Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаҡлауға мохтаж байлыҡ
Һаҡлауға мохтаж байлыҡ Баш ҡаланың шау-шыулы үҙәгендә Өфөнөң иң ҙур һәм алдынғы медицина учреждениеларының береһе – 50-се поликлиника урынлашҡан. Ишектән ингәс тә бөхтәлек, яңы ремонт, заманса йыһазландырылған кабинеттар күҙгә ташлана – был ыңғай күренеште поликлиниканың төрлө адрестар буйынса урынлашҡан барлыҡ бүлексәләрендә лә күҙәтергә мөмкин. Күптәр зарланырға яратҡан һыу буйы сират юҡ – һәр кабинет алдында бер нисә кеше, регистратураға “һөжүм итеүселәрҙе лә” күрмәнек – эш көнө һәүетемсә бара, һәр кем үҙ урынында. Был күренештең сере, әлбиттә, ябай – барыһы ла хужанан тора, ул ниндәй ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирә, эште нисек ойоштора, ошо ғәмәлдәр көндәлек эшмәкәрлектә туранан-тура сағылыш таба.
Һаҡлауға мохтаж байлыҡПоликлиникаға Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре кандидаты, доцент Шамил Миңзөфәр улы ҒӘЛИУЛЛИН етәкселек итә. Уның менән әңгәмәбеҙҙә медицина учреждениеһының бөгөнгөһө хаҡында ғына түгел, заман талап иткән яңылыҡтар, киңәйә барған мөмкинлектәр тураһында һөйләштек.
– Поликлиниканың эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырһағыҙ ине...
– Элек-электән беҙҙең учреждение баш ҡаланың алдынғы поликлиникалары иҫәбендә. Уның 1980 йылда уҡ республиканың алдынғы тәжрибә мәктәбе тип танылыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Был медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәрен йылдан-йыл киңәйтеүгә булышлыҡ иткән: ул йылдарҙа терапия, хирургия, акушер-гинекология хеҙмәттәре барлыҡҡа килгән, клиник-диагностика бүлеге асылған, физиотерапия, ультратауыш, функциональ диагностика бүлеге, рефлекс терапияһы, эндокринология, кардиология кабинеттары, поликлиника шарттарында дауалау өсөн көндөҙгө стационар ойошторолған.
2000 йылдан беҙҙең учреждение Башҡорт дәүләт медицина университетының клиник базаһы булып тора, поликлиника терапияһы кафедраһы эшләй. Әле Совет һәм Октябрь райондарында йәшәгән 83 мең кешене хеҙмәтләндерәбеҙ. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
“Һаулыҡ һаҡлау” өҫтөнлөклө милли проекты нигеҙендә учреждение заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Аш юлын, ашҡаҙанды тикшереү өсөн фиброгастроэндоскоп, ЭКГ аппараты, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын тикшереү өсөн кольпоскоп алынды, лаборатория заманса тикшереүҙәр үткәреү өсөн гематологик, биохимик, иммуноферментлы анализаторҙар менән тәьмин ителде. Кардиология хеҙмәтендә пациенттың йөрәк эшмәкәрлеген тәүлек әйләнәһенә күҙәтерлек Холтер аппараты бар. Томошта ауыр хәлгә тарыған кешеләргә поликлиника психосоциаль ярҙам күрһәтә.
Эште һөҙөмтәлерәк итеү йәһәтенән Төбәк медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына күстек. Был махсус программа медицина, иҡтисади, статистик мәғлүмәттәрҙе йыйыуҙы, эшкәртеүҙе, һаҡлауҙы автоматлаштырырға ярҙам итә, пациенттарҙың ауырыу тарихы электрон вариантта бар, кәрәк саҡта табиптар тейешле мәғлүмәт менән тиҙ генә уртаҡлаша ала.
Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу төбәк программаһына ярашлы, поликлиника 100 компьютер, ете локаль селтәр, юғары тиҙлекле Интернет менән тәьмин ителде, шәхси сайтыбыҙ бар. 2013 йылдан учреждение дәүләт власы органдары менән ведомство-ара электрон документ әйләнеше системаһына ла тоташтырылды.
Ҡала хакимиәте ярҙамы менән поликлиниканың барлыҡ филиалдарында ла капиталь ремонт үткәрҙек – таҙа, бөхтә учреждениела пациенттарҙы ҡабул итеү күпкә күңеллерәк, кешеләр ҙә ыңғай үҙгәрештәрҙән ҡәнәғәт.
Шулай ҙа эштең уңышын билдәләгән төп ҡиммәттәр бар. Беренсенән, һаулыҡ – байлыҡ. Нисек кенә булмаһын, уны һаҡлау мөһим, сирҙәрҙе булдырмау, алдан иҫкәртеү – иң яҡшыһы. Табиптарға килгәндә, улар – үҙ тормошон кешеләргә хеҙмәт итеүгә бағышлаған, кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ алған белгестәр. Шуға ла иң тәүҙә кешеләрҙе яратырға, үҙ бурысын намыҫ һәм табип этикаһына ярашлы, үтәргә тейеш. Ошоно тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар бар икән – икеләтә-өсләтә яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өмөтләнергә мөмкин.
– Республика буйынса ҡайһы бер муниципалитеттар медицина белгестәренә ҡытлыҡ кисерә. Был йәһәттән һеҙҙә хәлдәр нисек?
– Коллективта 182 табип, 277 шәфҡәт туташы эшләй, күбеһе хеҙмәт юлын тулыһынса беҙҙең поликлиникала үткән тиерлек. Штатты комплектлауға килгәндә, юғары белемле белгестәр – 85 процент, урта белемле медицина персоналы 95 процент тәшкил итә.
Был йәһәттән беҙ ҡәнәғәт, сөнки поликлиника тар йүнәлешле белгестәр менән тәьмин ителгән, участка терапевтарына ҡытлыҡ юҡ. Штатҡа тағы ла онколог, участка терапевы, сурдолог-оториноларинголог алырлыҡ мөмкинлегебеҙ бар.
Квалификацияларға килгәндә, уларҙың икәүһе – медицина фәндәре докторы, 11-е – медицина фәндәре кандидаты. Бишәүһенең “Башҡортостандың атҡаҙан­ған табибы”, “Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исемдәре булһа, етәүһе – “Иң яҡшы йыл табибы” ҡала, республика бәйгеһе еңеүселәре. Ике шәфҡәт туташы һөнәри конкурста беренсе урынды яуланы, ике табип – “Ҡала ғорурлығы” конкурсы лауреаты.
– Йәш белгестәрҙе ауыл еренә ылыҡтырыу йәһәтенән “Ауыл табибы” программаһы уңыш­лы эшләп килә, күптәр хеҙмәт юлын ауыл дауаханаларында башлауҙы хуп күрә. Ошо програм­маның ниндәйҙер эҙемтәләре ҡала поликлиникаларында сағылыш табамы?
– Һәр белгес үҙенә ярашлы уңайлы мөхитте, кәрәкле ҡиммәттәрҙе һайлай. Һис шикһеҙ, ауыл ерендә лә белемле, һөнәренә тоғро кешеләр кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ҡаланың абруйлы медицина учреждениеларында хеҙмәт юлын башларға теләгәндәр ҙә әҙ түгел.
Былтыр, мәҫәлән, интернатура тамамлап беҙгә өс терапевт килде, әле уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Дөйөм алғанда, белгестәрҙең уртаса йәше 45-50 тирәһе. Был – пациенттарҙы медицина өлкәһендә ярайһы тәжрибә туплаған, квалификациялы табиптар ҡабул итә тигән һүҙ.
Шулай уҡ оло йәштәге табиптарыбыҙ ҙа бар. Пенсия йәшендә булыуҙарына ҡарамаҫтан, пациенттар менән һөҙөмтәле эшләйҙәр икән, бер ҡаршылыҡ та юҡ.
– Һеҙҙең поликлиника нигеҙендә муниципаль-ара онкология үҙәге эшләгәне мәғлүм.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала ғына түгел, ғөмүмән, Рәсәйҙә онкология сирҙәренең йылдан-йыл артыуы күҙәтелә – был беребеҙгә лә сер түгел. Шуға ла ошондай хеҙмәттең булдырылыуы – заман талабы, сөнки яман сирҙәрҙе башланған осоронда асыҡлап дауаланған осраҡта, кешенең артабан тулы ҡанлы тормошта йәшәү мөмкинлеге бар.
Беҙҙең поликлиника нигеҙендәге муниципаль-ара онкология үҙәге 2012 йылдан алып эшләй, 197 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Өс онколог ҡабул итә, шулай уҡ гинекология өлкәһендәге онкология сирҙәрендә махсуслашҡан табибыбыҙ бар.
– Был белгестәргә эләгер өсөн пациентҡа нимә эшләргә кәрәк?
– Ғәҙәттә, кеше хәл-торошонда үҙгәреш тойоп, табипҡа мөрәжәғәт итә, белгес иһә, үҙ сиратында, шикләнерлек билдәләрҙе асыҡлаһа, онкологка йүнәлтмә бирә. Ҡайһы ваҡыт табиптар бер ауырыуҙы ҡарағанда, икенсе сирҙең билдәләрен күреп, ҡайтанан тикшерелергә ебәреүе ихтимал. Был йәһәттән беҙҙең поликлиникала яман сир барлығын асыҡлау өсөн киң техник һәм лаборатор мөм­кинлектәр бар. Ғәмүмән, пациенттарыбыҙҙың хәленә ҡарата бәләкәй генә шик булғанда ла табиптарға мөрәжәғәт итергә, булған мөмкинлектәрҙән файҙаланып, тикшереү үтергә кәңәш бирер инем. Сирҙе дауалауҙан иҫкәртеү еңелерәк.
Һандарға килгәндә, былтыр ошо үҙәктә 10 меңдән ашыу кеше тикшереү үткән, 673-өндә тәүге тапҡыр яман шеш билдәләре асыҡланған, шуларҙың 373-өнә I һәм II стадиялағы онкологик сир тигән диагноз ҡуйылған. Ә ошо йүнәлеш буйынса иҫәптә торғандарҙың һаны 6538 кеше тәшкил итә.
Былтыр онкологик хеҙмәт нигеҙендә 12 меңгә яҡын флюорография, өс меңгә яҡын эндоскопик тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән 870 сирленең биоматериалы гистологик тикшерелеүгә ебәрелгән.
Дүрт меңләп ҡатын-ҡыҙ маммография яһатҡан, 11 меңләп кешегә ультратауыш тикшереүе үткәрелгән, меңдән ашыу пациенттан онкомаркерға биохимик анализ яһау өсөн ҡан алынған. Артабан, урындағы тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә сирле махсуслаштырылған медицина учреждениеһына йүнәлтелә.
Эштең һөҙөмтәһе бар – яман сирҙе иртә стадияла асыҡлау йәһәтенән күрһәткес 55,4 процент тәшкил итә (республика буйынса 50,5 процентҡа тиң), ә 3-4-се стадияла – 22,3 процент.
Әйткәндәй, 2015 йылдан, баш ҡаланың медицина учреждениелары араһында тәүгеләрҙән булып, поликлиникала паллиатив кабинет ойошторолдо. Уның маҡсаты – дауалап булмаған сирҙәргә дусар граждандарға ауыртыуҙы баҫыу, хәлен еңеләйтеү, йәшәү сифатын яҡшыртыу йәһәтенән ярҙам күрһәтеү.
– Поликлиниканың йөҙөн билдәләгән, фиҙакәр хеҙмәте менән халыҡ араһында һөйөү яулаған табиптарҙы атап китергә мөмкинме?
– Беҙҙең поликлиникала өс тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт юлы үткән участка терапевтары Владимир Дементьевты, Рәмилә Латипованы халыҡ бик хөрмәт итә, уларҙың үҙ пациенттары бар. Юғары категориялы табип Светлана Шумило, ете тиҫтәне тултырыуына ҡарамаҫтан, һаман да сафта, һөҙөмтәле эшләй, пациенттары ла ҡәнәғәт. Юғары категориялы акушер-гинеколог, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Эльвира Юнысованың да абруйы ҙур – йөҙҙәрсә ҡатын-ҡыҙҙың, буласаҡ әсәнең һаулығы һағында тора. Хөрмәтле, абруйлы табиптарыбыҙ байтаҡ, ғөмүмән.
– Ҡатын-ҡыҙ һаулығы тигәс, ауырлы ҡатын­дар өсөн махсус курстар, күнекмәләр ойошторола. Ошондай уҡ тәжрибәне башҡа йәнәлештәр буйынса булдырыу мөмкинме?
– Сирҙәрҙе иҫкәртеү йәһәтенән поликлиникала төрлө саралар ойошторорға, эштең һөҙөмтәлелеген күтәрергә тырышабыҙ. Диабет, ҡурылдай быумаһы кеүек ҡатмарлы сирҙәрҙән яфаланғандар өсөн, мәҫәлән, махсус күнекмәләр үткәреп торабыҙ. Бының өсөн пациенттарҙы билдәле ваҡытҡа поликлиникаға саҡырабыҙ һәм белгес менән осрашыу ойошторабыҙ. Билдәле сиргә дусар булғанда нисек дауаланырға, туҡланырға, үҙ-үҙеңде тоторға – ошо хаҡта аңлатма бирәбеҙ, сир менән тулы ҡанлы тормошта йәшәргә өйрәтәбеҙ.
– Был йәһәттән республиканың медицина учреждениелары нигеҙендә ойошторола баш­лаған гериатрия кабинеттарын ошо исемлеккә индерергә буламы? Яңылышмаһам, һеҙҙең поликлиникала ла бындай хеҙмәт күрһәтеләсәк.
– Эйе, беҙҙең поликлиника нигеҙендә гериатрия хеҙмәте күрһәтеү планлаштырыла, бының өсөн белгестәр махсус курс үтте, квалификацияһын камиллаш­тырҙы. Ябай тел менән аңлатҡанда, гериатрия – оло йәштәгеләргә күрһәтелгән медицина ярҙамы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә оло йәштәгеләр һаны йылдан-йыл арта бара. Мәҫәлән, 1990 йылда ололарҙың һаны хеҙмәткә яраҡлы йәштәгеләргә ҡарата 17 процент тәшкил итһә, 2015 йылда был һан 22 процентҡа еткән. Киләсәктә иһә ул тағы ла артасаҡ, бигерәк тә эшкә яраҡлы ирҙәр һаны кәмейәсәк.
Ололар 40 йәшкә тиклемгеләргә ҡарағанда ике тапҡырға йышыраҡ ауырый, организмда бер-береһенә бәйле рәүештә төрлө генезлы сирҙәр үҫешә, был тәндең ҡартайыуына бәйле, шуға күрә гериатрия кабинеттары ойоштороу – заман талабы. Ул оло йәштәгеләргә һаулыҡҡа бәйле проблемаларҙы хәл итеү генә түгел, ә булдырмаҫҡа ла ярҙам итәсәк.
Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн беҙҙең медицина учреждениеһы осраҡлы һайланманы – халыҡҡа төрлө йүнәлешле медицина ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән мөмкинлектәребеҙ киң. Йыл һөҙөмтәләре буйынса поликлиниканың “Рәсәйҙең иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары-2016” милли конкурсының лауреаты булыуы ла ошоно иҫбат итә.


Автор: Г. РӘСҮЛЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 047

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158