Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ябай ғына ҡағиҙәләр...
Күптәр сәләмәт тормоштоң өҫтөнлөктәрен тейешенсә баһалап бөтмәй, бәғзеләр уны хатта төрлө тыйыуҙарға синоним итеп тә ҡарай. Ысынбарлыҡта иһә бындай йәшәү рәүеше ҡорбандар талап итмәй, киреһенсә, һаулыҡты нығыта, кәйефте күтәрә. Ошонан сығып, гәзит уҡыусыларға көндәлек тормошта ҡулланырлыҡ ябай ғына кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ.
= Сифатлы аҙыҡ ашарға тыры­шығыҙ, был йәһәттән экономия урын­һыҙ. Ризыҡ – һау-сәләмәт һәм оҙон ғүмерҙең нигеҙе.
= Мөмкин булғанда, һәр ваҡыт йәйәү йөрөгөҙ. Әүҙем хәрәкәт булғанда ғына, организм үҙендә “май” йыймай.
= Ресторан-кафела шик тыуҙырған аҙыҡтарҙан баш тартығыҙ. Ағыуланыу, ашҡаҙандың көйһөҙләнеүе организм­дың бик күп көсөн сарыф итә.
= Аҙыҡ-түлекте һыуытҡыста тотоғоҙ – улар оҙағыраҡ һаҡланасаҡ. Һаҡлау срогы үткән ризыҡты йәлләмәйенсә таш­ла­ғыҙ – файҙаһынан зыяны күберәк.
= Эшегеҙ ултырып башҡара торған икән, сәғәт һайын өс минут самаһы “яҙылып алыу” ойоштороғоҙ – һуҙылығыҙ, тартылығыҙ, эйелегеҙ, боролоғоҙ, иңбаштарҙы күтәреп төшөрөгөҙ һәм башҡалар. Быны ултырғыстан тормайынса ла эшләргә була.
= Нисек кенә ҡыйын булмаһын, тартыуҙы ташлағыҙ. Беренсенән, был аҡсаны экономияларға ярҙам итә. Икенсенән, организмығыҙ төрлө зарарлы матдәләр менән ағыуланыуҙан туҡтаясаҡ. Әйткәндәй, улар араһында никотин ғына иң ҡурҡынысы түгел.
= Юҡ-бар өсөн борсолмаҫҡа тырышығыҙ. Кеше ни тиклем күберәк тынысһыҙлана, нервыларын сарыфлай, шул тиклем тиҙерәк ҡартая. Шулай уҡ, стресс – йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеүҙең, сәс ҡойолоуҙың төп сәбәптәренең береһе.
= Йәшелсә, еләк-емеште бер юлы күп итеп алмағыҙ, ашап бөтөрөрлөк кенә булһын.
= Алкоголле эсемлектәр ҡулла­наһығыҙ икән, уның миҡдарын сикләү зарур. Бөтөнләй баш тартҡанда, бигерәк тә һәйбәт.
= Асыуланаһығыҙ икән, быны асыҡтан-асыҡ эшләгеҙ – күңелегеҙ бушап ҡалыр, сөнки насар тойғоларҙы эскә йыйыу организм өсөн бик зарарлы.
= Төҙ ултырығыҙ, тура атлап йөрөгөҙ, муйынды ла төҙ тотоу зарур. Күп ауырыуҙарҙың сығанағы – умыртҡа һөйәге проблемаларынан.
= Күп итеп һыу эсегеҙ. Уртаса норма – көнөнә 1,5-2 литр. Был миҡдарҙың 50 процентын ашаған аш, эскән сәй, һуттар менән тултырырға кәрәк.
= Ғаиләле кеше булһағыҙ, бигерәк шәп. Белгестәр билдәләүенсә, ғаиләле кешеләр 5-7 йылға оҙағыраҡ йәшәй.
= Ашарға бешергәндә, ризыҡты ҡыҙҙырырға тырышмағыҙ, парҙа, һыуҙа бешерегеҙ, томалағыҙ.
= Канцерогенлы аш-һыуҙан баш тартығыҙ – һүҙ ыҫланған, майҙа ҡыҙ­ҙырылған, юғары температураларҙа эш­кәртеү үткән аҡһымлы, консерва­ланған, маринадланған, тоҙланған продукттар тураһында бара. Уларға, ғә­ҙәт­тә, натрий нитриты ҡушылған була. Белгестәр әйтеүенсә, 50 грамм ыҫланған колбаса бер ҡап тәмәке күләмендәгесә канцерогенлы булыуы ихтимал. Ә бер банка шпрот 60 ҡап тәмәкегә тиң.
= Тәүлегенә һигеҙ сәғәт йоҡларға тырышығыҙ. Бер ваҡытта ятып, бер ваҡытта тороу уғата файҙалы. Йоҡо физик хәлде яҡшырта, хәтер һәм иғтибарға йоғонто яһай. Йоҡоһо туйған кешенең кәйефе күтәренке, иммунитеты ныҡлы була.
= Насар кәйефтән барлыҡ мөмкин юлдар менән ҡотолорға тырышығыҙ, сөнки төшөнкөлөк – хроник депрес­сияның нигеҙе, ә ул, үҙ сиратында, башҡа мәкерле сирҙәргә юл аса.
= Өйҙә ултырмағыҙ – дуҫ-иштәрегеҙ, туғандарығыҙ менән аралашығыҙ, театрға, киноға, музейға барығыҙ. Ыңғай хис-тойғо күп проблемаларҙы хәл итергә ярҙамлаша.
= Яҡындарығыҙҙы ҡосаҡлап, үбеп алыуҙан тартынмағыҙ – кәйефегеҙ генә түгел, үҙ-ара мөнәсәбәттәрегеҙ ҙә яҡшырыр. Психологтар быны көнөнә һигеҙ тапҡыр эшләргә кәңәш итә.
= Иртәнге аштан бер ваҡытта ла баш тартмағыҙ – һаулыҡ өсөн ул ифрат мөһим. Белгестәр билдәләүенсә, бигерәк тә ир-ат иртәнге ашты үткәреп ебәрергә ярата. Улар инсульт йәки инфаркт кеүек мәкерле сиргә тарыу мөмкинлеген 27 процентҡа арттыра!
= Фатирығыҙҙа йәшеллек күп булһын – улар тормошоғоҙҙо йәмләү менән бер рәттән, һаулыҡ өсөн дә файҙалы.
= Йөҙөү менән шөғөлләнегеҙ, мун­саға йөрөгөҙ. Һыуҙың һаулыҡ, иммунитет өсөн файҙаһы тураһында һөйләп тороу ҙа кәрәкмәй.
= Түҙмәгеҙ! Асығыу, һыуһау, ауыртыу – организмдың сигналдары, уларҙы ҡәнәғәтләндереү фарыз. Әгәр уларға ҡолаҡ һалмаһағыҙ, аҙаҡ дауаланыу ҡиммәткә төшәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509