Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡшы ниәтеңдең дә зыянлы булыуы ихтимал
...Көҙгө кис. Көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләп ҡайтып барабыҙ, йортобоҙға боролорға күп тә ҡалмаған, юл аша ғына үтәһе бар. Шул саҡ асфальтта ятҡан кеше күҙгә салынды, ыңғырашҡан тауыш ишетелде. Күрәләтә тороп автомобиль юлында ятҡан кешенең эргәһенән битараф үтеп китеү оятһыҙлыҡ булыр ине: яҡын килдек, хәлен һораныҡ. Машина бәрҙереп киткән тигән уйыбыҙ аҡланманы – егет, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, аяғында ла баҫып торорлоҡ түгел, әллә сирле, әллә иҫерек. Күрәһең, абынып йығылған, тик ҡайҙа йығылғанын аңларлыҡ хәлдә түгел. Юлда ҡалдырыу хәүефле – бер туҡтауһыҙ үтеп торған автомобилдәрҙең иҙеп китеүе бар. Ҡыҫҡаһы, уны ситкәрәк күсерергә, “Ашығыс ярҙам” килгәнсе көтөп торорға тура килде. Ғөмүмән, кешеләр ҙә битараф тимәҫ инем – ярҙам күрһәтергә теләүселәр йыйылып китте.


Һәр кешенең тормошонда беренсе ярҙам талап ителгән сетерекле хәл-ваҡиға килеп тыуыуы ихтимал. Урамда булһынмы, өйөгөҙҙәме – тәү сиратта һалҡын ҡанлылыҡты һаҡлап ҡалыу мөһим. Әммә был да һеҙҙең дөрөҫ ярҙам күрһәтә алыуығыҙҙы аңлатмай әле.
Кемгәлер ярҙам талап ителгән тәүге минуттарҙа уның янында ҡотҡарыусы­лар йәки табиптар түгел, ғәмәлдә ҡәҙимге кешеләр йышыраҡ пәйҙә була: яҡындары, дуҫтары, таныштары, осраҡлы үткенселәр, шаһиттар. Улар араһында тәүге ярҙам күрһәтеү үҙенсәлектәрен белгән кеше осраһа, бик шәп, юҡ икән, ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарып ҡуйыуҙары ла ихтимал. Мәҫәлән, кемдер бейектән ҡолап төштө ти. Битараф булмағандар “Ашығыс ярҙам” саҡырған, ә табиптар килеп етеүгә ваҡиғаның шаһиттары, йәрәхәтләнгән кешене күтәреп, ҡаршыларына йүгерә, мәҫәлән. Әммә был дөрөҫ түгел! Бейектән йығылған кешенең һынған урындары була, уны белгестәр килгәнсе ҡуҙғатырға ярамай. Юҡһа һөйәктәре урынынан күсәсәк, туҡымалар дөрөҫ үҫешмәйәсәк. Шулай итеп, бындай “ярҙам” йәрәхәтләнеү­сенең дауаланыу осорон оҙайта ғына.
Әммә ҡапма-ҡаршылыҡлы осраҡтар ҙа булыуы ихтимал. Әйтәйек, юл-транспорт ваҡиғаһында осраҡлы шаһиттар янған автомобиль эсенән яраланған, аяҡ-ҡулдары һынған кешене һөйрәп сығарҙылар, шуның менән ғүмерен ҡотҡарҙылар, ти. Эйе, ул оҙағыраҡ дауаланасаҡ, гипста оҙағыраҡ йөрөйәсәк, әммә иң мөһиме – иҫән, артабан йәшәйәсәк! Бында фажиғәгә битараф булмаған ҡыйыу кешеләргә рәхмәт әйтәһе генә ҡала.
Ғөмүмән, медицинала “алтын сәғәт” тигән төшөнсә бар: әгәр ҙә зыян күреү­сегә фажиғәнән һуң бер сәғәт эсендә сифатлы медицина ярҙамы күрһә­телһә, уның иҫән ҡалыу ихтималлығы 90 процентҡа тиң. Ике сәғәттән һуң был күрһәткес – 10 процент.
“Кемделер ҡотҡарыу өсөн әллә ни ҙур белем кәрәк түгел, видеодәрестәр Интернет тулы”, – тиеүселәр ҙә бар. Был – ҙур хата. Ғәҙәттә, медицина белгес­тәре тарафынан төшөрөлгән видео­дәрестәр медиктарға тәғәйенләнә, текстар ҙа шулай уҡ. Ябай ғына әйткәндә, медицина хеҙмәткәре кеше организмының төҙөлөшөн, ундағы процестарҙы һәйбәт белә. Ә Интернеттағы роликты ҡарап ҡына кешене дауалап булмай, зыян килтереүең ихтимал...
Был йәһәттән “Ашығыс ярҙам” систе­маһында эшләгән белгестәрҙә башҡа һыймаҫлыҡ миҫалдар бихисап, шундай лаҡап та йәшәй: ошо тармаҡта эшләп ҡарағандан һуң, һәр дауахана – ожмах.
“Саҡырыу буйынса килеп, бригада фатирға инһә, урта йәштәрҙәге ҡатын алдына ноутбук асып һалып ҡуйған, ул ғына түгел, диагнозын билдәләгән. Табиптың һорауҙарына яуап бирергә теләмәй, үҙен ҡарарға бирмәй, миңә препараттар яҙып бирегеҙ, тип рецепт талап итә”, – тип һөйләгәйне бер танышым. Дауаханаға өлгөрмәйенсә, өйҙә бала тапҡан ҡатынға барғандары хаҡында ла бәйән иткәйне ул. Ҡатындың ире, бик ҡурҡһа ла, юғалып ҡалмаған, сабый донъяға килгәнсе, ҡатынына ярҙам күрһәткән. “Мәгәр, имен-һау кәләше менән баланы медицина хеҙмәткәрҙәре ҡулына тапшыр­ғас, ир шунда уҡ иҫтән ауҙы. Күрәһең, экстремаль хәлдә бар ҡыйыулығын, ихтыярын йыйып, яҡынына ярҙам иткәндер ҙә, көсөргәнеш бөткәс, организм тетрәнеүгә ошолай яуап биргәндер”, – ти танышым. Шулай итеп, йәш әсә һәм бала менән бер рәттән, атайҙы ла дауаханаға алып киткәндәр.
Йә иһә бала саҡта үҙем менән булған ошондай бер ваҡиға иҫкә төштө.
...Рейс автобусында шығырым тулы халыҡ (элекке әфлисун төҫөндәге, йомро ғына башлы ПАЗ-дарҙы иҫкә төшөрөгөҙ), район үҙәгенә егерме саҡрымдай ара ҡалған. Шул саҡ бер ҡатын бик ныҡ ыңғыраша башланы, бөгөлөп төштө. Баҡһаң, үҙ юлы менән дауаханаға бала табырға китеп бара икән. Ире – эргәһендә. Халыҡ албыр­ғап ҡалды, етмәһә, боролор ҙа урын юҡ. Ниһайәт, ҡатынды водитель ар­тын­дағы ултырғысҡа урынлаштыр­ҙылар, ҡатындар яулыҡ-шәлдәрен сисеп, ҡорған яһаны, ирҙәрҙе автобус салонының артҡы өлөшөнә күсер­ҙеләр. Әлдә беҙҙең ауылдан Фәриҙә исемле шәфҡәт туташы ултырғайны: йәш булыуына ҡара­маҫтан, тиҙ генә үҙен ҡулға алып, яҡты донъяға ашыҡҡан баланы ҡабул итте, кемдер һуҙған таҙа таҫтамал­ғамы, яулыҡҡамы ураны. Автобус иһә автовокзалға түгел, туп-тура дауаха­наға барҙы. Әсә менән баланы табиптар ҡулына тапшырғас, салонда тынлыҡ урынлашты. Әгәр ҡатынға берҙәм көс менән ярҙам итмәһәләр, хәлдең хөрт тамамланыу ихтималын һәр кем аңлағандыр, тип уйлайым.
Белгестәр билдәләүенсә, барлыҡ кешегә медицина үҙенсәлектәрен төшөндөрөү урынһыҙ, оҙаҡ һәм ҡиммәтле ғәмәл. Әммә һәр кем беренсе ярҙам күрһәтеү нескәлектәрен белергә тейеш – донъя хәлен күҙаллап булмай.
Табиптар мәктәптә үк тәүге ярҙам күрһәтеү үҙенсәлектәрен төшөндө­рөргә мөмкин тип иҫәпләй. Әммә был балалар ҡотҡарырға һәм ярҙам күрһәтергә тейеш тигәнде аңлатмай, ә киләсәктә был йүнәлештәге төплөрәк белемгә нигеҙ булыуы, хаталарҙан аралауы ихтимал, ти.
Күҙ алдына килтерегеҙ – көслө йәш егет, тәүге ярҙам күрһәтәм тип, һөйәкте урынына ултыртып маташты, ти. Бының һөҙөмтәһе – йәрәхәтләнгән һәм ярҙам күрһәткән кеше өсөн дә насар булыуы – тәүгеһе оҙаҡ йүнәлә алмай йонсоһа, икенсеһен дөрөҫ ярҙам күрһәтә белмәгән өсөн судҡа биреүҙәре бар.
Әйткәндәй, “Ашығыс ярҙам” станциялары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр ми­нистрлығы йыш ҡына беренсе ярҙам күрһәтеү үҙенсәлектәре тураһында махсус курстар уҙғарып тора. Унда төрлө һорауҙар бирергә, барлыҡ ҡыҙыҡһындырған ғәмәлдәргә яуап алырға мөмкин. Әммә... Ошо сара­ларға бармаҡ менән генә һанарлыҡ кешеләр йөрөй.
Шулай итеп, тәүге ярҙам күрһәтә белеү-белмәүҙең нигеҙҙәре ҡайҙа? Йәшерен-батырын түгел – кешеләрҙең үрҙә телгә алынған күнекмәләрҙә ҡатнашырға, ғөмүмән, теләге һәм ынтылышы булмауҙа, был система беҙҙең йәмғиәттә яйға һалынмауҙа.
Шулай итеп, иң мөһиме – зыян күреүсегә өҫтәмә зыян килтереп ҡуймағыҙ. Әлбиттә, үҙеңдең хәүеф­һеҙлегеңде лә хәстәрләү зарур. Үрҙә телгә алғаныбыҙса, юҡһа ҡайһы саҡта ҡотҡарыусыларға йәрәхәтләнеүсегә лә, уны ҡотҡарам тип килгән шаһитҡа ла ярҙам күрһәтергә тура килә. Әммә бәләгә тарыған кеше янынан үтеп китергә лә ярамай, был – хаяһыҙлыҡ. Оҙаҡ йылдар ҡотҡарыусы булып эшләгән психологтар әйтеүенсә, әгәр ҙә күрәләтә тороп мохтаж кешегә ярҙам күрһәтмәһәгеҙ, һөҙөмтәлә ул һәләк булһа, ғүмер буйы выждан ғазабы кисерәсәкһегеҙ. Ошо уй ҡурҡыуҙы еңергә тейеш. Үҙ-үҙеңде дөрөҫ көйләү ҙә мөһим: бына хәҙер яҡын киләм, хәлде аңғарам, көсөмдән килгәндең барыһын да эшләйем. Был һис шикһеҙ ярҙам итәсәк. Ә бит кеше ғүмерен ҡотҡарғанда һәр минут ҡәҙерле! Квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелгәнгә тиклем битараф булмағандарҙың дөрөҫ аҙымдары зыян күреүсенең артабанғы яҙмышын хәл итә. Шуға ла, эш араһында, буш ваҡытығыҙ булғанда, ошо тема менән ҡыҙыҡһынығыҙ, һис юҡта, беҙ тәҡдим иткән инфографикаға күҙ һалығыҙ. Әлбиттә, улар бер ҡасан да кәрәк булмаһа, бигерәк тә һәйбәт... Әммә донъя хәлдәре ҡатмарлы, һәммәһенә лә әҙер булыу зарур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506