Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмер бүләк ит!
Ғүмер бүләк ит! Донъяла яҡшылыҡтан да бөйөгөрәк, юғарыраҡ нәмә юҡ. Кеше изгелек ҡылып ҡына йәшәргә тейештер. Ҡайһы саҡта иңдәреңә төшкән ауырлыҡтарҙы, һынауҙарҙы үткәндә лә һәр саҡ кемдеңдер ярҙамына мохтажһың. Күптән түгел Халыҡ-ара яман шеш менән сирле балалар көнө уңайынан тәүгә “Ғүмер тамсыһы бүләк ит” акцияһы уҙҙы. Уға республика Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр буйынса совет булышлыҡ итте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт сирле сабыйҙың өсәү­һе генә тулыһынса һауыға. Был тәү сиратта ауырыу­ҙың бик һуң асыҡ­ланыуы менән аңлатыла. Илдә яман шеш сиренә дусар булған балаларҙың һигеҙ процентында ул тик һуңғы стадияла асыҡлана. Онко­логияның 200-ҙән ашыу формаһы бар. Бәләкәс­тәр­гә йыш ҡына лейкемия диагнозы ҡуйы­ла. Был ҡан­дың зарарланыуын аң­ла­та. Һөҙөмтәлә улар йылдар буйы дауаханала ятыр­ға мәж­бүр, күптәре уҡыуын ва­ҡытында тамамлай алмай.
Акция Өфөләге Республика ҡан тапшырыу стан­цияһында үт­те. Йәштәр ваҡытынан күпкә алдан килә башланы. Ҡан тапшырыр алдынан һәр кем табипҡа күренде.
“Рух” йәштәр хәрәкәте рәйесе Фәнис Абдрахманов әйтеүенсә, яман шеш менән ауырыу – ҙур бәлә.
– Ошо акцияны үткәреп, йәмғиәтебеҙҙе “йоҡонан” уятыр­ға теләнек. Эргә-ти­рәбеҙҙә күпме бала ауырый, уларға аҙмы-күпме ярҙам булһын тинек. Ал­лаһ Тәғәлә беҙгә шундай мөм­кинлек биргән: беҙ үҙ аяҡта­рыбыҙҙа йөрөйбөҙ, сәй эсәбеҙ, эшебеҙҙе баш­ҡарабыҙ. Шул шатлығы­быҙ­ҙы ауырыған балалар менән бүлешкебеҙ килде. Әлеге диагноз үлем тигән һүҙ тү­гел. Бөгөн был сирҙе еңеп була. Был көндө шулай уҡ “ышаныс көнө” тип атар инем. Ил тө­көрһә – күл була, тигәндәй, ошон­дай акциялар күберәк үтһә, беҙ ауырыуҙы еңәсәкбеҙ, – ти ул.

Айгиз БУРАНҒОЛОВ:
– Был хәйриә сараһы тура­һын­дағы хәбәрҙе шатланып ҡабул иттем. Сауаплы эшкә үҙемдең өлөшөмдө индерәйем тинем. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, тән ауырлы­ғым нормаһы тап килмәү сәбәпле ҡан тапшыра алманым. Шулай булһа ла, кәйефем ҡырылманы, сөнки изге ғәмәл ниәткә ҡарап билдәләнә.
Таңһылыу БУЛАТОВА:
– М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия уни­вер­ситетының биология факультетында уҡып йөрөйөм. Берәй балаға саҡ ҡына булһа ла ярҙа­мым тейһен тигән уй менән килдем бында. Ошондай акциялар йышыраҡ ойошторолһа, күпме кешене ҡотҡара аласаҡбыҙ!
Дилә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА:
– “Баймаҡ йәштәре” берлеге менән “Рух” йәштәр хәрәкәте ағзалары ошо акцияға ҡушыл­дыҡ. Дуҫтарға, туғандарға, та­ныш­тарға хәбәр иттек. Гемоглобин кимәлен түбән тип таптылар. Кәйефем ҡырылды, икенсе ҡабат килермен тип һүҙ бирҙем.
Ислам БАЙҒУЖИН:
– Бындай саралар бик кәрәк тип һанайым. Яман шеш менән ауырыған балалар күп. Ҡулы­быҙҙан килә икән, ниңә ярҙам итмәҫкә?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509