡтан ғына һау кешенең гемоглобины түбәнәймәй. Быға тиклем сәләмәтлегенә бәйле проблемалар кисергән кеше вегетарианлыҡҡа өҫтөнлөк бирһә инде, эйе, гемоглобин кимәле ҡанда төшөүе бар. Ә бына организмға тейеш тиклем аҡһым кимәлен вегетарианлыҡ менән генә тәьмин итеп булмай. Аҡһымдың һәм аминокис­лоталарҙың төп сығанағы – ит, улар етмәһә, һаулыҡ ҡаҡшай башлай.
Шуға күрә вегетарианлыҡҡа өҫтөнлөк бирергә теләһәгеҙ, мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ. Ул ғына түгел, бер ни тиклем ваҡытҡа иттән һәм балыҡтан баш тартыу организм өсөн файҙалы буласаҡ, организм да таҙарып ҡаласаҡ. Әммә вегетариан аҙыҡтар менән даими туҡланыу насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал, шуға күрә һәр ғәмәлдә сама мөһим.
Тағы шуныһы: һуңғы йылдарҙа вегетарианлыҡҡа өҫтөнлөк биргән ата-әсәләр балаларын да бәләкәй саҡтан уҡ ошондай туҡланыу төрөнә ылыҡтыра. Әммә оло организмға яраған ғәмәл бәләкәстәргә бара тигәнде аңлатмай: бала организмы аштың төрлөһөн үҙләштерергә (шул иҫәптән ит, балыҡ ризыҡтарын да), дөрөҫ үҫешергә тейеш.
Файҙалы яҡтарын барлағанда, вегетарианлыҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары барлыҡҡа килеү ихтималлығын түбәнәйтә, сөнки хайуан аҡһымдары, майҙары аша организмға холестерин эләкмәй. Әммә был туҡланыу төрөн артыҡ килограмдарҙан ҡотолоу өсөн диета сифатында ҡулланғанда файҙа булмаясаҡ: иттән баш тартыу ауырлыҡты кәметә тигәнде аңлатмай әле. Рәсәй Медицина фәндәре академияһының ғилми хеҙмәткәре, медицина фәндәре кандидаты Ольга Григорьян әйтеүенсә, вегетариандар күпселек осраҡта ябыҡ кешеләр түгел, киреһенсә, углеводлы аҙыҡҡа өҫтөнлөк биреү сәбәпле улар артыҡ ауырлыҡтан йонсой.

Фәнни ҡараш

Шулай уҡ белгестәр ҙә ҡәтғи генә фекергә килә алмай – вегетарианлыҡ файҙалымы, юҡмы? Был тема буйынса ҡапма-ҡаршы һөҙөмтәле тикшеренеүҙәр бихисап, әммә бәхәскә нөктә ҡуйырлыҡ ғилми тикшеренеүҙәрҙең Рәсәйҙә үткәрелгәне юҡ.
“Беҙ ошондай туҡланыуға өҫтөнлөк биргән кешеләрҙе күҙәтәбеҙ, әммә улар һау-сәләмәт тип әйтергә нигеҙ юҡ”, – ти Ольга Григорьян. Ҡыҫҡаһы, веге­тарианлыҡ һәр кем өсөн билдәле бер кимәлдә файҙалы: кеше уға инанырғамы-юҡмы икәнлеген үҙенең хәл-торошона ҡарап ҡарар итергә тейеш. Әгәр ҙә һеҙ иттән дә, балыҡтан да баш тарттығыҙ икән, әммә берәй кафе эргәһенән үткәндә тәмле еҫтәрҙән ауыҙ һыуығыҙ ҡойола, һәр төн һайын төшөгөҙгә ҡыҙҙырылған тауыҡ инә икән, был – эш түгел, организмды йонсотоу ғына.

Вегетариан колбасаһы – киләсәк аҙығымы?

Әлеге заманда бынан бер нисә быуат элеккегә ҡарағанда вегетарианлыҡҡа инаныу күпкә еңелерәк: ниндәйҙер туҡлыҡлы матдәләрҙе, файҙалы элементтарҙы биологик әүҙем өҫтәмәләр, витаминдар ярҙамында алырға мөмкин. Унан һуң заман саралары вегетариан аҙыҡтарын ифрат төрләндерергә, уның формаһын, төҫөн, тәмен һәм башҡа сифаттарын иҫ киткес ылыҡтырғыс итеү мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, вегетариан колбасаһы, шницеле, сосискаһы бар. Был, әлбиттә, яҡшы, әммә ошо сәбәптән Германияла хөкүмәт кимәлендә бәхәс сыҡҡаны ла мәғлүм. Дәүләттең аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы министры Кристиан Шмидт, ит сәнәғәтендә ҡулланылған атамалар вегетариан аҙыҡтарын билдәләүҙә ҡулланылырға тейеш түгел, тип белдергән. Уның фекеренсә, итте имитациялаған атамалар туҡланыу тармағында буталсыҡ тыуҙыра һәм уны махсус ҡанундар ярҙамында көйләү фарыз.
“Был атамалар һатып алыусыны яңылыштыра, уның үҙ-үҙенә ышаныу­санлығын юҡҡа сығара. Бындай аңлашылмаусанлыҡты бөтөрөргә кәрәк. Ошондай псевдоризыҡтарға ҡарап, уны ит тип әйтә алмайбыҙ бит инде. Киләсәктә шундай аҙыҡ-түлек етештереүселәр есеменә тап килгән исем уйлап сығарыр, тип өмөтләнәм”, – тигән министр, билдәле баҫмаға интервью биргәндә.

Һайлау мөмкинлеге ҙур

Германия тигәс, унда һуңғы йылдарҙа вегетариан һәм веган аҙыҡтары һатылған магазиндар күпләп асыла, үҫемлек ризыҡтарынан эшләнгән, әммә формаһы, тәме менән ит аҙыҡтарына оҡшаған тауарҙар күп. Бәғзе белгестәр, кешелек киләсәге тап ошондай аҙыҡтарға бәйле, тип белдерә. Мәҫәлән, инглиз эшҡыуары, ҙур аҙыҡ-түлек корпорацияһы етәксеһе Ричард Брэнсон бер баҫмаға биргән интервьюһында веган компанияһын инвестициялауын, был ойошма малдарҙы файҙаланмай ғына “таҙа ит” етештергәнен бәйән иткән. Уның фекеренсә, кешеләр киләсәктә тап ошондай аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирәсәк, иттән баш тартасаҡ, уның аналогтарына күсәсәк.
“30 йылдан кешеләргә ит өсөн хайуандарҙы үлтереү кәрәк булмаясаҡ, сөнки ризыҡ үҫемлектәрҙән етеш­тереләсәк. Был барыһы өсөн дә күпкә файҙалы”, – тип инана миллиардер.
Memphis Mets тип аталған был компания лаборатория шарттарында булдырылған итте халыҡҡа 2021 йылда тәҡдим итмәксе. Күп тә ҡалмаған, көтәйек, йәмәғәт.

Был хаҡта беләһегеҙме?

1. Вегетариандар хәрәкәтенең тыуған иле тип Боронғо Һиндостан иҫәпләнә, тигәйнек. Әйтергә кәрәк, бөгөн дә был мөғжизәле ерҙә йәшәгәндәр үҙҙәре теләп ит аҙыҡтарынан баш тарта, Ер шарындағы вегетариандарҙың 70 проценты тап шунда көн итә.
2. Вегетарианлыҡта ла, һәммә башҡа төрлө идеологияларҙағы кеүек, сиктән-сиккә бәргеләнеүҙәр осрай. Мәҫәлән, вегандар тере йәндәргә бәйле бөтә төр аҙыҡтарҙан да ҡәтғи рәүештә баш тарта (ит кенә түгел, балдан да), ә радикаль фруториандар тик еләк-емеш ашай. Уныһы ла “мәжбүри ысул” менән йыйылмаған булырға тейеш. Миҫал өсөн, ағастан үҙе өҙөлөп төшкән алманы ризыҡ тип ҡабул итһәләр, ҡаҙып сығарылған кишерҙе ашарға ярамай, сөнки уны алыуҙа үҫемлектең тамыр системаһы боҙолған.
3. Күп кешеләр тирә-яҡ мөхиткә файҙа килтереү өсөн генә ит менән балыҡтан баш тарта, сөнки ошо ризыҡтарҙы етештергәндә донъяла бик күп ресурстар юҡҡа сығарыла.
4. Вегетарианлыҡты дини тәғлимәттәргә инанып үҙ иткәндәр ҙә бихисап. Мәҫәлән, ул кришнаиттар һәм растафариандар араһында киң таралған.
5. Инглиз ғалимдары белдереүенсә, вегетарианлыҡты үҙ итеү кешенең интеллектуаль коэффициентына туранан-тура бәйле. Был инаныу күбеһенсә аҡыллы, аналитик фекерләгән кешеләргә хас.
6. Бер тикшереү күрһәтеүенсә, вегетариандар һәм ит ашағандарҙың тән еҫе ныҡ айырыла, үҫемлек ризыҡтарына өҫтөнлөк биргәндәрҙең еҫе күпкә нәзәкәтлерәк була, имеш.
7. Вегетарианлыҡҡа инанған билдәле кешеләр күп, тигәйнек. Ошо исемлектә танылған тиран Адольф Гитлер ҙа бар. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, үлеренә бер нисә йыл ҡалғас, ул вегетарианлыҡҡа инана башлаған. Әммә бәғзе биографтар билдәләүенсә, диктатор итте ҡунаҡтар алдында ғына ашамаған, ул ғына түгел, уларҙы “алама ғәҙәт” өсөн битәрләгән. Өҫтәл янында Гитлер мал һуйыу үҙенсәлектәре, нескәлектәре тураһында һөйләргә яратҡан, ә кешеләрҙең аппетиты боҙолоп, тәрилкәләрен күсереп ҡуйһалар, уларҙы ике йөҙлөлөктә ғәйепләгән. Бер тантаналы аш ваҡытында Гитлер былай тип әйткән: “Бына кешеләрҙең ҡурҡаҡлығына бер миҫал. Малды үлтерергә үҙҙәренең хәленән килмәй, әммә улар бер тамсы ла выждан ғазабы кисермәйенсә башҡаларҙың үлтереү һөҙөмтәһен йотоп ултыра”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518