Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡымыҙ һәм уның менән дауалау
Советтар Союзының ҡымыҙ санаторийҙары үҙҙәренең аҙ ғына йәшәү ваҡыттары эсендә ҙур уңыштарға өлгәштеләр һәм туберкулезға ҡаршы көрәштә ҙур роль уйнай торған дауалау учреждение-ларына әйләнделәр.
Ҡымыҙҙың организмға тәьҫире ҡатмарлы һәм күп яҡлы. Дөрөҫ ҡулланған саҡта бик күп файҙаһы тейә. Уларҙың ҡайһы берҙәрен генә күрһәтәйек: беренсенән, ҡымыҙ бик туҡлыҡлы. Организмдың тиҙ үҙләштереүе яғынан ул башҡа бөтә һөт продукттары араһында иң беренсе урында тора. Бынан тыш, ҡымыҙ аҙыҡтың яҡшы үҙләштере­леүенә ярҙам итә, ашҡаҙандың эшен яҡшырта, аппетитты арттыра. Ҡымыҙҙа организмды нығытыу өсөн кәрәкле булған С витаминының күп булыуы һәм был яҡтан апельсин, лимон кеүек емештәргә тиң булған­лығын билдәләргә кәрәк. Хәлһеҙлән­гән организмға көс керетеүҙә лә ҡымыҙҙың файҙаһы ҙур. Уның менән дауаланғанда тотош организм нығый, мускулдарҙың көсө арта. Ҡымыҙҙың ҡан составына яҡшы тәьҫир итеүе, организмда матдәләр алмашыныу эшен яҡшыртыуы, ауырыу кешеләр­ҙең нервылар системаһын сыныҡ­тырыуы тураһында мәғлүмәттәр бар.
Был моменттарҙың бөтәһе лә үпкә туберкулезын дауалағанда айырыуса ҙур әһәмиәт ҡаҙаналар. Үпкә туберкулезы организмды хәлһеҙләндерә, ашты һеңдереү органдарының эшен ҡаҡшата, аҙыҡтың үҙләштереү дәрәжәһен кәметә, аппетитты юғалта, организмдың витаминдарға талабын арттыра.
Санаторийҙарҙа ҡымыҙ менән дауаланыу, туберкулез менән ауырыған кешенең организмын нығытып, уның ауырыуға ҡаршы тороу көсөн арттыра. Үпкәләрҙә туберкулез процесы тыма башлай һәм шешеү күренеш­тәре аҙая. Ауырыу кешеләрҙең эшкә булдыҡлылыҡтары арта, кәйефтәре күтәрелә.
Бына шуға күрә лә ҡымыҙ үпкә туберкулезын дауалауҙа бик ҡим­мәтле средство булып тора. Ләкин уны врачтарҙың күрһәтмәһе буйынса билдәле бер күләмдә һәм дөрөҫ итеп эсергә кәрәк. Шунһыҙ ҡымыҙҙың ауырыу организмға зарар килтереүе лә мөмкин.
Ҡымыҙ менән специаль дауалау учреждениеһында, тейешле обстановкала һәм врачтың күҙәтеүе аҫтында дауаланырға кәрәк.
Башҡортостан хәҙерге ваҡытта ҡымыҙ менән дауалауҙың үҙәге булып тора. Башҡортостанда государственный “Шафран” курортынан башҡа, туберкулезды ҡымыҙ менән дауалай торған тағы бер нисә санаторий бар. Чехов һәм Аксаков исемендәге санаторийҙар – иң билдәлеләре.
Айырыуса матур урында урын­лашҡан Чехов исемендәге санаторий дауаланыу һәм ял итеү өсөн бик уңайлы урын. Ул урман араһында тора, унда эсеү өсөн тәмле шишмә һыуҙары, ҡойоноу һәм кәмәлә йөрөү өсөн ҙур быуа бар. Бында ябыҡ формалағы туберкулездан, үпкәнең башҡа төрлө ауырыуҙарынан, ашҡаҙандың ҡайһы бер ауырыу­ҙарынан дауалайҙар.
Аксаков исемендәге санаторийҙа туберкулездың асыҡ (актив) фор­маһы менән ауырығандар дауаланалар. Бында ауырыуҙарға квалификациялы табиптар хеҙмәт күрһә­тәләр. Медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тулы оборудование, рентген, физико-терапевтик кабинет, лаборатория, бик яҡшы сифатлы ҡымыҙ бар.
Санаторийҙың икеһендә лә ҙур ярҙамсы хужалыҡтар бар.
Уларҙы төҙөкләндереүгә һәм капиталь төҙөлөшкә йыл һайын күп сығым тотола. Башҡортостандың санаторийҙар управлениеһы һәм санаторийҙарҙың етәкселәре алдында хәҙер дауаланыусылар һәм ял итеүселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм уҙған йылдағы етешһеҙлектәрҙе ҡабатламай йәйге сезонды башлап ебәреү бурысы тора.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1941 йыл, 23 май).
Баҫмаға Китап палатаһы әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 498

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 250

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 157