Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ғүмерең ҡәҙерлеме, янсығыңмы?”
Һаулыҡ һаҡлау тармағындағы реформалар хаҡында
“Ғүмерең ҡәҙерлеме, янсығыңмы?”Таң алдынан күргән төш нығыраҡ иҫтә ҡала. Имештер, бер юлбаҫар яғамдан
тотоп алған да: “Ғүмерең ҡәҙерлеме, янсығыңмы?” – тип бысағын күкрәгемә терәй. “Ғүмер... Ғү-ү” тип әйтергә теләһәм дә, тел әйләнмәй. Ныҡлабыраҡ ҡараһам, юлбаҫар түгел, аҡ халатлы табип табаһа! Бысағы ла скальпель икән... “Янсыҡ ниңә кәрәк, беҙҙә бит медицина буш...” тип өгөтләргә генә йыйынғанда, уянып киттем.

Элекке заманды иҫләгән төш булды был. Күптән түгел Иҡтисади һәм сәйәси реформалар үҙәге (ЦЭПР) эксперттары илдәге һаулыҡ һаҡлау тармағына реформа үткәреү һөҙөмтәһе тураһындағы доклад баҫтырып сығарҙы. Белгестәр фекеренсә, дауалауҙың йоғонтоһон яҡшыртыу урынына ҡулайлаштырыу процесы, нигеҙҙә, дауаханаларҙы һәм медицина хеҙмәт­кәрҙәрен кәметеүгә генә алып килде. Һөҙөм­тәлә халыҡтың дауаланыу мөмкинлеге лә аҙай­ҙы. Башҡортостанда ла, республиканың статистика идаралығы мәғлүмәттәренә ҡара­ғанда, түләүһеҙ медицина хеҙмәте кәмей бара. 2000 йылда беҙҙең төбәктә 329 дауахана эшләһә, хәҙер уларҙың һаны 164 кенә. Бер юлы уларҙағы урындар һаны ла аҙая.
– Башҡортостанда ҡулайлаштырыу 2008 йылдан алып тормошҡа ашырыла, – ти рес­публиканың һаулыҡ һаҡлау министры урын­баҫары Рәмил Хәмитов “РБК” агентлығы мәғлүмәттәрендә. – Ул барыһынан элек сы­ғымдарҙы һаҡсыл тотоноуға, матди-техник ба­заны нығытыуға, учреждениелар һанын һәм селтәрен ҡулайлаштырыуға йүнәлтелгән. Үҙгәртеп ҡороу барышында район һәм ҡалалар етәкселегенең фекере иҫәпкә алына, йәмәғәт тыңлауҙары үткәрелә, табиптар һәм шәфҡәт туташтары һаны кәметелмәй.
Ғәмәлдә иһә һаулыҡ һаҡлау тармағын әүҙем үҙгәртеп ҡороу 2000 йылдарҙың башынан алып бара. Был бигерәк тә ауыл еренә ҙур зыян килтерҙе. Ошо уҡ агентлыҡтың хәбәр ите­үенә ҡарағанда, Йылайыр, Ҡариҙел, Бөрйән, Күгәрсен райондарында һәр 10 мең кешегә иҫәпләгәндә, дауаханала урындар һаны ике тапҡырға, Дүртөйлө һәм Асҡын район­дарында 30-ар процентҡа ҡыҫҡарҙы.
– Һаулыҡ һаҡлауҙа реформа кәрәк ине, сөн­­ки дауаханалағы урындарҙы тейешенсә файҙала­ныу талап ителә, ә койкалар буш тор­­ған осраҡта уларҙың һанын кәметергә кәрәк, – ти элекке Дәүләт Думаһы депутаты, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙа­бае­ва. – Ләкин шуның менән бергә амбулатория-поликлиника ярҙамын үҫтерергә, бының өсөн тәүге ярҙам звеноһын кадрҙар менән тәь­мин итергә, ҡала поликлиникаларында көн­дөҙгө стационарҙар ойошторорға тейеш­тәр ине.
Уның урынына поликлиникалар ҙа кәме­телде: республикала уларҙың һаны 505-тән 411-гә ҡалды, һөҙөмтәлә уларға йөрөүселәр һаны 13 процентҡа артты. Һуңғы йылдарҙа республикаға медицинаны үҫтереү өсөн бирелгән миллиардтарса һум аҡсаны тармаҡ министрлығы, нигеҙҙә, юғары технологиялы ҡорамалдар һатып алыуға тотонған, шул уҡ ваҡытта тәүге ярҙам кимәле мәхрүм ҡалған, был иһә медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатына һәм күләменә зыян килтергән.
“РБК” агентлығы Сәлиә Мырҙабаеваның фекеренә һылтанып яҙыуынса, республикала һаулыҡ һаҡлауҙы ҡулайлаштырғанда төбәктең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмағандар. Ауыл халҡының күпселекте тәшкил итеүе, ауыл һәм ҡалаларҙың тығыҙ урынлашмауы, ауыл­дарҙың ҡаланан алыҫта булыуы, билә­мәнең ҙурлығы ла күҙ уңында тотолорға тейеш ине.
– Урындағы үҙенсәлектәр иҫәпкә алынған ерҙә үҙгәрештәрҙең йоғонтоһо яҡшы булыуы әле үк күренә: үлем осраҡтары һаны кәмей, ғүмер оҙонлоғо арта. Медицина хеҙмәтлән­дереүенән ҡәнәғәтһеҙлек белдергән ялыуҙар ҙа ул тиклем күп түгел, – ти Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.
Әлбиттә, Рәсәй буйынса дөйөм хәл дә шуға оҡшаш. ЦЭПР раҫлауынса, реформа үткәреү тәртибе федераль кимәлдә лә аныҡ билдәлән­мәгән. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты штабы ағзаһы, медицина фәндәре кандидаты Эдуард Ғәбдрәҡипов белдереүенсә, һаулыҡ һаҡлауҙы ҡулайлаштырыу дауаханала урын­дарҙың һәм хеҙмәткәрҙәр һанын кәметеүгә түгел, ә сис­теманы үҫтереүгә йүнәлтелергә тейеш. Үҫте­реү тип был осраҡта эш күрһәткестәрен анализлау һәм күҙәтеп барыуға, шул иҫәптән мат­­ди-техник тәьминәткә сығымдарҙың кәрә­генсә генә булыуы, йоғонтоһо аҙ булған бина­лар­ҙы маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу, учреж­де­ниеларҙы мәғлүмәтле итеү һәм уңайлылыҡ тыуҙырыу аша хеҙмәт­кәрҙәрҙең эшен яҡшыр­тыу күҙ уңында тотола. Эксперт дауалау ойош­маларын бергә ҡушыу һәм бер юлы уларға идара итеүҙең йоғонтоһон арттырыу яҡлы. Шуның менән бергә ул халыҡ һаны кәмегән саҡта ла фельдшерлыҡ пункттарын ябыуға ҡаршы.
Бынан бер ай самаһы элек Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы республикала граждандар йәмғи­әтенең үҫеш кимәле буйынса доклад әҙерләгәйне. Унда һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын ябыу мәсьәләһе лә күтәрелде. “Дауа­ханаларҙан тыш фельдшер һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары ла ябыла, йәғни респуб­ликалағы 171 ауыл тәүге медицина хеҙмәт­ләндереүенән мәхрүм ҡалды, был кәметеү күре­неше әле лә дауам итә” тип әйтелә докладта. Ләкин беҙҙең республикалағы фельдшер-акушерлыҡ пункттары ил буйынса уртаса кимәлдән ике тапҡырға күберәк.
– Санитар талаптарға яуап бир­мәгән һәм тәғәйен беркетелгән халҡы булмаған пункттар ғына ябыла, – тип аңлатты Рәмил Хәмитов. – Туҙғандары урынына яңылары төҙөлә. 2020 йылға саҡлы 500 фельдшер-акушерлыҡ пункты моделен һатып алыу планлаштырыла. Был осраҡта ғәмәлдәге пункттар һаны арттырыл­маясаҡ.
“Ғүмерең ҡәҙерлеме, янсығыңмы?”Шулай ҙа төп мәсьәлә – кадрҙар етешмәүе. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр 39 фельдшер-акушерлыҡ пункты белгес булмауы арҡаһында эшһеҙ торған, тағы ла йөҙҙән ашыу пунктта медицина хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә эш урынында булараҡ хеҙмәт иткән. Фельдшерҙарҙы ауылға эшкә йәлеп итер өсөн власть махсус программа ҡабул итте: ауыл ерендә кәмендә биш йыл эшләргә әҙер булғандарға 500 мең һум аҡса бирелә. Быйыл республикала ошо алым менән 72 фельдшерҙы саҡы­рырға уйлайҙар.
Табиптар өсөн, белеүебеҙсә, “Ауыл табибы” программаһы эшләй. Хәҙер унда ҡатнашырға теләгән табиптарҙың йәшен дә оҙайттылар: бер миллион һум “подъемный”ҙы 50 йәшкә тиклемге табип та алырға мөмкин. Был уңышлы эшләй тип әйтергә була: 2012 йылдан алып программа шарттары менән бер меңдән ашыуыраҡ белгес файҙа­ланған, ләкин ауыл ерендә улар элеккесә етешмәй.
Шул уҡ ЦЭПР докладында медицина персо­налының эш хаҡына айырым иғтибар бирелә, сөнки ҡулай­лаштырыу һаулыҡ һаҡлау тармағын үҙгәртеп ҡороу нигеҙендә эш хаҡын арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы бит. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Май указдары”на ярашлы, 2017 йылда табиптарҙың уртаса эш хаҡы ил буйынса уртаса кимәлдең 180 процентын тәшкил итергә тейеш. Статистика мәғлүмәт­тәренә ышанһаҡ, Башҡортостанда уртаса эш хаҡының 26 мең 800 һум булыуын күрербеҙ. Тимәк, был осраҡта табиптың эш хаҡы 48 мең 200 һум булырға тейеш. Шул уҡ “Башстат” бөгөн үк был күрһәткес 43 мең һум тәшкил итә тип раҫларға тырыша. Әммә, табиптар үҙҙәре әйтеүенсә, уларҙың бер ставкаһының эш хаҡы 18 мең һумдан да артмай, йәғни уртаса кимәлдән дә түбәнерәк. Хеҙмәт хаҡын күпмегәлер арттырыуға өлгәшеү өсөн уларға тәүлек буйы эшләргә, ял көндәрендә лә дежурға сығырға тура килә.
Беҙҙең медицинаға бөгөн ҡапма-ҡаршылыҡлы ике сифат хас: беренсенән, техник яҡтан иҫ киткес алға китеш: диагноз ҡуйыу өсөн мәғлүмәттәрҙе күҙ асып йомған арала әҙерләп биргән аппараттар, операция мәлендә сирленең тәнендәге һәр үҙгәреште белеп торған һиҙгер приборҙар... Заманса ҡорамалдар хәҙер һәр район дауаханаһында барҙыр, моғайын (әлбиттә, нигеҙҙә сит ил ҡорамалдары), һәм улар әленән-әле яңыртыла. Әммә, икенсе­нән, сирлегә мөнәсәбәт, уға заманса уңайлыҡтар тыуҙырыуҙан алып тиҙерәк һауыҡтырыуға хәтлем булған хәстәрлек, йәғни эштең сифаты менән ҡыҙыҡһыныу кәмей бара.
Әлеге доклад шул сәбәпле күп кенә табиптарҙың һәм урта медицина персоналының шәхси медицина үҙәктәренә эшкә күсергә мәжбүр булыуы тураһында яҙа. “РБК-Өфө” хәбәр итеүенсә, беҙҙең республикалағы медицинала ла хосуси секторҙың өлөшө арта бара. Аналитиктар аңлатыуынса, кешене түләүле хеҙмәткә мөрәжәғәт итергә билдәле шарттар мәжбүр итә: “ҡәҙимге” дауалау учреждениеһында диагноз ҡуйыу һәм дауалауҙың бик оҙаҡҡа һуҙылыуы, табиптың ҡабул иткәнен йәки анализдың һөҙөмтәһе әҙер булғанын көтөү нормала ҡаралғандан бер нисә тапҡырға ашып китеүе ихтимал. Табипҡа телефондан яҙылыу ҙа еңел түгел: тәүҙә телефон номеры буш түгел (регистратура булғас, шылтыратыусылар күптер тип уйларға ла була), аҙағыраҡ трубканы алалар һәм... талондарҙың таратылып бөтөүе тураһында хәбәр итәләр. Таң һарыһынан тороп полик­линикаға үҙең килһәң дә, йыш ҡына уңышһыҙ­лыҡҡа осрайһың: талондар ни өсөндөр бик тиҙ бөтә. Күрәһең, таныш-белешкә көнэлгәре таратылған.
– Ҡулайлаштырыуҙың ыңғай яғы ла бар – беҙ яңы ҡорамалдар алдыҡ, яңы дауалау алымдарын өйрәндек, ауыр хәлдәге сирлеләргә ярҙам кимәле яҡшыртылды, әсә менән балаға иғтибар артты, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре кандидаты Римма Үтәшева. – Ләкин реформаның кире яҡтары ла бар. Һаулыҡ һаҡлау тармағында хәҙер бөтә шарттарҙы страховкалау медицинаһы билдәләй. Табиптарҙы бер туҡтауһыҙ отчет менән шөғөл­ләнгән бюрократтарға әйләндерҙеләр. Медицинаны шәхси ҡулдарға тапшырырға ярамағанына, уны дәүләткә кире ҡайтарырға кәрәклегенә иманым камил.
Эксперттар яҙыуынса, һаулыҡ һаҡлауҙа страховка моделе бағланған өмөттө аҡламай. “Аҡса пациент артынан үҙе барасаҡ” тигән ҡағиҙәгә ышаныу бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылда медицинаны финанслап еткермәүгә алып килде. Белгестәрҙең ошо мәҡәләләге фекерҙәренән күре­үебеҙсә, һаулыҡ һаҡлау учреждение­ларындағы барлыҡ бәләләр шул нигеҙҙә тыуа.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 498

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 249

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 157