Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » СПИД-ты ла ауыҙлыҡларға булалыр...
1986 йылдың 16 декабрендә мин КПСС Үҙәк комитетына СССР-ҙа СПИД сире таралыуға юл ҡуймау ысулдары хаҡында хат-тәҡдим менән мөрәжәғәт иттем. Бер аҙҙан миңә: “Һеҙҙең хат партия Үҙәк комитетының һәм Совет Хөкүмәтенең контроленә алынды”, – тип яуап бирҙеләр.
1987 йылдың 23 авгусында СССР Юғары Советы Президиумының Бойороғо ҡабул ителде. Был Бойороҡ хат-тәҡдимемә яуап булды. Миңә һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзына Совет Хөкүмәте рәхмәт белдерҙе.
Үҙемә килгәндә, оҙаҡ йылдар үләндәр менән дауалау, заманса әйткәндә, фитотерапия менән шөғөл­ләнәм. Уңыштарым етерлек, бигерәк тә бөйөр сир­ҙәрен дауалауҙа. Уларҙы шартлы рәүештә СПИД сире менән дә сағыштырҙым: икеһенең дә сығанағы – вирустарҙа.
Мин оҙаҡ йылдар дауамында һыналған, өс үләндән торған һығынты (настойка) эшләйем. Үләндәрҙең ҡайһы берҙәрен Тянь-Шань тауҙарына барып, кеше аяғы баҫмаған урында йыям – мөғ­жизәле үҫемлек шунда ғына үҫә. Һығынты сирле кешеләрҙең бөйөрөн таҙарта, иммунитетын яҡшырта, иң мөһиме: организмдан һары һыуҙы вирустар менән бергә сығара. Минең ярҙамым менән аяҡҡа баҫҡан сирлеләр бихисап.
Ошо уҡ һығынтыны лейкоз (ҡан сире) менән ауырығандарҙы дауалау өсөн дә файҙаландым. Бер сирле апай дауаханала, гематология бүлегендә ята ине. Ул мин эшләгән дарыуҙы ҡулланғандан һуң, лейкоз артҡа сигенде, тәндәге шештәре ҡара ҡан булып сыҡты. Апай һауыҡты, аяҡҡа баҫты.
Йәш сағында хәрби хеҙмәттә нурланыу алған бер ағай шулай уҡ ҡан сиренән яфалана ине, шештәр тәненә таралып, ҡулдары тотмаҫ сиккә еткәйне. Һығынты менән бер нисә курс дауаланыу үткәс, тәне таҙарҙы, ул хатта руль артына ултырҙы.
Был уңышлы тәжрибәләрҙән һуң дарыуымды ВИЧ инфекцияһы менән яфаланғандарҙы дауалау өсөн файҙаланып ҡарарға булдым. Бер сирле наркоман, эскесе дауаланырға ризалығын бирҙе. Ул шулай уҡ С гепатиты менән дә ауырый ине. Анализдар буйынса, уның организмындағы вирус күрһәткесе – 760000, таҙа күҙәнәктәре 406 ғына берәмек тәшкил итә ине.
Беренсе курс дауалауҙан һуң был ирҙең вирус күрһәткесе 30000-гә төштө, таҙа күҙәнәктәре 620 берәмеккә тиклем артты. Әле ул дауаланыуҙы дауам итә.
Башҡорт халыҡ медицинаһында “сирҙе тәндән сығарырға”, “һары һыуҙы сығармайынса, һауыҡ­майһығыҙ”, “ҡара ҡандан таҙартырға” тигән тәрән мәғәнәле һүҙҙәр бар. Минең үлән менән дауалау өлкәһендә үткәргән уңышлы тәжрибәләрем халҡы­быҙҙың был аҡыллы фекерен раҫланы. Иманым камил – ауыр сирҙәрҙе еңеү юлдары бар. Мәғлүмәт алғығыҙ килһә, телефоным редакцияла.

Рәшит НИЗАМОВ,
яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506