Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иңендә – яуаплылыҡ
Иңендә –  яуаплылыҡҺәр кем үҙ һаулығын хәстәрләргә бурыслы. Тик тормошта барыһы ла тигеҙ бармай – һәр кем ҡасан да булһа аҡ халатлыларға мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Был йәһәттән үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре иңендә оло яуаплылыҡ ята, бигерәк тә участка терапевтарының эше көсөргәнешле. Һүрәтләмә геройы Лиана Романова ла ошоно иҫбатлай.
Сығышы менән ул Өфөнән. Мәктәпте та­мамлағас та бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға ингән. Интернатура үткәс, юғары белемле медицина белгесен район үҙәгенә эшкә саҡыралар. Төрлө уй-хыялдар менән янып йөрөгән ҡыҙ һынатмай, ең һыҙғанып эшкә тотона.
– 2005 йылда эшкә килгәйнем, 12 йыл хеҙмәт стажы туплап өлгөргәнмен, – ти ул, ваҡыттың ағышына ишаралап. – Коллектив татыу, һәр береһе менән уртаҡ тел табып, тәжрибә уртаҡлашып эшләйбеҙ. Кабинетта ҡабул итеүҙән тыш, өйгә саҡыртыуҙар күп, бигерәк тә һыуыҡ айҙарҙа ашығыс ярҙамға мохтаждар күбәйә. Ҡайһы саҡта ауырыуҙар сиратта ултырып ҡала, йәһәт кенә саҡырыу буйынса сығырға ла тура килә. Ундай саҡтарҙа айырыуса йөрәк өҙгөләнә. Эштә арытһа ла, күңел менән һайланған һөнәр булғас, зарланырға урын юҡ, – ти Лиана Рифат ҡыҙы.
Донъя хәле, буш ваҡыт һәм ике медицина хеҙмәткәренең терәк-таяныс булып йәшәүе хаҡында һүҙ сыҡҡас ул:
— 2009 йылда Константин Евгеньевич тәҡдим яһаны, һәм беҙ ғаилә ҡороп ебәрҙек. Студент саҡтарҙа уҡ танышҡайныҡ, яҙмыш елдәре беҙҙе Архангелдә ҡауыштырҙы. Бөгөн улыбыҙ Евгенийҙы тәрбиәләйбеҙ. Ялды бергә һәм файҙалы үткәрергә тырышабыҙ. Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ. Балыҡ ҡармаҡларға, бәшмәк, еләк йыйырға әүәҫбеҙ, былар беҙҙең яратҡан шөғөл. Арып-талған организм өсөн тәбиғәт үҙе дауа, күңелде имләй, рухи көс, шифа бирә, – ти.
“Иң яҡшы терапевт” исемен йөрөткән I категориялы табип хаҡында күптәрҙән рәхмәт һүҙҙәре ишетергә мөмкин. Лиана Романоваға артабан да яратҡан эшен еренә еткереп башҡарырлыҡ рухи көс, һәр башланғысында уңыштар теләйек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518