Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүлек буйы... Интернетта
Тәүлек буйы... ИнтернеттаИнтернет селтәрендә оҙаҡ ултыраһығыҙмы? Төнөн, йоҡлап киткәнсе, виртуаль киңлекте гиҙеп, һуңғы яңылыҡтар менән танышаһығыҙ, Ер йөҙөнөң төрлө ҡәүемдәрендә йәшәгән кешеләр менән аралашаһығыҙ, ә иртән уянғас, ҡулығыҙ шунда уҡ гаджетҡа үреләме? Виртуаль донъя менән артыҡ мауығыуҙы әлегә сиргә тиңләмәйҙәр, әммә Интернет булмышығыҙҙы тулыһынса ҡолға әүерелдереүе ихтимал – шуны онотмағыҙ.
Ысынбарлыҡты виртуаль тормош алмаштырғанын нисек аңларға һәм бәләнән нисек ҡотолорға? Профессиональ психотерапевтар һәм психологтарҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.
Иң тәүҙә ихтыяжды билдәләү мөһим. Мәҫәлән, поликлиниканың эш көнө тәртибен йәки төнгө сәғәт 3-тә бал ҡорттарының ни өсөн татлы ризыҡты аҙыраҡ килтерә башлауын асыҡлау (етмәһә, һеҙ умартасы ла түгел!) — ике төрлө ғәмәл бит! Дуҫығыҙ яҙған яңылыҡты, уға яҙған комментарийҙарҙы күҙәтеп барыу, бөтөнләй белмәгән-күрмәгән кешеләр менән ҡыҙыу бәхәскә инеү кәрәкме һеҙгә? Интернет селтә­рендә үткәргән ваҡытығыҙҙы анализлағыҙ. Әгәр ҙә һеҙ селтәр менән түгел, ә селтәрҙең һеҙҙең шәхесегеҙгә идара иткәнен аңғарһағыҙ, борсолоу урынлы.
“Миңә, 24 сәғәт бәйләнештә булырға кәрәк, эшем шундай” тигәндәрҙе лә ишеткәнегеҙ барҙыр. Ысын күңелдән яуап бирегеҙ: тәүлек әйләнәһенә бәйләнештә булыу мөмкинме? Эшегеҙ аҙна дауамында көнө-төнө социаль селтәрҙә һәм сайттарҙа ултырыуға бәйлеме? Ә Хеҙмәт кодексын уҡығанығыҙ бармы? Һеҙҙең эш биреүсе, ысынлап та, хеҙмәткәр теләһә ҡайһы ваҡытта бәйләнештә булырға тейеш тип иҫәпләйме? Шулай икән, эшегеҙҙе алмаш­тырығыҙ йәки судҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Әммә бындай хәлдең мөмкин булыу ихтималлығы бик түбән: ғәҙәттә, кешеләр “24 сәғәт бәйләнештә булырға кәрәк” тигән уйҙырманы үҙҙәре уйлап сығара. Әгәр ҙә һеҙ “ҡотҡарыу хеҙмәтендә” (112) эшләмәйһегеҙ икән, селтәргә ваҡыты-ваҡыты менән инеп сығыу ҙа етә. Ғөмүмән, ике сәғәт һайын ун минут самаһы ваҡытты Интернетҡа бүлһәгеҙ — таман. Эшегеҙҙе теүәлләнегеҙ икән, селтәрҙән сығығыҙ! Ҡалғаны һеҙҙең виртуаль киңлектә ултырыуығыҙҙы аҡларға тырышыу ғына.
Мессенджерҙарға ҡағылышлы йәнә бер шарт. Барлыҡ хат-хәбәрҙәргә шунда уҡ яуап биреү мотлаҡмы? Юҡ, әлбиттә. Ғәмәли тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, яҙмаларҙың 90 проценты һеҙ яуап биргәнсе бер нисә сәғәт көтөп тороу мөмкинлеген күҙаллай. Ҡыҫҡаһы, тиҙ генә яуап бирмәһәгеҙ ҙә донъя емерелеп төшмәйәсәк. Иң мөһим хаттар өсөн иһә фильтр ҡуйығыҙ. Ә дөрөҫөн әйткәндә, кисектергеһеҙ хәл килеп тыуғанда, кәрәк тип тапҡан кеше – туғандармы, етәк­семе – шылтыратып һөйләшеүҙе хуп күрәсәк.
Гаджеттарға бәйлелек тә – көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Интернет селтәренең тоҙағына эләккәндәр өсөн был наркомандың шприцына тиң. Төрлө сайттарҙан, ҡушымталарҙан туҡтауһыҙ саҡы­рыуҙар ағыла: “Сайтҡа ин, ҡара, ныҡ ҡыҙыҡлы, уникаль яңылыҡ, тормошоңдо үҙгәртерлек мөһим мөмкинлек!” һәм башҡалар. Ошо яҙмаларҙың 99 проценты кисектермәҫлек эшмәкәрлек талап итмәй. Ә социаль селтәрҙәрҙең билдәләрендә эленеп торған һандар ни тиклем ылыҡтыра. “Мин – популяр, минең менән ҡыҙыҡһыналар” тигән алдатҡыс тойғо ҡулдарҙы үҙенән-үҙе гаджетҡа үрелергә мәжбүр итә. Дөрөҫөн әйткәндә, компьютерҙа йәки телефонда ошо иҫкәрмәләрҙе һүндереп ҡуйыу отошлораҡ.
“Алкоголизм йә наркомания менән сағыштырғанда, кешенең виртуаль киңлек менән артыҡ мауығыуы бер ни түгел” тигәндәр ҙә бар. Ни тиклем ҙур яңылышыу! Һеҙ бит үҙегеҙҙең ҡәҙерле ваҡытығыҙҙы, ҡабатланмаҫ ғүме­регеҙҙе бушҡа сарыфлайһығыҙ.
Интернет һеҙҙе тоҙаҡҡа эләктергәнен нисек аңларға? Бәйлелек — нимәнелер контролһеҙ ҡулланыу, ниндәйҙер ғәмәлгә самаһыҙ ваҡытты, көстө бүлеү. Шулай итеп, кеше ысынбарлыҡтан алыҫлаша бара, яуаплылыҡ, сама тойғоһон юғалта, ниндәйҙер күңелһеҙлектәрҙән виртуаль донъяға ҡаса. Көндәлек тормоштан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисермәй икән, ул уны Интернет селтәренән эҙләй. Ә унда үҙегеҙҙе кем тип танытһағыҙ ҙа була. Әңгәмәләрҙә ят исем менән ҡатнашырға, теләк буйынса үҙен ир йә ҡатын тип билдәләргә, уҫал йә ымһындырғыс итеп яуап бирергә, хис-тойғоно йәшермәҫкә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, мөмкинлектәр шундай күп, һәм был һеҙҙе арбай, ылыҡтыра, яулап ала.
Интернетта аралашҡандан һуң, уйҙарға батып, йоҡламай ятҡанығыҙ бармы? Әгәр ҙә кемдеңдер фекере менән килешә алмай, йоҡоһоҙлоҡтан йонсойһоғоҙ, ә тынысланыр өсөн виртуаль әңгәмәсене урынына ҡуйырға кәрәк икән – был да Интернетҡа бәйлелектең бер төрө. Үҙегеҙгә үҙегеҙ һорау бирегеҙ: ошо проблемалар һеҙгә кәрәкме? Бөтөнләй белмәгән-күрмәгән кешегә нимәлер иҫбатларға маташыу – үҙ-үҙеңә ышанмаусылыҡ билдәһе. Унан һуң, әңгәмәсе ниндәй фекерҙе еткерергә теләгәнен яҙманан ғына билдәләп булмай: ғәҙәттә, беҙ нимә уҡырға теләйбеҙ, шуны күрәбеҙ. Мәҫәлән, ҡайһы саҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙан шундай зар-интизар ишетергә тура килә: йәнәһе, һөйгәненә ҡайнар хистәрен теҙеп яҙған, ә уныһы бер-ике ҡоро һөйләм менән яуап биргән. Был бит гүзәл зат уйлап сығарған уйҙырма! Ул яҙманы үҙе теләгәнсә аңлаған, ә ирҙең селтәр аша йылы һүҙҙәр яҙып ултырырға теләге лә, ваҡыты ла юҡ.
Ҡайһы бер йәштәр бер үк фатир эсендә булып та, йәнле аралашыуҙы түгел, ә гаджет аша яҙышыуҙы хуп күрә. Был да — селтәргә бәйлелектең бер төрө, ысынбарлыҡта әңгәмә ҡора белмәүҙән килә.
Интернет аша танышып, оҙаҡ аралашып, ысынбарлыҡта осраш­ҡандан һуң, күҙаллауҙарҙың ни тиклем реаль образға тап килмәгәнен аңлағандар күпме! Ҡыҫҡаһы, селтәр ул – мираж, был донъя үҙ ҡанундары менән йәшәй, ҡәҙимге тормоштағы ҡағиҙәләр унда эшләмәй.
Әгәр ҙә үҙегеҙҙә йәки яҡыны­ғыҙҙа Интернет селтәренә бәйлелек билдәләре күрәһегеҙ икән, проблеманы кисекмәҫтән хәл итә башлағыҙ! Бының өсөн тәүҙә иң ябай һорауға яуап бирергә кәрәк: ни өсөн шунса ваҡытты һеҙгә виртуаль донъяла уҙғарырға, ихтыяр көсөгөҙгә ышанығыҙ, селтәрҙәге аралашыуҙы, лайктар ҡуйыуҙы йәки уларҙы кемдер ҡуйғанды көтөүҙе, бармаҡтарығыҙ талғансы комментарий яҙыуҙы һәм башҡа ошондайыраҡ эшмәкәрлекте ҡырҡа кәметегеҙ, гаджетты самалап тотоноғоҙ. Әгәр ҙә килеп сыҡмай икән, психологка мөрәжәғәт итегеҙ.
Иң мөһиме – кешене ысын­барлыҡҡа бурыс тойғоһо, яуаплылыҡ, ниндәйҙер донъяуи мәшәҡәттәр ярҙамында түгел, ә ҡыҙыҡһыныуҙар, хис-тойғолар, сәйәхәт, спорт һәм башҡа ғәмәлдәр менән ылыҡтырыу фарыз.
Интернеттағы абруйға таянып ҡына үҙегеҙҙең уңышлы икән­легегеҙҙе билдәләү – ҙур хата, сөнки был – иллюзия, танылырға теләү, иғтибар көҫәү. Быны бәләкәй баланың мөхәббәт һәм йылылыҡҡа мохтаж булыуы менән сағыш­тырырға мөмкин. Аңлағыҙ: әгәр ҙә виртуаль донъя ысынбарлыҡтан мөһимерәк икән, тимәк, был — ниндәйҙер проблемаларҙан ҡасыу. Ә улар бер ҡайҙа ла китмәйәсәк, киреһенсә, хәл-торошто насарай­тасаҡ ҡына.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 443

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513