Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡотолоу сараһы бер – һаҡлан!
Ҡотолоу сараһы бер – һаҡлан!
Беҙ студент саҡта, үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында, дауалап булмаған ҡот осҡос сир тураһында береһенән-береһе имәнес хәбәрҙәр ишетелә торғайны. Интернет таралмаған, телевидение сығыштары сикләнгән осорға ярашлы, ябай кешегә күренмәгән “дошмандың” хәүеф кимәлен билдәләү мөмкин дә булмағандыр, моғайын...
“Африканан килгән СПИД сире тиҙ генә йоға ла, тиҙ генә кешене үлтерә” һыма­ғыраҡ ине улар. Әммә был күренмәгән афәт күпкә ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешелек донъяһы уның алдында һаман да көсһөҙ, инфекцияны еңеү әмәле юҡ. Әлбиттә, ваҡытында тейешле дауа алғандар, табиптар ҡушҡан тормош рәүеше алып барғандар иммунодефицит сире менән яғалаша-яғалаша, ғүмерен бер нисә йылға оҙайтыуы ихтимал. Мәгәр, уларҙың яҙмышы барыбер билдәле...
ВИЧ-тан ҡотолоуҙың бер генә юлы бар: һаҡланырға. Ә СПИД йоҡламай! Бер нисә йыл элек ҡурҡыныс сир, нигеҙҙә, тәртипһеҙ енси тормош алып барыусыларҙың һәм наркомандарҙың өлөшөнә төшкән көмөш тип иҫәпләнһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ҡалып күптән урынһыҙ: ВИЧ-ҡа социаль мөхиттең барлыҡ баҫҡыстарында тороу­сылар ҙа дусар, унан тыш, сирлеләр тапҡан сабыйҙар тыуа-үҫә тора. Ә бит хәҙер мәғлүмәти ҡытлыҡ юҡ, һаҡланыу саралары бихисап, халыҡтың да был йәһәттән белем кимәле юғарыраҡ кеүек... Тик факттар икенсене һөйләй, ә ҡайһы бер белгестәр күптән саң ҡаға: илдә ВИЧ-инфекция эпидемияһы башланған, Рәсәйҙәге һәр 100-сө кеше ошо сиргә дусар! Рәсми сығанаҡтар бының менән ризалашмаһа ла, уйланырға урын бар.
Октябрҙә иһә күрше Екатеринбургтан иҫ китерлек яңылыҡ килде – ҡалала һәр 50-се кеше ВИЧ менән сирле, шуға бәйле ҡалала эпидемия иғлан ителгән. Рәсми сығанаҡтар буйынса, 100 мең кешегә 1826 сирле тура килә, тимәк, мегаполиста йәшәгәндәрҙең 1,8 проценты (26 693 кеше) дауалап булмаған ауырыу йоҡторған. Ә иҫәптә тормағандарҙың һаны күпме икәнлеген кем белә? Иң аяныслыһы шунда: бындай хәл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрше өлкәгә генә хас түгел, сирлеләр шулай уҡ күрше Ырымбур өлкәһендә лә, Баш­ҡортостанда ла күп.
Һандарға мөрәжәғәт итәйек: республикала ВИЧ вирусын йөрөтөүселәр 1987 йылдан рәсми теркәлә бара. Ошо осорҙа төбәктә 25 293 сирле, ағымдағы йылдың туғыҙ айында вирус йөрөтөүсе 2 175 кеше асыҡланған, ә әлеге ваҡытта төбәктә йәмғеһе 18 449 сирле көн итә. Был Башҡортостанда йәшәүсе 100 мең кешегә 53, 41 ВИЧ инфекциялы тура килә тигән һүҙ.
Киҫкен хәл Күмертау, Салауат, Нефте­кама, Өфө ҡалаларында, Ишембай, Бла­говещен, Белорет райондарында, Межгорье автоном территориаль берәмегендә һаҡлана.
ВИЧ йоҡтороусыларҙың йәшенә кил­гәндә, яңы асыҡланған сирлеләр араһында 31-40 йәшлектәр – 47,86, 21-30 йәштәгеләр – 24,7, 41-50 йәшлектәр – 17,7 процент.
Һәр ваҡыттағыса, ВИЧ йоҡтороуҙың төп сәбәбе – енси бәйләнеш (69,5%), икенсе урында – инъекция юлы (28,9%; наркомандар ысулы).
ВИЧ инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән төрлө саралар үткәрелеп тора. Миҫал өсөн, ошо көндәрҙә, Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә ярашлы, Рәсәйҙә һәм республикала бихисап саралар планлаштырылған. Юғары уҡыу йорттары студенттары һабаҡташтары алдында сығыш яһаясаҡ, асыҡ дәрестәр уҙғарасаҡ, мәктәптәрҙә юғары класс уҡыусылары араһында уйын формаһында конкурс-квест үтәсәк, был үҫмерҙәрҙең мәғлүмәтлелеген арттырасаҡ.
Шулай уҡ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау ми­нистрлығы сайтында “ВИЧ/СПИД туҡта” (“Стоп ВИЧ/СПИД”) Бөтә Рәсәй акцияһы хаҡында мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Акцияла дәүләт эшмәкәрҙәре, табиптар менән бергә билдәле сәнғәт-мәҙәниәт әһелдәре, сәхнә йондоҙҙары, йәш быуын кумирҙары ҡатнаша. Уларҙың маҡсаты – үлемесле инфекция хаҡында халыҡҡа күберәк мәғлүмәт еткереү, ВИЧ эпидемияһын иҫкәртеү.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 498

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 249

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 048

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 373

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 157