Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Дауа – аяҡ аҫтындаИҫке Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре районыбыҙҙа иң әүҙем эшләгәндәр иҫәбендә. Мәғариф ветераны Мәмдүнә Зарипова етәкселегендә әленән-әле файҙалы, үҙенсәлекле саралар үткәрелеп тора. Был юлы Экология йылына арнап, “Дауа – аяҡ аҫтында” тигән йөкмәткеле осрашыу ойошторолдо.
Урындағы “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы, ауыл китапханасыһы Гөлфинә Исламова экологик уҡыуға килгәндәр өсөн дарыу үләндәре тураһында китаптар күргәҙмәһе лә әҙерләп ҡуйғайны. Әйткәндәй, тәжрибәле китапханасы йыл әйләнәһенә өлкәндәр һәм уҡыусылар ярҙамында әүҙем эш алып бара. Йәйге каникул мәленә лә балалар менән тәбиғәтте һаҡлау, хайуандар, үҫемлектәр донъяһы хаҡында файҙалы, мауыҡтырғыс саралар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар планлаштырған.
Дарыу үләндәренә арналған сарала Яңы Ҡаранан Минзилә Мөғтәбәрова, Фәнзилә Әхтәмова, Әлйәгештән Лилиә Бәҙретдинова, Иҫке Ҡаҙансынан Фәниә Ғайсина, Әлфиә Шакирова, Фәнәүиә Хәлилова, Флүзә Сүлимова, Рушания Заманова, Миңһылыу Исламова ҡатнашты. Ҡаҙансы ағинәйҙәре менән осрашыуға Асҡын “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Зимфира Закирова килгәйне.
– Тәнебеҙгә лә, йәнебеҙгә лә дауа булған дарыу үләндәре аяҡ аҫтында түшәлеп үҫә. Беҙ уларҙың ҡәҙерен генә белмәйбеҙ. Дарыу үләндәрен файҙаланыу кешегә сирҙәрҙе тиҙерәк еңергә мөмкинлек бирә, төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү сараһы ла булып тора, — тип барыһын да сәләмләп һүҙен башланы Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы. Ул күргәҙмәгә алып килгән дарыу үләндәре менән таныштырып, һәр береһенең ниндәй сирҙән килешкәнен, уны ҡасан һәм нисек йыйыу, ҡулланыу тәртибе тураһында ентекле һөйләп, кәңәштәрен еткерҙе. Бер үк ваҡытта тәбиғәткә зыян килтермәҫкә кәрәклеген дә иҫкәртте.
– Ғөмүмән, мин һеҙгә шуны кәңәш итер инем: дарыуҙарҙы аптеканан эҙләмәгеҙ, уны үҙегеҙҙең аяҡ аҫтында табырға тырышығыҙ. Ана, әрем – күп сирҙән дауа. Кесерткән, бөтнөк, бәпкә үләне һәм башҡалар ҙа.
Зимфира Фәтихйән ҡыҙы ла дарыу үләндәренә ҡағылышлы фекерҙәрен еткерҙе, уларҙы ҡулланыу буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм Ҡаҙансы ағинәйҙәренә артабан да шулай әүҙем, берҙәм булырға, илһамланып эшләргә саҡырҙы.
Шулай итеп, дарыу үләндәре тураһында сәғәттәр буйына һөйләргә була. Ҡайһы берҙәре туҡлыҡлы ла. Тик үләндәр менән эш иткәндә лә “самаһын белһәң – дарыу, белмәһәң – ағыу” тигәнде оноторға ярамай. Был турала сара барышында ағинәйҙәр ҡат-ҡат әйтте. Бер-береһенең сығышын тыңлап, хәтер һандығына һалып ултырҙы, яҙып барыусылар ҙа булды.
Үлән сәйҙәренең файҙаһына ла туҡталдылар. Уларҙы ла самаһыҙ ҡулланыуҙан һаҡ булырға кәрәклеген иҫкәрттеләр. Үлән сәйҙәренең ҡайһыһы тынысландырыу, көс биреү, һауыҡтырыу һәм башҡа көскә эйәлеген билдәләнеләр. Әйткәндәй, сара аҙағында барыһын да экологик яҡтан таҙа ризыҡ (үҙҙәре етештергән) һәм шифалы сәй (үләндән, еләк-емештән — барыһы бергә 17 төр!) менән һыйланылар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 047

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 375

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158