Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр урында үҙ кеше
Маҡсатҡа ынтылыусан, тырыш, егәрле кешеләрҙең ошо сифаттары бала саҡтан уҡ билдәле булалыр. Ғәҙәттә, ундай балаларҙың холоҡ-ғәҙәте, һәләте үҫә төшкәс тә үҙгәрмәй һәм халҡына, яҡындарына файҙа килтереүгә, изгелек эшләүгә йүнәлтелә. Үрге Әүжән участка дауаханаһының баш табибы Гүзәл Хәйбуллина ла бала саҡтан сәмсел, ныҡышмал булып үҫә.

Бынан күп йылдар элек Исмаҡай ауылы егете Салауат Мәһәҙей улы, ситтән тороп БДУ-ның тарих факультеты студенты, Бөрйән һылыуы Фәриҙә Фәсхетдин ҡыҙына ғашиҡ була. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан йәштәр оҙаҡ уйлап тормай өйләнешергә хәл итә. Медицина училищеһын тамамлаған йәш килен Исмаҡай ауылында фельдшер булып эш башлай. Үҙен ҡайны-ҡәйнәһе генә түгел, ауыл халҡы ла яҡын итә. Ир – мәктәп директоры, ҡатын фельдшер булған йәш ғаиләлә баш бала – ҡыҙҙары Гүзәл – донъяға килә. Егәрле кешеләрҙең балалары ла үҙҙәренә оҡшай, әлбиттә. Көнө-төнө эштән бушамаған ата-әсәһе өлгөһөндә Гүзәл дә бик һәләтле, зирәк булып үҫә. Тиҙ үк һанарға, уҡырға өйрәнә һәм биш кенә йәшендә мәктәп партаһы артына ултыра. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен тырыш, өлгөлө бала итеп күрһәтә. Ошо сифаттары арҡаһында һәләтле ҡыҙ 10 йәшендә “Артек” пионер лагерына юллама менән бүләкләнә.
Әсәһе Фәриҙә апайҙың ауылдаштары һаулығын ныҡлы ҡайғыртҡан, күптәрҙең хөрмәтен яулаған изге күңелле, иғтибарлы фельдшер булыуын бәләкәйҙән күреп, тойоп үҫкән Гүзәлде ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау борсомай. 13 йәшендә мәктәптең һигеҙ класын “бишле” билдәләренә генә тамамлағас, Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Бар яҡлап та алдынғы, әүҙем ҡыҙ бында ла һынатмай, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Уны йүнәлтмә буйынса Өфөгә ебәрәләр. Әммә күңеле ауылға тартылған ҡыҙ, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына барып, үҙ теләге буйынса Нуриман районының Оло Тиңкәш фельдшер-акушерлыҡ пунктына эшкә күсә. Уға һигеҙ ауыл халҡының ғүмере ышанып тапшырыла. Ун һигеҙ йәшлек ҡыҙ бында ла тиҙ арала барыһы менән дә уртаҡ тел табып, ышаныс яулай. Абруйлы, тырыш фельдшерҙың эшен етәкселек тә күрә һәм уны район үҙәгендәге тиҙ ярҙам станцияһы мөдире итеп тәғәйенләй.
1988 йылда Гүзәл Салауат ҡыҙы белемен камиллаштырыу маҡсатында Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә һәм, уны уңышлы тамамлап, Белорет районының Ҡағы амбулатор дауаханаһына баш табип итеп эшкә ебәрелә. Ошонда тормош ҡора, ҡыҙы Диана донъяға килә. Бер аҙҙан Гүзәл Салауат ҡыҙын Үрге Әүжән участкаһы дауаханаһына баш табип итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала 17 йыл эшләү дәүерендә ул Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, район Советы һәм хакимиәтенең бихисап Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына, “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” исеменә лайыҡ була.
Өлкәлә бай тәжрибә туплаһа ла, Гүзәл Салауат ҡыҙы һөнәре буйынса камиллашыуҙан туҡтамай. Ауыл ерендә медицина белгестәренең етешмәүен иҫәпкә алып, ике йыл элек ул дөйөм практика табибына уҡый һәм ҡыҙыл диплом ала. Бының менән генә ҡәнәғәтләнмәй, ультратауыш менән тикшереү үҙенсәлектәрен дә үҙләштерә. Юғары категориялы табип хаҡында Үрге Әүжән ауыл хакимиәте башлығы М.П. Телятников та тик йылы һүҙҙәр генә әйтә.
– Гүзәл Салауат ҡыҙы – үҙ эшенең ысын оҫтаһы, – ти ул. – Бурысын намыҫ менән үтәй, мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһен дә ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Файҙалы кәңәштәре менән дә дауалай белә ул. Депутат булған ваҡытында ла биләмә халҡы өсөн бик күп эш башҡарҙы. Дөйөм мәнфәғәт өсөн ваҡытын да, үҙен дә йәлләмәй. Оҙаҡ йылдар төпкөлдә кешеләр сәләмәтлеге һағында тороуы ғына ла уның үҙ эшенә ни тиклем тоғро, яуаплы булыуын күрһәтә.
Исмаҡай дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Ғ.Н. Хитауллина иһә:
– Гүзәл Салауат ҡыҙын ауылдашыбыҙ булараҡ ҡына түгел, изге күңелле, һәр саҡта ла кеше хәленә инә белгән алсаҡ табип итеп тә беләбеҙ, – ти. – Ауылыбыҙҙан сыҡҡан юғары категориялы берҙән-бер табип ул. Кабинетта ғына ултырмай, урындарға сығып та ҡабул итеүҙәр ойоштора. Шуға күрә халыҡ үҙен ярата, хөрмәт итә. Ауырыуҙарҙың барыһы ла уға эләгергә теләй.
Эшеңдең һөҙөмтәһен күрә беләләр, баһалайҙар икән, тимәк, үҙ юлыңдан дөрөҫ бараһың. Хеҙмәт кешеһе өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы һуң?

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519