Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төпкөлдә дауахана кәрәк
Төпкөлдә дауахана кәрәк Ауылда дауахананың булыуы бик мөһим, айырыуса район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан урындар өсөн. Мәҫәлән, районыбыҙҙың төньяғындағы төпкөл Илсеғол ауыл хакимиәтенә ун ауыл ҡарай, әлеге көндә Мулдаш, Һөйөндөк, Көсөк, Һөләймән, Кәримдә фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшләй, Илсеғолда участка дауаханаһы ҡабул итеү ойошторолған. “Ашығыс ярҙам”ды Комсомол участка дауаханаһынан саҡырталар.
Илсеғол участка дауаханаһы заманса йыһазландырылмаған булһа ла, насар хәлдә түгел. Әммә капиталь төҙөкләндереү үтһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Учреждениеның тәҙрәләре иҫке. Учалы тау-байыҡтырыу комби­натының матди ярҙамы менән бер өлөшөн алмаштырғандар, ҡалған­дарын да яңыртыу зарур. Бина мейес менән йылытыла, йылытыу систе­маһын яйға һалыу ҙа мөһим. Иң мөһиме – учреждение халыҡҡа бик кәрәк, улар өсөн уңайлы шарттар ҙа булдырылырға тейеш. Һәр кемдең Учалыға барып дауаланырға мөм­кинлеге юҡ. Барған хәлдә лә бер юлы бар проблемалар хәл ителә тигәнде аңлатмай, шуға ла урындағы табипҡа мөрәжәғәт итеп, тейешле дауа алыу күпкә отошло.
Бөгөн дауаханала биш урын иҫәпләнә, шулай уҡ көндөҙгө ста­ционарҙа унау, уларҙың бер ваҡытта ла буш торғаны юҡ. Урындар күберәк булһа, ауырыуҙарҙы алыҫтағы дауаханаға ебәрмәйенсә, ошонда ғына дауалап булыр ине.
– Кисекмәҫ ярҙам талап ителгәндә, “урын юҡ” тип сирлене кире бороп ҡайтара алмайбыҙ, ҡабул итәбеҙ, – ти дауахана хеҙмәткәрҙәре.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, участка дауаханаһы белгес­тәргә ҡытлыҡ кисерә, шәфҡәт туташтары ла етмәй. Штатты ҡыҫҡартыу насар йоғонто яһаған, мәҫәлән, киске дежурлыҡҡа кеше юҡ. Өҫтәмә штат булды­рырға кәрәклеген һорап мөрәжәғәт итһәләр ҙә, үтенестәрен кире ҡаҡҡандар. Ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары, участка дауаханалары ябылып бөтөп бара, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Күреүе­беҙсә, “Ауыл табибы” проекты ла төпкөл ауылдар­ҙың хәлен һиҙелерлек яҡшыртты тип әйтеп булмай, сөнки йәш белгестәр, нигеҙҙә, үҙәк район дауаханаларына ҡайта. 
Бөгөн Илсеғол участка дауаха­наһына баш табип Ғәфүр Хәкимов етәкселек итә. Шәфҡәт туташтары Зифа Хисаметдинова, Рәфилә Сәйфетдинова, лаборант Эльмира Нәҙершинаның эш тәжрибәһе ҙур, оҙаҡ йылдар аҡ халаттарын иңдә­ренән төшөрмәйҙәр. Иң һөйөнөслөһө шул: быйыл бында физиотерапия бүлмәһе ҡабаттан эшләй башлаясаҡ. Дауахана хеҙмәткәрҙәре ауылдаштары Мират Ғиззәтуллинға рәхмәт әйтә. Урындағы социаль комиссия рәйесе булараҡ, ул юллай торғас, ун йыл элек ябылған кабинет ҡабаттан асыласаҡ. Әлегә бүлмәне төҙөклән­дереү менән мәшғүлдәр.

Учалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512