Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йән һәм күңел дауаһы бүләк итәләр
Йән һәм күңел дауаһы бүләк итәләр
Күмертау ҡалаһының Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге директорының дауалау буйынса урынбаҫары Рәсилә Рәҡип ҡыҙы НИЗАЕВА менән үҙәктең көнитмеше, маҡсаты хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Рәсилә Рәҡип ҡыҙы, үҙәктең эшмәкәрлеге хаҡында ентекләберәк һөйләгеҙ әле. Кемдәр бында ял итә ала?
– Беҙҙең реабилитация үҙәге бына 15 йыл инде 18 йәшкә тиклемге балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ҡабул итеп, дәүләт бурысын үтәй. Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында һәм Стәрлебаш ауылында филиалдарыбыҙ бар. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы раҫлаған график буйынса йылына 1598 баланы ҡабул итәбеҙ, һәр заезда 90 кеше ял итә, 21 көн дауалана. Йылына 15 смена ойошторола, ул балалар өсөн бушлай. Һуңғы йылдарҙа санатор-курорт дауалауы менән шөғөлләнеүҙе киңәйтеп, ҡала балаларын, өлкәндәрҙе лә ҡабул итәбеҙ.
– Дауаланыуҙың ниндәй төрҙәре бар? Һеҙҙә һаулығын нығытҡан кешеләр шифаханаларҙан бер ҙә кәм түгел, ти. Шул дөрөҫмө?
– Үҙәктә ортопедия, неврология, педиатрия, терапия, диетология, физиотерапия буйынса дауаланыу ойошторолған. Массаж, һыу аҫтында умыртҡа һөйәген һуҙыу, кедр мискәһе, шифалы батҡаҡ, тоҙ шахтаһы бар. Физиотерапия кабинеты заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Балалар гидромассаж ваннаны ла ярата.
Психология-педагогия бүлексәһендә логопед, психолог, социаль педагог ярҙамын алырға була. Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе көнкүрешкә әҙерләү өсөн махсус кабинет бар.
– Балаларҙың ялы нисек ойошторола?
– Әлбиттә, балаларҙың буш ваҡыттарында экскурсиялар ойошторола. Ҡаланың иҫтәлекле урындары, китапхана, мәҙәниәт һарайы, музей менән танышыу бик мауыҡтырғыс. Һәр кис төрлө мәҙәни сараларҙан үҙәк гөрләп тора.
– Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” фонды һеҙҙә ҡунаҡта булғайны. Шул хаҡта ни әйтерһегеҙ?
– Әлеге ярҙам Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” фонды менән республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы берлектә тормошҡа ашырған “Хыял ҡанаттарында” проектына ярашлы күрһәтелде. 500 мең һумлыҡ махсус спорт йыһаздары, тренажерҙар бүләк ителде. Хәҙер беҙҙең дауалау-физкультура залы иң яҡшы шифаханаларҙыҡынан ҡалышмай. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә махсус белемле инструкторҙар ярҙамында бик ихлас шөғөлләнә. Иң мөһиме, уларҙың сәләмәтлегендә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшелә.
– Кемдәр һеҙгә мөрәжәғәт итә ала?
– Бығаса 16 район, башлыса республиканың көньяҡ төбәге халҡын ҡабул иттек. Быйылдан тотош республика райондарынан да килә алалар. Тик уларға ғариза менән урындағы социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 499

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 251

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 158